Рәсәйҙә археологтар көнө билдәләнде

Археология – үткәнебеҙҙең ваҡыт шаршауын асҡан, тарихыбыҙ серҙәре менән таныштырған, ҡайһы саҡта иҫ китәрлек асыштар яһаған фән. Милли музейҙа хәҙерге заман Башҡортостан археологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе – Мәхмүҙә Садыҡова һәм Алексей Шмидт иҫтәлегенә күргәҙмә асылды. Зарема Садыҡова әсәһе хаҡында сәғәттәр буйына һөйләй ала. “Тыуған иленең һауаһын яратты”, — ти ул билдәле ғалим-археологты ҡылыҡһырлап. Мәхмүҙә Хисай ҡыҙы ҡаҙыу эштәренә йыш ҡына үҙе менән ғаиләһен дә алып китергә мәжбүр булған. Мәхмүҙә Садыҡова хәҙерге заман Башҡортостан археологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарынан беренсе профессиональ археолог. Ҡатын-ҡыҙ өсөн ул заманда археологик ҡаҙылмалар эштәрен башҡарыу ҡатмарлыҡтар килтерә. Мәхмүҙә Садыҡованың төп тикшеренеү йүнәлеше — Көньяҡ Уралдың сармат мәҙәниәте. Бер нисә археологик ҡомартҡыны аса: Иҫке муса ҡурғандары, Убалар, Шәкетау тауының көнсығыш битләүендә Шаһ-Тау, Иҫке Ҡыйышҡы ҡурғандарын өйрәнә. Тиҫтәләгән ғилми хеҙмәт авторы. Республиканың милли музейы фондында һаҡланған ҡаҙылма ҡомартҡылары менән Мәхмүҙә Садыҡованың шәхси әйберҙәре лә урын алған. Күргәҙмә менән ғалим-археологтың таныштары, яҡындары, хеҙмәттәштәре танышты. Зарема Әхмәтшәрип ҡыҙының бергә уҡыған иптәштәре лә килгән, улар иһә әхирәтен әсәһенә ныҡ оҡшаған, тип белдерҙе. Совет ғалим-археологы Мәхмүҙә Садыҡоваға август айында 100 йәш тулыр ине. Күргәҙмәлә шулай уҡ совет археологы һәм шәрҡиәтсеһе Алексей Шмидтың ҡаҙылма ҡомартҡылары урын алған. Алексей Шмидт Кама буйы боронғо халыҡтарының тарихын һәм этногенез проблемаларын, Урал халыҡтарының дине һәм сәнғәтенең килеп сығышын, үҫешен, мәҙәниәтен тикшерә, археология мәҙәниәтенең үҙ ваҡыты өсөн классификацияларҙың бөтөн методикаһын барлыҡҡа килтерә, уларҙы осорҙарға бүлә һәм аныҡ хронологияһын эшләй.Күргәҙмә Рәсәй академия археологияһына 100 йыл, “Башҡортостандың археология йәмғиәте” төбәк ижтимағи ойошмаһы барлыҡҡа килеүенә 10 йыллығына арналған. Тормош-көнкүреш әйберҙәре, биҙәүестәр, һауыттар – беҙҙең эраға тиклем 4-се быуаттарҙағы ҡаҙылма ҡомартҡылар менән яҡындан танышырға мөмкин.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Миҙгел ауырыуҙары киҫкенләшә | ГТРК «Башкортостан»

Миҙгел ауырыуҙары киҫкенләшә

Эҫе һауа торошо, йә көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы миҙгел ауырыуҙарының киҫкенләшеү  ихтималлығын арттыра. Йәйгеһен һаулыҡҡа тағы ла ниҙәр йоғонто яһай, улар менән нисек көрәшергә? Киләһе мәғлүмәт ошо турала.

4 июня 2020
Смотреть видео Мәскәүҙә һабантуй | ГТРК «Башкортостан»

Мәскәүҙә һабантуй

Бөгөн Мәскәүҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ һабантуйға йыйыла, ул быйыл ғәҙәттәгесә Коломенское музей-ҡурсаулығында түгел, ә интернет киңлектәрендә онлайн үтәсәк.  Ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, һабан байрамының төп йолалары программала һаҡлана. Ете онлайн-майҙан аша байрам ҡунаҡтары милли көрәш...

4 июня 2020
Смотреть видео Рус теленән диктант | ГТРК «Башкортостан»

Рус теленән диктант

Рус теле көнө алдынан Башҡортостанда “Рус теленән Республика диктанты” тигән белем акцияһы үтәсәк.  Сара 5 июндә онлайн форматта ойошторола. Диктант яҙыуҙың төп маҡсаты – йәмәғәтселек иғтибарын рус телен өйрәнеүгә, белем кимәлен күтәреүгә һәм үҙ-аллы белем алыуға йәлеп итеү.  Рус...

4 июня 2020
Смотреть видео Онлайн уҡырға ин | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн уҡырға ин

Эпидемиологик хәл быйылғы ҡабул итеү кампанияһына үҙ йоғонтоһон яһаны. Университет һәм колледждарға быйыл документтар онлайн тапшырыла. Тағы ла ниндәй үҙгәрештәр көтөлгәнен беҙҙең хәбәрселәр асыҡланы.

4 июня 2020
Смотреть видео Ауыл сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл сәғәте

Тәүге “Ауыл сәғәте”. Башҡортостан башлығың эш графигында яңы кәңәшмә тармағы барлыҡҡа килде. “Ауыл сәғәте” тәртибендә агросәнғәт комплексының көнүҙәк мәсъәләләре ҡараласаҡ. Был хаҡта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Беренсе “Ауыл...

4 июня 2020
Смотреть видео Тауыш биреү көнө | ГТРК «Башкортостан»

Тауыш биреү көнө

Ил мөһим ваҡиғаға әҙерләнә – 1-се июль Рәсәй Конституцияһына төҙәтмә индереү буйынса тауыш биреү үтәсәк. Рәсәй президенты был көндө – ял көнө, тип иғлан итте. Роспотребнадзор тәҡдименә ярашлы һәр участокта ҡулдарҙы дезинфекциялау һәм битлек менән бирсәткәләр тапшырыу пункты урынлашасаҡ, шулай уҡ...

4 июня 2020
Смотреть видео “Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарына әҙерлек | ГТРК «Башкортостан»

“Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарына әҙерлек

Башҡортстанда хәрби инженерҙар төбәктең иң ҙур йылғаһы аша үтеүҙә үҙҙәрен һынаны. Улар “Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарының бер этабына әҙерләнә. Тулыраҡ киләһе репортажда. Инженер разведкаһының төп маҡсаты - Һыу аша сығыу өсөн бөтә ҡаршылыҡтарҙы асыҡларға һәм юҡ итергә. Ярҙа күренгән дошманды...

3 июня 2020
Смотреть видео Күп ҡатлы йорттарҙә капиталь ремонт яңынан башланды | ГТРК «Башкортостан»

Күп ҡатлы йорттарҙә капиталь ремонт яңынан башланды

Республикала йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы яңынан башланды. Үҙизоляция ваҡытында ул туҡтатылған ине. Эпидемиологик хәлгә бәйле фасад һәм биналарҙың ҡыйыҡтарын алмаштырыу эштәре генә башҡарыласаҡ. Төбәк операторы битлек режимын һәм санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәүҙе контролдә тота....

3 июня 2020
Смотреть видео Балаларға президент түләүҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Балаларға президент түләүҙәре

Республикала әлеге көндә 445 меңдән ашыу балаға президент түләүҙәре күсерелде. 10 мең күләмендәге бер тапҡыр түләнгән аҡса 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға тәғәйен. Был пандемия осоронда ғаиләләргә ярҙам сараһы булараҡ түләнә.     

3 июня 2020
Смотреть видео “Сәләмәтлек аллеяһы” | ГТРК «Башкортостан»

“Сәләмәтлек аллеяһы”

Өфө районында “Сәләмәтлек аллеяһы” барлыҡҡа килде. Ағастарҙы Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары республика инфекцион дауаханаһын асыу айҡанлы ултырта. Министрҙар кабинетының күсмә ултырышы был юлы ғәҙәти булмаған форматта -  саф һауала ҡулдарға көрәктәр тотоп үтте. Аллеяның исеме ташҡа яҙылған....

3 июня 2020
Яндекс.Метрика