Республика етәксеһе ҡала-район башлыҡтарын ҡаты тәнҡитләне

Был урындағы етәкселәрҙең эшҡыуарлыҡҡа битараф ҡарашы эҙемтәһе. Юл хужалығы өсөн яуаплы структураларға ла үҙ эшенә намыҫлыраҡ ҡарар сәбәп бар. Август башынан район-ҡалаларҙа эшҡыуарлыҡ сәғәттәре ойошторола. Башланғыстың ниәте яҡшынан әммә һөҙөмтәһе генә башҡаса. Ике аҙна эсендә 189 осрашыу үтергә тейеш булһа, ғәмәлдә яртыһы ғына. Кесаҙнала йүнселдәр менән осрашыуға байтаҡ етәкселәр ваҡыт тапмауына һылтана йә киреһенсә, осрашырға теләүсе эшҡыуарҙар юҡлығына төп сәбәп, тип хисапт бирә. Радий Хәбиров һуңғыһы етәкселәрҙең насар эшләү күрһәткесе икәнен аңлатып һалды.Эшҡыуарҙар теләп тә район йә ҡала хакимиәттәре ишеген шаҡып астыра алмауҙары хаҡында социаль селтәрҙә яҙа. Уларҙың бер нисәһен Радий Фәрит улы уҡып та ишеттерҙе. Йүнселдәр, башлыса, эшҡыуарлыҡ сәғәттәренең бөтөнләй үткәрелмәүенә йә исем өсөн урынбаҫарҙар тарафынан ойошторолоуы хаҡында әйтә. Эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙарҙы тәғәйенләү ҙә бик һүлпән ойошторолған тиелде кәңәшмәлә.Тәнҡит һүҙҙәрен транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәновҡа ла ишетергә тура килде. Юл буйҙарындағы үләндең сабылмауына ризаһыҙлыҡ белдерҙе төбәк етәксеһе. Бындай хәлдең әлегәсә булғаны юҡ тине һәм контроль идаралыҡҡа юлдар торошон даим тикшереү бурысын ҡуйҙы. Әлегәсә юл булмаған биләмәләрҙә иһә яҡын арала ҡаты япма ятырға тейеш. 2025 йылға тиклем барлыҡ ауылдарға һәм ҡала янындағы торлаҡ йорттарға тиклем таш түшәү бурысы тора, әммә был эш әлеге тәртип буйынса эшләгәндә бик ҡиммәткә төшә. Радий Хәбиров бығаса урындағы карьерҙан ҡом, ташты юл түшәү кеүек эштәргә бушлай бирергә ҡушҡайны. Ҡайһы бер муниципалитеттарҙа бындай мөмкинлек юҡ, сөнки карьерҙар шәхси ҡулдарҙа, уларҙан ташты һатып алғанда 1 километр юл хаҡы 1 миллион һумға барып төшә. Ә райондың үҙ карьеры, хатта үҙ техникаһы ла булғанда хаҡ 3 тапҡырға кәмер ине. Эсәр һыу менән тәьмин итеү оператив кәңәшмәнең көн үҙәгендәге йәнә бер мәсьәлә. Быйыл ошо маҡсатта бүленгән сумма былтырғынан 3 тапҡырға күберәк. Уға бер нисә районда һәм Өфө янындағы 6 ауылға һыу үткәргестәр һуҙыла. Республика адреслы инвестиция программаһы сиктәрендә тағы ла 10 объект финанслана. Улар алдағы йылдарҙа сафҡа инер тип көтөлә.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Миҙгел ауырыуҙары киҫкенләшә | ГТРК «Башкортостан»

Миҙгел ауырыуҙары киҫкенләшә

Эҫе һауа торошо, йә көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы миҙгел ауырыуҙарының киҫкенләшеү  ихтималлығын арттыра. Йәйгеһен һаулыҡҡа тағы ла ниҙәр йоғонто яһай, улар менән нисек көрәшергә? Киләһе мәғлүмәт ошо турала.

4 июня 2020
Смотреть видео Мәскәүҙә һабантуй | ГТРК «Башкортостан»

Мәскәүҙә һабантуй

Бөгөн Мәскәүҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ һабантуйға йыйыла, ул быйыл ғәҙәттәгесә Коломенское музей-ҡурсаулығында түгел, ә интернет киңлектәрендә онлайн үтәсәк.  Ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, һабан байрамының төп йолалары программала һаҡлана. Ете онлайн-майҙан аша байрам ҡунаҡтары милли көрәш...

4 июня 2020
Смотреть видео Рус теленән диктант | ГТРК «Башкортостан»

Рус теленән диктант

Рус теле көнө алдынан Башҡортостанда “Рус теленән Республика диктанты” тигән белем акцияһы үтәсәк.  Сара 5 июндә онлайн форматта ойошторола. Диктант яҙыуҙың төп маҡсаты – йәмәғәтселек иғтибарын рус телен өйрәнеүгә, белем кимәлен күтәреүгә һәм үҙ-аллы белем алыуға йәлеп итеү.  Рус...

4 июня 2020
Смотреть видео Онлайн уҡырға ин | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн уҡырға ин

Эпидемиологик хәл быйылғы ҡабул итеү кампанияһына үҙ йоғонтоһон яһаны. Университет һәм колледждарға быйыл документтар онлайн тапшырыла. Тағы ла ниндәй үҙгәрештәр көтөлгәнен беҙҙең хәбәрселәр асыҡланы.

4 июня 2020
Смотреть видео Ауыл сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл сәғәте

Тәүге “Ауыл сәғәте”. Башҡортостан башлығың эш графигында яңы кәңәшмә тармағы барлыҡҡа килде. “Ауыл сәғәте” тәртибендә агросәнғәт комплексының көнүҙәк мәсъәләләре ҡараласаҡ. Был хаҡта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Беренсе “Ауыл...

4 июня 2020
Смотреть видео Тауыш биреү көнө | ГТРК «Башкортостан»

Тауыш биреү көнө

Ил мөһим ваҡиғаға әҙерләнә – 1-се июль Рәсәй Конституцияһына төҙәтмә индереү буйынса тауыш биреү үтәсәк. Рәсәй президенты был көндө – ял көнө, тип иғлан итте. Роспотребнадзор тәҡдименә ярашлы һәр участокта ҡулдарҙы дезинфекциялау һәм битлек менән бирсәткәләр тапшырыу пункты урынлашасаҡ, шулай уҡ...

4 июня 2020
Смотреть видео “Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарына әҙерлек | ГТРК «Башкортостан»

“Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарына әҙерлек

Башҡортстанда хәрби инженерҙар төбәктең иң ҙур йылғаһы аша үтеүҙә үҙҙәрен һынаны. Улар “Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарының бер этабына әҙерләнә. Тулыраҡ киләһе репортажда. Инженер разведкаһының төп маҡсаты - Һыу аша сығыу өсөн бөтә ҡаршылыҡтарҙы асыҡларға һәм юҡ итергә. Ярҙа күренгән дошманды...

3 июня 2020
Смотреть видео Күп ҡатлы йорттарҙә капиталь ремонт яңынан башланды | ГТРК «Башкортостан»

Күп ҡатлы йорттарҙә капиталь ремонт яңынан башланды

Республикала йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы яңынан башланды. Үҙизоляция ваҡытында ул туҡтатылған ине. Эпидемиологик хәлгә бәйле фасад һәм биналарҙың ҡыйыҡтарын алмаштырыу эштәре генә башҡарыласаҡ. Төбәк операторы битлек режимын һәм санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәүҙе контролдә тота....

3 июня 2020
Смотреть видео Балаларға президент түләүҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Балаларға президент түләүҙәре

Республикала әлеге көндә 445 меңдән ашыу балаға президент түләүҙәре күсерелде. 10 мең күләмендәге бер тапҡыр түләнгән аҡса 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға тәғәйен. Был пандемия осоронда ғаиләләргә ярҙам сараһы булараҡ түләнә.     

3 июня 2020
Смотреть видео “Сәләмәтлек аллеяһы” | ГТРК «Башкортостан»

“Сәләмәтлек аллеяһы”

Өфө районында “Сәләмәтлек аллеяһы” барлыҡҡа килде. Ағастарҙы Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары республика инфекцион дауаханаһын асыу айҡанлы ултырта. Министрҙар кабинетының күсмә ултырышы был юлы ғәҙәти булмаған форматта -  саф һауала ҡулдарға көрәктәр тотоп үтте. Аллеяның исеме ташҡа яҙылған....

3 июня 2020
Яндекс.Метрика