Республика етәксеһе Белем көнөнә етди әҙерләнергә саҡырҙы

Ураҡты тиҙләтергә, яңы уҡыу йылына лайыҡлы башланғыс һалырға һәм тыуым кимәлен кәметмәҫкә. Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә көнүҙәк бурыстар билдәләнде. Башҡортостанда үткән ярты йылда инвестициялар күләме 13,6 процентҡа артҡан. Был ҡаҙанышты төбәктә алып барылған дөрөҫ сәйәсәт һөҙөмтәһе, тип билдәләргә лә мөмкин. Радий Хәбиров  экология һәм тәбиғәт сығанаҡтарын файҙаланыу министры вазифаһын яңы  башҡарыусы Урал Искәндәровты  таныштырып уны республика һәм уның халҡы мәнфәғәттәре һағына баҫырға саҡырҙы.Башҡортостан игенселәре быйыл 3 миллион тонна тулайым уңыш алырға иҫәп тота. Әлегә һауа шарттары ужым баҫыуҙарының 33, яҙ сәселгәндәренең 42 процентында ғына ашлыҡ йыйып алыу форсатын биргән. Тәүгеләренең гектар ҡеүәте юғарыраҡ, республика буйынса уртаса 22 центнер. Иң уңдырышлы күрһәткес Саҡмағош районында. Бында һәр гектарҙан 37 центнер иген һуғылған.  Илшат Фазрахманов киләсәктә тап ужым культураларына өҫтөнлөк биреү яҡлы. Бөгөн иһә үҫтерелгән уңышты тиҙ арала йыйып алыу мөһим. Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары һәм ауыл хужалығы министры вазифаларын башҡарыусы хужалыҡтарға техника менән оператив ярҙам тәҡдим итә.133 технология, 133 информатика һәм тормош хәүефһеҙлеге дәрестәре өсөн шулай уҡ 133 махсус кабинет. Ауыл мәктәптәрен ошо үҫеш нөктәләренән тыш яңыртылған 43 спорт залы һәм 5 асыҡ майҙансыҡ көтә. Яҫы һыҙатлы Интернет иһә яңы уҡыу йылынан ауыл мәктәптәренә 50, ҡаланыҡыларға 100 мегабит тиҙлектә электрон белем сығанаҡтарын файҙаланыу мөмкинлеге бирәсәк. Мәғариф милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда йыл аҙағына 21 мәктәп һәм 21 балалар баҡсаһы төҙөлөшө тамамлана. Дөйөм белем биреү учреждениеларының икәүһе асыҡ, беренсе сентябргә йәнә 9-ҙы уҡыусылар ҡабул итергә әҙерләнә. Бынан тыш 12 коррекцион мәктәптең матди техник базаһын нығытыу, төбәктә өҫтәмә белем биреү модель үҙәген булдырыу һәм һәләтле балалар өсөн Федераль кимәлдәге “Сириус” өлгөһөндәге белем үҙәге асыу күҙ уңында тотола. Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин был тәңгәлдә кадрҙар мәсьәләһе киҫкенләшеүен белдерә.  Республикала тәрбиәселәргә ихтыяж арта. Балалар баҡсаһына мохтажлыҡҡа Демография милли проекты ла бәйле. Тыуым дөйөм күрһәткесен үҙ кимәлендә ҡалдырыр өсөн Башҡортостанда ғаиләләргә финанс ярҙам төрҙәре киңәйтелә. Быйыл социаль түләүҙәр күләме 2 миллиард 1 миллион һум. Беренсе балаһы тыуғас аҡсалата ярҙамды 4829, өсөнсө һәм унан да күберәк бала тыуған осраҡта түләнгән сумманы 4272 ғаилә файҙаланған. 2019 йылда 2025 ЭКО циклы башҡарылған. Милли проектты бойомға ашырыу сиктәрендә төҙөлгән төбәк программаһы өс йәшкә етмәгән бала тәрбиәләгән әсәләргә эшкә сығыу мөмкинлеген тәьмин итер өсөн яңы балалар баҡсалары асыу ғына түгел, ә һөнәр камиллаштырыу сараларын да күҙаллай.Тыуымды Демография милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә үтәлгән йәнә бер программа өлкән быуын мәнфәғәттәренә ҡағыла. Хеҙмәт йәшенән өлкәндәрҙең һаулығын хәстәрләү маҡсатында республика ололарға пневмококк инфекцияһынан һаҡлаусы вакцина яһатырға 5 миллион һум йәлеп итә. Ауылдар быйыл өлкәндәрҙе өҫтәмә медицина тикшеренеүе үтергә дауаханаға алып барыу өсөн 18 бәләкәй автобус менән тәьмин ителә. Хаҡлы ял йәшенә яҡынлашҡан хеҙмәткәрҙәргә һөнәр яңыртыу йәиһә камиллаштырыу үҙәктәре эше яйға һалына. Федераль адрес мәғлүмәт системаһын тултырыу буйынса Башкортостан илдә өсөнсө, Волга буйы федераль округында беренсе урында. Был хаҡта оператив кәңәшмәлә Федераль һалым хеҙмәтенең төбәк идаралығы етәксеһе урынбаҫары Андрей Солнцев белдерҙе. Адрес мәғлүмәт селтәрен тултырыу — Башҡортостан ҡаҙнаһын һалым иғәнәләренә байытыуҙың һөҙөмтәле сығанағы. Быйыл ете айҙа исемлеккә миллионға яҡын яңы адрес индерелгән. Ер участкаларын теркәү 20-нән 90, капиталь төҙөлөш объекттарын теркәү күрһәткесе 98 процентҡа еткән. Радий Хәбиров ФИАС исемлеген тултырыу эшен дауам итергә ҡушты. 

 

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә

 Алдау алымдары шул уҡ – тәҙрә ремонтлау йә газ ҡоролмаһын йүнәтеү хеҙмәттәре, ә бына суммалар реаль хаҡтан унар тапҡырға ҡиммәт. Хеҙмәт ветераны Валентина Прокофьева йортона саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡыйыу аҙымдар менән инеп ярҙамын таға башлауына ханым аптырашта ҡала. Тәҙрә тотҡаларын...

7 августа 2020
Смотреть видео Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов артистарҙы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы менән таныштырҙы. 2006 йылда "Бөйрәкәй" романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ...

7 августа 2020
Смотреть видео  “Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә | ГТРК «Башкортостан»

“Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә

Президент Путиндың Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттарын үҫтереү тураһындағы Указына ярашлы, Сочи белгестәре Өфөләге таланттар асыҡлау үҙәге уҡытыусылары менән һәләтле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен уртаҡлаша.  Проект технологиялары лабораторияһы тәбиғәт фәндәренең һәр ҡайһыһын һан-программа...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала

2024-се йылға тиклем Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөлә өс, Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Асҡын һәм Мәсәғүттә  вертолеттар төшөү өсөн берәр майҙансыҡ төҙөләсәк. Быйыл санитар авиация ярҙамында 75...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар  7 меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңгә яҡынлаша

Стопкоронавирус сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 6 мең 920-гә етте. Бер  тәүлектә 34 кешенең коронавирус менән ауырыуы асыҡланған. Социаль арауыҡты һаҡлау, күпләп йыйылышмау, битлек, бирсәткә кейеү - һаҡланыуҙың ҡәҙимге саралары булып ҡала....

7 августа 2020
Смотреть видео Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала

   Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа ужым культураһының гектар ҡеүәте 30-35 центнерға етә. Был үҙенә күрә рекорд тип әйтергә мөмкин. Сөнки, Көйөргәҙе – игенселек өсөн хәүефле зона булып ҡала һәм бында йыл һайын тиерлек ҡоролоҡ. Көйөргәҙе аграрийҙары беренселәрҙән булып ужым культураларын урып...

7 августа 2020
Смотреть видео Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй

Иң тормошсан һәм мәртәбәле һөнәр эйәләре – төҙөүселәр – һөнәри байрамын билдәләргә әҙерләнә. Ошо уңайҙан Республика йортонда тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостан элек-электән төҙөлөш тармағы киң үҫешкән төбәк булараҡ танылған. Республикала Социалистик...

7 августа 2020
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020