Алтын бишек - 158924360 | ГТРК «Башкортостан»

Тракторҙы кем отор?

Башҡортостан 24 телеканалында “Алтын бишек” акцияһы иғлан ителә. Телевизор ҡараусы менән берҙәм эш итеү, уны борсоған хәлде ил иғтибарына  сығарыу, һәр беребеҙҙең күңеленә яҡын — тыуған төйәктең киләсәген хәстәрләү — маҡсатыбыҙ. Иң матур, иң уңған, иң көслөләр ярышына әйҙәп, кешеләрҙе уйландырыр, берләштерер һәм тормош һөйөүсәнлек тойғоһон нығытыр өсөн кәрәк беҙгә “Алтын бишек”. Күркәм ауыл, өлгөлө ғаилә һәм алтын ҡуллы оҫталарын беренселәрҙән булып Учалы районы Баттал ауылы халҡы күрһәтте. Йәйен дә, ҡышын да алыштырғыһыҙ техника-тракторға был ауыл лайыҡлымы? Баттал ауылы тормошо, уның халҡы менән хәбәрсебеҙ Нәркәс Йосопова танышты.

Хәбәрсе. Тирә-яғын ғорур тау-урмандар, күлдәр уратып алған Учалы районы Баттал ауылын юҡҡа ғына ожмах урыны тип йөрөтмәйҙәр. Ауылдың килеп сығышын 1795 йылдағы Күбәләк волосына  бәйләйҙәр. Мәғлүмәттәр буйынса, ауыл уға нигеҙ һалыусы Баттал бабайҙың исемен йөрөтә. Баттал ауылынан Бөйөк Ватан һуғышында бөтәһе 24 ир ҡатнаша, шуларҙың икәүһе генә иҫән әйләнеп ҡайта. Ата-бабалары һаҡлап килгән тыуған төбәктә әле 300-н ашыу кеше донъя көтә. Бер-береһен үҙенең бер туғанылай күреп йәшәгән халыҡтың Башҡортостан-24 телеканалы иғлан иткән “Алтын бишек” акцияһында тәүгеләрҙән булып ҡатнашыуына һис тә аптырарлыҡ түгел. Уларҙың өлгөр, тырыш, тормошҡа ынтылып йәшәүҙәрен ер һелкетеп бейеүҙәре аша ла күрергә мөмкин.Боронғо ғөрөф-ғәҙәттәрҙе киләсәк быуынға тапшырып йәшәү-беҙҙең төп маҡсат, тип билдәләй ауыл ағинәйҙәре. Ике йыл элек улар ҙа “Әхирәттәр” ансамбле асып, район-ара үткәргән конкурстарҙа ҡатнашһа, ә бына уҡыусылар өсөн 2000-се йылдан алып “Осҡон” бейеү ансамбле эшләп килә.Баттал ауылындағы тауҙарҙан тәнгә һәм йәнгә сихәт алып йәшәйбеҙ, тип ҡыуана ауыл халҡы. Яңы бейеү һәм йырҙар ҙа тап ошо тәбиғәт һулышынан барлыҡҡа килә. Оло быуынды бигерәк тә, йәштәрҙең тырыш һәм ауыл нигеҙен онотмауҙары ҡыуандыра. Мәктәп йылдарында “Осҡон” бейеү ансамблендә ҡатнашып, әле үҙе кескәйҙәрҙе бейеү серҙәренә өйрәтеүсе  Динис Ғатауллин тау башында яратҡан бейеүҙе йәнә башҡарыу -үҙе бер бәхет, ти.Ысынлап та, мәктәптә йылдар дауамында ансамбль һәм түңәрәктәрҙең эшләп килеүе ҡыуандыра. Урта дөйөм белем биреү мәктәбенә 1995-се йылда нигеҙ һалынған. Бында әле бөтәһе 35 бала белем ала. Уҡыусыларҙың йәйге көндә лә мәктәп баҡсаһын таҙартыуҙары, бергә яңы уҡыу йылына әҙерләнеүҙәре уларҙың тырышлығын һәм берҙәмлеген иҫбатлай. Беҙҙең акцияның бағыусылары бүләген уҡыусылар ҡулланмаһына тапшырҙыҡ. Хәҙер тәнәфес ваҡытында балалар бушлай һәм юғары сифатта телеканалдарҙы ҡарай аласаҡ.Тырышҡан — моратына ирешкән. Был мәҡәл тап Баттал ауылы халҡы тураһында. Хозур тәбиғәте, һәләтле кешеләренән тыш, ауыл өлгөлө ғаиләләргә бай. Баҡса күҙҙең яуын алып сәскәгә күмелгән, ә урам эсе генә түгел, хатта тышы ла техника менән тулған. Һүҙебеҙ Шәғалиндар ғаиләһе тураһында.Ғабдулла Шәғалин 24 йыл ғүмерен полицияла хеҙмәт иткән. Әле хаҡлы ялға сыҡҡас та, ул буш ултырмай, ауыл хужалығы менән булыша. Ғаиләлә бер-береңде хөрмәт итһәң генә бәхеткә ирешеп була, ти йорт хужаһы. Уның хәләл ефете Лидия Шәғалина менән улар 27 йыл бергә ғүмер итә. Урамдың таҙалығы, йорттоң балҡып ултырыуы, һанап бөтмәҫлек мал-тыуар тәрбиәләү- барыһы ла ғаилә тырышлығынан.Ҡатын-ҡыҙҙың ҡулы уңған булырға тейеш. Йорт эштәренән һуң, бер табында бергәләп аҙыҡты ауыҙ итеү-Шәғалиндар өсөн бәләкәй генә йола булып килә. Бәхетле ғаилә күптәргә үрнәк булып тора. Киләсәктә ейән-ейәнсәрҙәр тауыштарына күмелеп йәшәүҙе теләй улар. Баттал ауылында йәшәүсе алтын ҡуллы, башҡаларға белемен таратыусы, тормош йәмен татып йәшәүселәр тураһында һөйләп бөтөп булмай.Быуындан-быуынға күсеп килгән һәләтте үҫтереүселәр айырыуса бәхетле. Өс ул атаһы Дим Хәйбуллин мейес сығарыу оҫталығы менән дан тота.Бер йәй эсендә ундан ашыу мейес сығара оҫта. Алтын ҡулдары менән дан алған Дим Хәйбуллин күрше ауыл-райондарға ла бара. Ә уның улдары иһә крәкле лә һирәк тә һөнәргә өйрәнеүе өсөн рәхмәттәр генә уҡый.Ауылдың үҫеше тәү сиратта халыҡтың берҙәмлегенә бәйле. Баттал — күркәм ауыл, татыу ғаилә һәм алтын ҡуллы оҫта -“Алтын бишек” акцияһында бирелгән шарттарҙың бөтәһенә дәлил. Ауыл халҡының көнкүрешен яҡшыртыу- “Алтын бишек” акцияһының төп маҡсаттарының береһе. Төп приз -трактор-хужалыҡта алыштырғыһыҙ техника. “Агроспецпрогресс” йәмғиәте был тракторҙы ярышта еңеп сыҡҡан, үҙен өлгөлө итеп күрһәткән ауылға тапшырасаҡ. Бынан тыш Рәсәй телевидение һәм радио тапшырыуҙар селтәре компанияһынан еңеүселәрҙе телевизор һәм приставкалар менән бүләкләйәсәк. Ярышта ҡатнашырға теләүселәргә ни бары беҙҙең интернеттағы рәсми сайтҡа инеп ғариза ғына ҡалдырырға кәрәк. Теләгән һәр район, һәр кеше республика буйынса уҙғарылған “Алтын бишек” акцияһында ҡатнаша ала. Учалы районы Баттал ауылы халҡы юҡҡа ғына тыуған ауылын алтынға тиңләмәй. Матур тәбиғәте һәм данлыҡлы кешеләре булғанда ғына ауыл рухы к-тәреләсәк. Ә рух булғанда тыуған ер йәнә сәскә атыр. 

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Балаларҙың аттестатһыҙ ҡалыуында кем ғәйепле? | ГТРК «Башкортостан»

Балаларҙың аттестатһыҙ ҡалыуында кем ғәйепле?

Балтаc районында ғәҙәттән тыш хәл. Бында Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен фальсификациялау сәбәпле 16 бала аттестатһыҙ тороп ҡалды. Республика етәксеһе ғәйеплеләрҙе табып тейешле саралар күрергә ҡушты. Был хаҡта  Радий Фәрит улы хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. “Башҡорт...

9 июля 2019
Смотреть видео Сәхнә йондоҙо булғың килһә... | ГТРК «Башкортостан»

Сәхнә йондоҙо булғың килһә...

9-сы классты тамамлап, ҡулдарына  аттестат алған үҫмерҙәр өсөн ҡыҙыу мәл башланды. Кемдер 10-сы классҡа, кемдәрелер урта-һөнәри белем биреү  учреждениеларына ғаризалар  тапшыра һәм уҡырға инеүе тураһында иғлан көтә. Ә  Өфө сәнғәт училищеһы студенты булырға теләүселәр имтиханға...

5 июля 2019
Смотреть видео Ҡарбуз, ҡауын йәнә һатыуҙа күренә башланы | ГТРК «Башкортостан»

Ҡарбуз, ҡауын йәнә һатыуҙа күренә башланы

Ҡарбуз, ҡауын йәнә баҙар, магазин кәштәләрендә, юл буйҙарындағы сауҙа нөктәләрендә күренә башланы. Кемдер баҡса культураларын йыл әйләнәһенә ашарға мөмкин тей, ә бәғзе берәүҙәр август тыуғанын көтә. Татлы емеште әленән үк тәмләп ҡарарғамы, әллә йәй уртаһын көтөргәме? Эй, яратабыҙ ҙа инде ҡарбузды!...

5 июля 2019
Смотреть видео Күк менән ҡапланған фатирҙар | ГТРК «Башкортостан»

Күк менән ҡапланған фатирҙар

Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр дөрөҫлөк талап итеп идарасы ойошманы алмаштырыуға тиклем барып етте.  Йортта 8 фатирҙа стеналар күк менән ҡаплана башлау менән хужалар саң ҡаға башлай.  Күп тапҡырҙар мөрәжәғәттәр яуапһыҙ ҡалғас, улар хакимиәткә мөрәжәғәт итә. Аксаков...

5 июля 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Көнсығыш хәрби округының йыйылма отряды Иркутск өлкәһендә һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ярҙам итәсәк. Тулун ҡалаһында хәрбиҙәр торлаҡ йорттарҙан һыуҙы һурҙырыуҙа, ихаталарҙа дезинфекция үткәреүҙә ҡатнаша. Был эштәрһә 900 кеше, 90 берәмек махсус техника йәлеп ителгән. Иркутск өлкәһенең Тулун...

5 июля 2019
Смотреть видео  Ҡаҙағстан башҡорттары ҡоролтайы делегацияһының осрашыуы үтте   | ГТРК «Башкортостан»

Ҡаҙағстан башҡорттары ҡоролтайы делегацияһының осрашыуы үтте

Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәргә ярҙам программаһын бойомға ашырыу йәһәтенән Республиканың милли музейында мәҙәниәт, мәғариф, ғаилә, хеҙмәт һәм халҡты социаль яҡлау, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары вәкилдәре менән Ҡаҙағстан башҡорттары ҡоролтайы делегацияһының осрашыуы үтте....

5 июля 2019
Смотреть видео “Айыҡ ауыл” проекты яңы һулыш ала | ГТРК «Башкортостан»

“Айыҡ ауыл” проекты яңы һулыш ала

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумының беренсе эш ултырышында бишенсе йыйында ҡабул ителгән резолюция ҡарарҙарын бойомға ашыра башлау юлдары билдәләнде. Айыҡ ауыл программаһын тергеҙергә Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ҡоролтайҙың бишенсе йыйынында тәҡдим...

5 июля 2019
Смотреть видео Һөт һатыуҙа яңы ҡанун үҙ көсөнә инде | ГТРК «Башкортостан»

Һөт һатыуҙа яңы ҡанун үҙ көсөнә инде

Талап буйынса составында үҫемлек майы булған һөт ризыҡтары һөт һәм һөт аҙыҡтарынан айырым кәштәләрҙә урынлаштырылырға тейеш. Закондың үтәлешен “Халыҡ контроле” проекты ағзалары тикшерҙе. Магазин кәштәләре төрлө ризыҡтарҙан һығылып тора. Күптәр уларҙың тышында нимә яҙылғанын уҡып та тормай кассаға...

5 июля 2019
Смотреть видео  Цифра мөмкинлектәрҙе киңәйтә | ГТРК «Башкортостан»

Цифра мөмкинлектәрҙе киңәйтә

Өфөлә йәнә бер кешегә телевидение тапшырыуҙарын юғары сифатта ҡарау һөйөнөсө бүләк ителде. Рәсәй телерадиоселтәренең Башҡортостан бүлексәһе Максим Васильевтың телевизорына махсус приставка урынлаштырҙы. 28 йәшлек Максимдың физик мөмкинлектәре сикле, әммә донъя һәм ил ваҡиғаларынан, бигерәк тә спорт...

4 июля 2019
Смотреть видео Мәскәү һабантуйына әҙерлек | ГТРК «Башкортостан»

Мәскәү һабантуйына әҙерлек

Туғандаш халыҡ- башҡорт һәм татар һабантуйы донъяның бихисап илдәрендә үткәрелә. Ә Мәскәү һабантуйы нимәһе менән үҙенсәлекле, тиерһегеҙ. Ишкәкселәр ярышы менән. Борондан тулы һыулы йылғалар ярында йәшәгән халыҡ булараҡ  был спорт төрө беҙгә ят түгел. Мәскәүҙә йәшәүсе бер төркөм башҡорт...

4 июля 2019
Смотреть видео  Уйын майҙансыҡтарындағы хәүефһеҙлеккә иғтибар | ГТРК «Башкортостан»

Уйын майҙансыҡтарындағы хәүефһеҙлеккә иғтибар

Республика етәксеһе Радий Хәбиров балаларҙың уйын майҙансыҡтарындағы хәүефһеҙлеккә иғтибарҙы көсәйтеүҙе талап итә. Ҡалаларҙа әле ошондай меңгә яҡын ҡоролманы алыштырыу кәрәк. Өфөлә балалар өсөн 1 мең 500-ҙән ашыу майҙансыҡ бар. Уларҙы “Халыҡ контроле” проекты ағзалары тикшерҙе. Был балалар...

4 июля 2019
Смотреть видео  100 бал йыйһаң ярҙам булыр | ГТРК «Башкортостан»

100 бал йыйһаң ярҙам булыр

Башҡортостанда  Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырыусыларҙы, олимпиадаларҙа еңеүселәргә ярҙам күрһәтеләсәк. Әйтәйек, Өфө дәүләт нефть-техник университеты юғары стипендия алырға хоҡуҡ биргән сертификат бирергә йыйына. Ә олимпиада йомғаҡтары буйынса уҡырға инеүселәр 30 мең һумлыҡ...

4 июля 2019
Смотреть видео Өфө янындағы ауылдарҙың береһе закон ҡамауында ҡалған | ГТРК «Башкортостан»

Өфө янындағы ауылдарҙың береһе закон ҡамауында ҡалған

Самохваловканан сыҡҡан берҙән-бер юлды бер ниндәй иҫкәртеүһеҙ япҡандар. Хәҙер кешеләргә күрше ауыл аша 6-7 саҡрым урап йөрөргә тура килә. Юлды ябыусылар уның законһыҙ һалыныуы менән аҡлана.Көн дә йөрөгән юл уртаһында йырын булыр тип һис тә уйламаным ти Дмитрий Тимофеев. Ауылдан сығып килгәндә ул...

4 июля 2019
Смотреть видео Кеше ғүмере яңы объектҡа ҡарағанда мөһимерәк | ГТРК «Башкортостан»

Кеше ғүмере яңы объектҡа ҡарағанда мөһимерәк

Өфөлә Степан Халтурин урамында йәшәүселәр ихата эсендәге һарайҙа янғын сығыуҙа күршеләге эшҡыуарҙы ғәйепләй. Йылдар дауамында ер участкаһын бүлә алмау-төн уртаһында килеп сыҡҡан янғындың сәбәбе, ти урындағы халыҡ. Компьютер, принтер, кер йыуыу машинаһы һәм башҡа кәрәк-яраҡтар... Степан Халтурин...

4 июля 2019
Смотреть видео Сипайлово биҫтәһендә подъездар төҙөкләндереү барышы контрольгә алынды | ГТРК «Башкортостан»

Сипайлово биҫтәһендә подъездар төҙөкләндереү барышы контрольгә алынды

Торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһен күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты Республика башлығының эксперт-контроль идаралығы менән берлектә комиссия ойоштороп ремонт барған тиҫтә йортта рейд үткәрҙе. Буяу-ағартыу, коммуникациялар төҙөклөгөн тәьмин итеү йәһәтенән башҡаралғын эштәр талаптарҙың үтәлмәүен күрһәтә....

4 июля 2019
Смотреть видео Экологик өмә менән һуңлаусы биҫтә | ГТРК «Башкортостан»

Экологик өмә менән һуңлаусы биҫтә

Республика етәксеһе Радий Хәбировтың тәнҡитенән һуң Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә урамдарҙы һәм ихаталарҙы тәртипкә килтерә башланылар.Микрорайонды таҙартыуға ете райондың коммуналь хеҙмәттәре, муниципаль предприятиелар хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән. Улар газондарҙы сабып тигеҙләй, юлдарҙы бысраҡтан...

4 июля 2019
Смотреть видео Өҫтәмә алған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре исемлеге киңәйтелде | ГТРК «Башкортостан»

Өҫтәмә алған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре исемлеге киңәйтелде

Рәсәй Хөкүмәте пенсияның билдәләнгән өлөшөнә 25 процентлыҡ өҫтәмә алған ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре исемлеген киңәйтте. Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, исемлек эшселәр, ауыл хужалығы өлкәһендәге шәхси эшҡыуарҙар, келәт мөдирҙәре, ауыл хужалығы техникаһын һәм етештереү ҡорамалын...

3 июля 2019
Смотреть видео Халыҡ контроле | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ контроле

Үҫемлек майҙары ҡушылмаған тәбиғи һөт ризыҡтары магазиндарҙа айырылып торорға тейеш. Хөкүмәттең яңы ҡарары үтәлешен тикшереү йәһәтенән “Халыҡ контроле” активистары ҙур супермаркеттар буйлап рейдҡа сыҡты. Бындай хәл ревизорҙар булып үткән һәр бер магазинда күҙәтелә тиерлек. Ниндәй һөт продукцияһына...

3 июля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда «Алға» берҙәм транспорт картаһы һатыла башланы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда «Алға» берҙәм транспорт картаһы һатыла башланы

Ул 1 июлдән «Башавтотранс» һәм шәхси компанияларҙың, шул иҫәптән ҡала яны автобустарында, трамвайҙарҙа һәм троллейбустарҙа ҡабул ителә. Берҙәм транспорт картаһы проекты 700 миллион һумға баһалана. Социаль, банк карталары менән бер рәттән йәмәғәт транспортында хәҙер ,,Алға,, берҙәм картаһы менән дә...

3 июля 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Францияла “һары жилеттарҙың” утыҙ өсөнсө ҡаршылыҡ акцияһы үткән. Меңләгән француз ил хөкүмәте алып барған сәйәсәткә ҡаршы сығыш яһай. Был юлы ла полиция демонстранттарға ҡаршы күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланған. Севастополдә “Армия-2019” форумында Рәсәй диңгеҙ флоты кораблдәре, истребитель һәм...

3 июля 2019
Смотреть видео Миәкәлә күп балалы ғаилә янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы ярҙамында ғына иҫән ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Миәкәлә күп балалы ғаилә янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы ярҙамында ғына иҫән ҡала

Башҡортостанда янғынды иҫкәртеү ҡоролмалары 119 кешенең ғүмерен ҡотҡарған. Уларҙың яртыһы – балалалар. Һуңғы 3 йылда республика барлығы 90 меңдән ашыу махсус ҡоролма ҡуйғандар. Миәкә районының Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында күп балалы ғаилә янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы ярҙамында ғына тере ҡала. Батыршиндар...

3 июля 2019
Смотреть видео Ғаилә именлеге һағында | ГТРК «Башкортостан»

Ғаилә именлеге һағында

Республика урман янғындарын һүндереү техникаһы менән 100 процентҡа тәьмин ителәсәк. Был эштәр “Экология” милли проекты сиктәрендә алып барыла. Төбәктең Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостандың урман янғындарын һүндереү һәм иҫкәртеү үҙәге ҡарамағында әле һигеҙ станция бар....

3 июля 2019
Смотреть видео Республикала “Торатау йыйыны” йыл да үткәреләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Республикала “Торатау йыйыны” йыл да үткәреләсәк

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә подъездарҙы ремонтлау, Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә сүп-сарға бәйле хәл буйынса бик ҡаты һөйләшеү булды. Радий Хәбиров чиновниктарҙы, тәү сиратта, ябай кешеләр тураһында уйларға саҡырҙы. Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмә республикалағы иң...

3 июля 2019
Яндекс.Метрика