Радиация һәләкәттәре эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға һәйкәл асылды

Өфөлә Еңеүҙең 50 йыллығы скверында Чернобыль һәм башҡа радиация һәләкәттәре эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға һәйкәл асылды. Һәйкәл ҡуйыу тәҡдимен чернобылселәрҙең мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлаған «Чернобыль союзы» урындағы йәмәғәт ойошмаһы индергән. Бронза скульптураның авторы — Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Хәниф Хәбибрахманов. Чернобыль һәм башҡа радиация һәләкәттәре эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларға социаль ярҙам күрһәтеү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса Рәсәйҙең “Чернобыль союзы” президенты республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашты. Әле республикала Чернобылдәге авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә  ҡатнашҡан 2 меңдән ашыу кеше йәшәй. Барлығы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә Башҡортостандан 12 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан.  

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанда яңы күсмә ветеринар лаборатория һынау үтә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы күсмә ветеринар лаборатория һынау үтә

Ул газель автомобиле нигеҙендә эшләнгән. Яңы ҡорамалдар ярҙамында белгестәр малдарҙың тиҫтәләгән сирен тикшерә ала. Күсмә лабораторияла малдарҙан алынған ҡандың анализын тикшереү өсөн 30-ға яҡын махсус ҡорама бар. Улар ярҙамында табиптар һыйыр һәм быҙауҙарҙың тиҫтәләгән сирен тиҙ-арала тикшереп,...

22 июля 2020
Смотреть видео Республикала битлек режимы һаҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Республикала битлек режимы һаҡлана

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә COVID-19 йоҡтороуҙың 58 яңы осрағы теркәлгән. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле 226 пациент стационарҙа һаулығын нығыта. 80 сирленең хәле - ҡәнәғәтләнерлек, 113-өнөң - уртаса, 33-ө - ауыр хәлдә. 1 мең 467 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана....

22 июля 2020
Смотреть видео Янғын һүндерелерме? | ГТРК «Башкортостан»

Янғын һүндерелерме?

Бөрйән һәм Белорет райондары урмандарында сыҡҡан янғындар бөгөн һүндереләсәк. Һәр хәлдә, республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә урман хужалығы министры шундай вәғәҙә бирҙе. Урман янғындары 23 гектарҙа Учалы районында, 18-ҙәр гектарҙа Белорет менән Йылайыр, 12 гектарҙа Бөрйән районы...

22 июля 2020
Смотреть видео Радий Хәбиров транспорт системаһын 1 сентябргә әҙерләргә ҡушты | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров транспорт системаһын 1 сентябргә әҙерләргә ҡушты

“Транспорт сәғәтендә” пандемия осоронда пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу, транспорт реформаһы барышы тикшерелде. Башҡортостанда әле меңләгән маршрут буйынса 10 мең автобус йөрөй. Радий Хәбиров билдәләүенсә, йәйге каникулдарҙан һуң пассажирҙар арта. Йәмәғәт траснпорты муниципаль маршруттарҙа...

22 июля 2020
Смотреть видео Ишлелә мал ишәйә | ГТРК «Башкортостан»

Ишлелә мал ишәйә

Ауырғазы районында төбәктәге иң ҙур аграр предприятиеларҙың береһе - “Урожай” инвестиция проектын бойомға ашырыу барышы менән Республика башлығы Радий Хәбиров ҡыҙыҡһынды. Был һөт тауар фермаһы 6 м 530 һыйыр малын аҫрауға һәм 2 мең 980 баш мал үрсетеүгә  иҫәпләнгән. Һөтсөлөк тармағын...

22 июля 2020
Смотреть видео Бөтә ауырыуҙарҙан дауаланыу өсөн миллион һум аҡса | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә ауырыуҙарҙан дауаланыу өсөн миллион һум аҡса

Тап ошо тылсымлы һүҙҙәргә ышанған пенсионер үҙен күрәҙәсе тип таныштырған ят кешегә бар аҡсаһын күсергән. Мөғжизәгә ышанған ҡатын хәҙер тынысланыр өсөн көн дә дарыу эсергә, етмәһә кредит түләргә мәжбүр. Республикала әле ике меңдән ашыу кеше үҙ карталарынан аҡса күсереп мутлашыусылар ҡулына эләккән...

21 июля 2020
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

«Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһының макетын һәм ҡуйыу урынын халыҡ һайлаясаҡ. Был турала ойоштороу комитетының тәүге ултырышында хәбәр иттеләр. Конкурсҡа бихисап эштәр ебәрелгән. Шуларҙың ун бише менән комитет ағзалары танышты. Макеттарҙың бишәүһе тауыш биреүгә сығарыла, йәмәғәтселек фекерен...

21 июля 2020
Смотреть видео Халыҡҡа  ярҙам күрһәтеүҙең бер ысулы - социаль контракттар | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡҡа ярҙам күрһәтеүҙең бер ысулы - социаль контракттар

Социаль контракт - граждан һәм халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү органдары араһында төҙөлгән килешеү. Документ гражданға адреслы социаль ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостанда Социаль килешеү программаһы 2014 йылдан алып эшләп килә. Быйыл республика ярлылыҡ кимәлен кәметеү буйынса ...

21 июля 2020
Смотреть видео Бөрйән һәм Белорет райондары урмандарында янғын һүндереү дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Бөрйән һәм Белорет райондары урмандарында янғын һүндереү дауам итә

Быйыл янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып дөйөм 4 мең гектар майҙанда 109 янғын теркәлгән. Республика етәксеһе әйтеүенсә, урманға сыҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә етди иғтибар бирергә кәрәк. Радий Хәбиров урман хужалығы министрлығына мөмкин тиклем ярҙам итергә саҡырҙы. Был хаҡта ул...

21 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостан урмандарында дүртенсе һәм бишенсе класлы янғын хәүефе фаразлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан урмандарында дүртенсе һәм бишенсе класлы янғын хәүефе фаразлана

Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Әлшәй, Архангел, Бәләбәй, Бүздәк, Дүртөйлө, Йылайыр, Кушнаренко, Стәрлебаш, Туймазы, Саҡмағош һәм Шишмә райондары биләмәһендәге урмандарҙа айырыуса һаҡ булырға кәңәш ителә. Хәйбулла, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез,...

21 июля 2020