Алтын бишек - 158924360 | ГТРК «Башкортостан»

Тракторҙы кем отор?

Башҡортостан 24 телеканалында “Алтын бишек” акцияһы иғлан ителә. Телевизор ҡараусы менән берҙәм эш итеү, уны борсоған хәлде ил иғтибарына  сығарыу, һәр беребеҙҙең күңеленә яҡын — тыуған төйәктең киләсәген хәстәрләү — маҡсатыбыҙ. Иң матур, иң уңған, иң көслөләр ярышына әйҙәп, кешеләрҙе уйландырыр, берләштерер һәм тормош һөйөүсәнлек тойғоһон нығытыр өсөн кәрәк беҙгә “Алтын бишек”. Күркәм ауыл, өлгөлө ғаилә һәм алтын ҡуллы оҫталарын беренселәрҙән булып Учалы районы Баттал ауылы халҡы күрһәтте. Йәйен дә, ҡышын да алыштырғыһыҙ техника-тракторға был ауыл лайыҡлымы? Баттал ауылы тормошо, уның халҡы менән хәбәрсебеҙ Нәркәс Йосопова танышты.

Хәбәрсе. Тирә-яғын ғорур тау-урмандар, күлдәр уратып алған Учалы районы Баттал ауылын юҡҡа ғына ожмах урыны тип йөрөтмәйҙәр. Ауылдың килеп сығышын 1795 йылдағы Күбәләк волосына  бәйләйҙәр. Мәғлүмәттәр буйынса, ауыл уға нигеҙ һалыусы Баттал бабайҙың исемен йөрөтә. Баттал ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында бөтәһе 24 ир ҡатнаша, шуларҙың икәүһе генә иҫән әйләнеп ҡайта. Ата-бабалары һаҡлап килгән тыуған төбәктә әле 300-н ашыу кеше донъя көтә. Бер-береһен үҙенең бер туғанылай күреп йәшәгән халыҡтың Башҡортостан-24 телеканалы иғлан иткән “Алтын бишек” акцияһында тәүгеләрҙән булып ҡатнашыуына һис тә аптырарлыҡ түгел. Уларҙың өлгөр, тырыш, тормошҡа ынтылып йәшәүҙәрен ер һелкетеп бейеүҙәре аша ла күрергә мөмкин.Боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе киләсәк быуынға тапшырып йәшәү-беҙҙең төп маҡсат, тип билдәләй ауыл ағинәйҙәре. Ике йыл элек улар ҙа “Әхирәттәр” ансамбле асып, район-ара үткәргән конкурстарҙа ҡатнашһа, ә бына уҡыусылар өсөн 2000-се йылдан алып “Осҡон” бейеү ансамбле эшләп килә.Баттал ауылындағы тауҙарҙан тәнгә һәм йәнгә сихәт алып йәшәйбеҙ, тип ҡыуана ауыл халҡы. Яңы бейеү һәм йырҙар ҙа тап ошо тәбиғәт һулышынан барлыҡҡа килә. Оло быуынды бигерәк тә, йәштәрҙең тырыш һәм ауыл нигеҙен онотмауҙары ҡыуандыра. Мәктәп йылдарында “Осҡон” бейеү ансамблендә ҡатнашып, әле үҙе кескәйҙәрҙе бейеү серҙәренә өйрәтеүсе  Динис Ғатауллин тау башында яратҡан бейеүҙе йәнә башҡарыу -үҙе бер бәхет, ти.Ысынлап та, мәктәптә йылдар дауамында ансамбль һәм түңәрәктәрҙең эшләп килеүе ҡыуандыра. Урта дөйөм белем биреү мәктәбенә 1995-се йылда нигеҙ һалынған. Бында әле бөтәһе 35 бала белем ала. Уҡыусыларҙың йәйге көндә лә мәктәп баҡсаһын таҙартыуҙары, бергә яңы уҡыу йылына әҙерләнеүҙәре уларҙың тырышлығын һәм берҙәмлеген иҫбатлай. Беҙҙең акцияның бағыусылары бүләген уҡыусылар ҡулланмаһына тапшырҙыҡ. Хәҙер тәнәфес ваҡытында балалар бушлай һәм юғары сифатта телеканалдарҙы ҡарай аласаҡ.Тырышҡан — моратына ирешкән. Был мәҡәл тап Баттал ауылы халҡы тураһында. Хозур тәбиғәте, һәләтле кешеләренән тыш, ауыл өлгөлө ғаиләләргә бай. Баҡса күҙҙең яуын алып сәскәгә күмелгән, ә урам эсе генә түгел, хатта тышы ла техника менән тулған. Һүҙебеҙ Шәғалиндар ғаиләһе тураһында.Ғабдулла Шәғалин 24 йыл ғүмерен полицияла хеҙмәт иткән. Әле хаҡлы ялға сыҡҡас та, ул буш ултырмай, ауыл хужалығы менән булыша. Ғаиләлә бер-береңде хөрмәт итһәң генә бәхеткә ирешеп була, ти йорт хужаһы. Уның хәләл ефете Лидия Шәғалина менән улар 27 йыл бергә ғүмер итә. Урамдың таҙалығы, йорттоң балҡып ултырыуы, һанап бөтмәҫлек мал-тыуар тәрбиәләү- барыһы ла ғаилә тырышлығынан.Ҡатын-ҡыҙҙың ҡулы уңған булырға тейеш. Йорт эштәренән һуң, бер табында бергәләп аҙыҡты ауыҙ итеү-Шәғалиндар өсөн бәләкәй генә йола булып килә. Бәхетле ғаилә күптәргә үрнәк булып тора. Киләсәктә ейән-ейәнсәрҙәр тауыштарына күмелеп йәшәүҙе теләй улар. Баттал ауылында йәшәүсе алтын ҡуллы, башҡаларға белемен таратыусы, тормош йәмен татып йәшәүселәр тураһында һөйләп бөтөп булмай.Быуындан-быуынға күсеп килгән һәләтте үҫтереүселәр айырыуса бәхетле. Өс ул атаһы Дим Хәйбуллин мейес сығарыу оҫталығы менән дан тота.Бер йәй эсендә ундан ашыу мейес сығара оҫта. Алтын ҡулдары менән дан алған Дим Хәйбуллин күрше ауыл-райондарға ла бара. Ә уның улдары иһә крәкле лә һирәк тә һөнәргә өйрәнеүе өсөн рәхмәттәр генә уҡый.Ауылдың үҫеше тәү сиратта халыҡтың берҙәмлегенә бәйле. Баттал — күркәм ауыл, татыу ғаилә һәм алтын ҡуллы оҫта -“Алтын бишек” акцияһында бирелгән шарттарҙың бөтәһенә дәлил. Ауыл халҡының көнкүрешен яҡшыртыу- “Алтын бишек” акцияһының төп маҡсаттарының береһе. Төп приз -трактор-хужалыҡта алыштырғыһыҙ техника. “Агроспецпрогресс” йәмғиәте был тракторҙы ярышта еңеп сыҡҡан, үҙен өлгөлө итеп күрһәткән ауылға тапшырасаҡ. Бынан тыш Рәсәй телевидение һәм радио тапшырыуҙар селтәре компанияһынан еңеүселәрҙе телевизор һәм приставкалар менән бүләкләйәсәк. Ярышта ҡатнашырға теләүселәргә ни бары беҙҙең интернеттағы рәсми сайтҡа инеп ғариза ғына ҡалдырырға кәрәк. Теләгән һәр район, һәр кеше республика буйынса уҙғарылған “Алтын бишек” акцияһында ҡатнаша ала. Учалы районы Баттал ауылы халҡы юҡҡа ғына тыуған ауылын алтынға тиңләмәй. Матур тәбиғәте һәм данлыҡлы кешеләре булғанда ғына ауыл рухы к-тәреләсәк. Ә рух булғанда тыуған ер йәнә сәскә атыр. 

Хәбәрҙәр

Смотреть видео

Асҡын районында йәшәүселәр мобиль телефон камераһына торнадо барлыҡҡа килеү мәлен төшөрөп алған

Әммә ул  көс йыйып өлгөрә алмай  юҡҡа сыға.Быға тиклем беҙҙең яҡтарға хас булмаған был күренеште Саҡмағош районында йәшәүселәр төшөрөп интернет селтәренә һалғайны. Башҡортостанда торнадо 2014-се йылда төнъяҡ-көнбайыш райондарҙа йәшәүселәргә ҙур зыян килтерҙе. Ике кеше һәләк булды. 

11 июня 2015

Салауат ҡалаһындағы дауалау-холоҡ төҙәтеү колонияһы ғәҙәттәге эш режимына күсте

Аңлатыу эштәренән һуң  хөкөм ителеүселәр ҡаршылыҡ акцияһын туҡтатты. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, унда 70-ләп кеше ҡатнашҡан. Хәҙер тәфтишселәргә уларҙың һәр береһе менән һөйләшеп ғәйебен асыҡларға тура киләсәк. Бирелгән язаларҙы үтәү федераль хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығының матбуғат...

11 июня 2015

Йома көн, 12-се июндә Өфөләге Спорт һарайы эргәһендәге майҙанда ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәһе ойошторола

Ҡала көнөн билдәләү сиктәрендә үтәсәк был сауҙа байрамында республиканың ҡулланыусылар йәмғиәте предприятиеларының, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙең, фермерҙар һәм Шишмә, Благовар, Әлшәй, Асҡын һәм башҡа райондарҙан йүнселдәрҙең ҡатнашыуы көтөлә. Йәрминкә иртәнге сәғәт 10-да асыла....

11 июня 2015

12-се июндә Рәсәй көнөн билдәләү һәм артабанғы ял көндәре сәбәпле пенсия һәм социаль түләүҙәр махсус тәртип буйынса таратыла

Түләүҙәрҙе почта элемтәһе аша алыусыларға был хаҡта май айындағы квитанцияларында уҡ хәбәр ителгән. Таратыу ваҡыты айҙың 11-нән 14-нә тиклемге осорға тура килгәндәр аҡсаларын көнэлгәре аласаҡ. Кредит ойошмаларына тейешле сумма шулай уҡ бер көн алдан, 11-се июндә күсерелергә тейеш.

11 июня 2015
Смотреть видео

ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан Өфөлә өр яңы ҡунаҡхана һәм ресторандар асылып халыҡ өсөн яңы эш урындары барлыҡҡа килде

Бөгөн башҡаланың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә эш урындары йәрминкәһе ойошторолдо. Сит илдән килгән абруйлы ҡунаҡтарҙы юғары кимәлдә ҡаршы алыу һәм хеҙмәтләндереү саммиттың эшлекле өлөшөн тейешле кимәлдә ойоштороу кеүек үк яуаплы бурыс. Был йәһәттән тәү сиратта алсаҡ администраторҙар, көләс...

11 июня 2015
Смотреть видео

Республика башлығы беҙҙең телеканалға эксклюзив интервью бирҙе

Унда һүҙ, нигеҙҙә, ШОС һәм Брикс самиттарына әҙерлек тураһында барҙы. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, саммиттар ваҡытында ШОС ойошмаһына ингән илдәрҙең етәкселәре тарихи-документ- Өфө декларацияһына ҡул ҡуясаҡ. 

10 июня 2015

Республикала мал аҙығын әҙерләү дауам итә

Быйыл хужалыҡтар бер мал башына 30 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләргә планлаштыра.Башҡортостан баҫыуҙарында  тәүлек әйләнәһенә  ҡыҙыу эш бара. Яҙғы сәсеү тамамланыу менән хужалыҡтар  мал аҙығын әҙерләүгә тотондо. Һауа торошо тотороҡло булған осорҙа етерлек силос һалып  өлгөрөргә...

10 июня 2015

Быйыл Башҡортостанда 700 меңдән ашыу кешенең сәләмәтлеге тикшереләсәк

Бының өсөн 93 учреждение һайлап алынған. Шулай уҡ 32  күсмә медицина бригадалары һәм 13 медицина комплекстары ла эшләйәсәк. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тәүге этапта  диспансерлаштырыу үткән 320 мең кешенең 30 процентында йөрәк-ҡан тамырҙары, эндокрин...

10 июня 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америка Ҡушма Штаттары һәм тағы ла ете ил Рәсәйгә ҡаршы яңы санкциялар индереүе ихтимал. Был турала Американың финанстар министры Джейкоб Лью белдергән. Барак Обама һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәй ҡораллы көстәре Украинаның мөстәҡиллегенә янай. Мәскәү был ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаға һәм Украина биләмәһендә...

10 июня 2015

Өфө-Дим биҫтәһе юлы 2016 йыл аҙағына тиклем тулыһынса яңырасаҡ

Баш ҡала хакимиәте дәүләт һатып алыуҙары сайтына юлды ремонтлауға заказ урынлаштырған. Эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн 334 миллион һум аҡса бүленә. Юлды һалыусы ойошма аукцион һөҙөмтәләре буйынса 16 июндә асыҡланасаҡ. Проектҡа ярашлы, подрядсы ойошма юл япмаһын яңыртырға, автобус туҡталыштарын ҡуйырға...

10 июня 2015
Смотреть видео

Мысырҙа бәләгә тарыған Башҡортостан сәйәхәтсеһен Рәсәйгә кире ҡайтарыуҙа ҡыйынлыҡтар бар

Шәрем әл Шәйехтәге ҡунаҡханаларҙың береһе балконынан ҡолап төшкән ир кеше тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бәләгә тарыған юлсыны күсереү өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының айырым самолеты талап ителә. Марина Харина хәҙер икенсе аҙна дарыуҙар ярҙамында ғына йәшәй. Уның тормош иптәше, 27 йәшлек...

10 июня 2015
Смотреть видео

Өфөлә Конгресс холл бинаһы янында күнекмәләр үтте

Ут Ағиҙел йылғаһынан алынған һыу ярҙамында һүндерелә. Был ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы үткәргән күнекмә сценарийы. Конгресс холл бинаһы янына тиҙ арала янғын һүндереү машиналары ла килеп етте. Күнекмәләрҙең шарты буйынса бинаның аҫҡы ҡатында янғын сыҡҡан....

10 июня 2015

Башҡортостанда янғындар һаны арта

Бер тәүлектә республика биләмәләрендә туғыҙ урында ут  сыҡҡан. Фажиғәләргә балалар ҙа сәбәпсе. Краснокама районындағы Яңы Ҡайынлыҡ ауылында, мәҫәлән, дүрт малай һарайҙа шырпы менән уйнаған саҡта, осҡон бесәнгә төшә. Һөҙөмтәлә, ҡураға зыян килә. Ишембай районы Иҫәкәй ауылында мәҙәниәт йортона...

10 июня 2015

Киләһе аҙнала Санкт-Петербург ҡалаһында халыҡ-ара иҡтисади форум үҙ эшен башлай

Унда быйыл Республика башлығы етәкселегендә Башҡортостандандан да ҙур делегация барасаҡ. Форумда ҡатнашыу донъяның эшлекле даирәләре менән туранан-тура бәйләнештәр булдырыу мөмкинлеге бирә. Унда Башҡортостандың экспозицияһы ла ҡуйыласаҡ. Ҡунаҡтар республиканың инвестиция ҡеүәте, ошо өлкәләге...

10 июня 2015
Смотреть видео

Өфө Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм Брикс илдәре самиттарына әҙер

Баш ҡала ил етәкселәренән тыш, бизнес вәкилдәрен дә ҡабул итәсәк. Уларҙы урынлаштырыу өсөн Өфөлә 7 ҡунаҡхана файҙаланыуға тапшырылды. Ҡунаҡханаларҙың береһе бөгөн асылды. 5 йондоҙло Шератон отеле менән Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов танышты. Шератон ҡунаҡһанаһы 9 ҡаттан тора. Уңайлы булһын...

10 июня 2015
Смотреть видео

18-21-се июндә Салауат районында ,,Көйҙөрөлгән хаттар,, тип исемләнгән хәрби-патриотик йыр фестивале ойошторола.

 Халыҡ-ара кимәлдә иғлан ителгән был киң сара быйыл дүртенсе тапҡыр үтә һәм ойоштороусылар тарафынан Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнала. Хәрби-патриотик йыр фестиваленең маҡсаты - автор йырҙарын тыңлап, йырсыларҙың башҡарыу һәләтен баһалауға ғына ҡайтып ҡалмай. Дуҫтар менән аралашыу, хәтирәләр...

9 июня 2015
Смотреть видео

Башҡортостанда агротуризм үҫеше

Башҡортостанда үҙенсәлекле тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылар күп. Тәбиғи һәм рекреацион шарттарҙың булыуы халыҡтың ялын ойоштороу һәм туризмды үҫтереү өсөн ҡулай. Шулай ҙа туризмды республикала үҫешкән тармаҡ, тип атап булмай. Башлыса экологик һәм этнотуризмға иғтибар ҙур. Ә агротуризм яҡын киләсәктә...

9 июня 2015
Смотреть видео

Донъя һәм Рәсәй хәбәрҙәре

Рәсәй трейдерҙары донъя баҙарында иран нефтен һатасаҡ. Ҡара алтын һатыуҙан килгән аҡсаға Иран рәсәй тауарҙарын һатып алырға ниәтләй. Хәбәр ителеүенсә, сауҙанан  беҙҙең ил табышы әллә ни ҙур булмаясаҡ, әммә сәйәси яҡтан уның әһәмиәте баһалап бөтөп булмай ти белгестәр. Киев Донецк халыҡ...

9 июня 2015
Смотреть видео

Беҙҙең яңылыҡтарҙы хәҙер Рәсәй-Башҡортостан телеканалының интернет селтәрендәге яңыртылған сайтында ҡарарға мөмкин

Шулай итеп Рәсәй-Башҡортостан телеканалының яңы сайты менән бөгөндән таныша алаһығыҙ. Унда хәҙер мәғлүмәт тә күбрәк, биҙәлеше лә заманса. Ошонда уҡ тиҙҙән Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барышы менән танышырға  мөмкин.  

9 июня 2015

Май айында инфляция кимәле

Башҡортостан статистика мәғлүмәттәре буйынса май айында республикала инфляция кимәле 100,2 процентҡа тиңләшкән. Рәсәйҙәге менән сағыштырғанда был 0,2-гә кәмерәк. Үткән йылдың ошо арауығындағы күрһәткестәргә ҡарағанда иһә хаҡтар Башҡортостанда 14,7, Рәсәйҙә 15,8  процентҡа артҡан. Ҡайһы бер...

9 июня 2015
Смотреть видео

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа яңы ысул ҡуллана башланы

 Ортокератология терапияһы күреү һәләтен 100 процентҡа яҡшырта, ти табиптар. Төн эсендә күреү һәләтен ҡайтарыу.  Хәҙер Өфө  күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары был хыялды тормошҡа ашыра. Һүҙ ортокерратологик линзалар хаҡында. Насар күреүселәр был ысул ярҙамында көн...

9 июня 2015

Ҡала-ара поездар йөрөшөндәге үҙгәрештәр

Башҡортостандың транспорт буйынса дәүләт комитеты 11-се июндән 15-нә тиклем ҡала-ара поездар йөрөшөндәге үҙгәрештәр тураһында хәбәр итә.  11-се июндә электр поездары йома көн йөрөшө тәртибендә, 12-13-ндә –шәмбе, 14-ндә – йәкшәмбе, 15-се июндә дүшәмбе көн тәртибендә йөрөй.

9 июня 2015
Смотреть видео

Страховкалау баҙарында яңы үҙгәрештәр

 Рәсәй банкы ҡулланыусылар баҙарына ОСАГО килешеүен төҙөү менән шөғөлләнгән иң ҙур ойошмаларҙың береһе – Росгострах йәмғиәтен кире ҡайтарҙы. Әммә, Үҙәк банк был ойошманың эшмәкәрлеген айырым күҙәтеүгә аласаҡ. Росгострах тарафынан ҡануниәт боҙоу осраҡтары тураһында Үҙәк банктың он лайн ҡабул...

9 июня 2015
Яндекс.Метрика