Өфөнөң бала табыу йорттарына сит төбәктәрҙән килеүселәр һаны артҡан

Башҡортостан тыуым буйынса Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында алдынғылар рәтенә сыҡты. Үткән ярты йыл дауамында республикала  19 меңдән артыҡ сабый тыуған. Өфөнөң бала табыу йорттарына сит төбәктәрҙән килеүселәр һаны ла артҡан. Буласаҡ әсәләрҙе бөтә уңайлыҡтары булған шарттар ылыҡтыра. Бала тыуыу процессының һәр минуты акушерҙарҙың  иғтибарлы күҙәтеүе аҫтында. Буласаҡ әсәнең дә үҙен дөрөҫ тотоуы тик яҡшы һөҙөмтәгә килтерә. Людмила тәүге тапҡыр әсәй булырға йыйына. Иптәше менән улар Удмуртиянан килгән. «Парлап бала табыу» уларҙың күптәнге хыялы. Йәш ғаиләнең теләге буйынса тәүге сабыйҙарын табиптар өй шарттарына яҡынлаштырылған махсус операция бүлмәһендә ҡабул итә. Бала табыуҙы еңеләйткән — «йомшаҡ алым», ҡатын-ҡыҙға тәбиғи процесстың ауыртыуҙарын баҫырға ярҙам итә. Өфөнөң 3-сө бала табыу йортонда был “йомшаҡ ысулды”йыш ҡулланалар. Буласаҡ әсә өсөн мөмкин тиклем яҡшы шарттар булдырыла. Әгәр йәш әсәгә башта баланы ҡарауы ауыр булһа, сабый педиатрҙар ҡарамағында айырым бүлмәлә ҡала. Әммә башлыса әсәйҙәр тәүге минуттарҙан уҡ бәпесе менән бергә булырға, яңы ролгә бергәләп өйрәнергә  тырыша. Бигерәк тә эргәлә изге күңелле уҡытыусылар- акушерҙар, шәфҡәт туташтары барҙа.   Ә заман менән бергә атлаған йәш әсәләр «вертикаль бала табыу» ысулын һайлай. Бының өсөн дә бөтә мәмкинлектәр бар. Юҡҡа ғына Өфөнөң 3-сө бала табыу йорто республикала тыуым буйынса икенсе урында түгелдер. Табиптар ҙа хаҡлы ғорурлана, сөнки сит төбәктән сабыйының тәүге ауазын тап Башҡортостан клиникаларында ишетергә теләүселәр һаны арта.

Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Бөгөн хоккей | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн хоккей

Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһы сирек финалдағы өсөнсө уйында  «Трактор»ҙы өскә ике иҫәбенә еңде. Силәбе хоккейсылары ике ососрҙа берешәр шайба  индереп алға сыҡты. Әммә өсөнсө осорҙа уйынҡырҡа үҙгәрҙе. Юлаевсылар дүрт минут эсендә өс шайба индерҙе. Салауат Юлаев командаһы серияла алға...

21 марта 2018
Волейболға ҡыҙыҡһыныуҙы нисек арттырырға? | ГТРК «Башкортостан»

Волейболға ҡыҙыҡһыныуҙы нисек арттырырға?

"Урал” волейбол командаһы плей-оффҡа эләкмәне, әммә суперлигала үҙ урынын һаҡлап ҡалды. Киләһе миҙгелдә команданы көсәйтеү менән бер рәттән көйәрмәндәрҙең дә волейболға ҡыҙыҡһыныуын арттырырға кәрәк.  Республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың команда баш тренеры менән осрашыуында һүҙ Урал клубының...

21 марта 2018
Йәшәү тәме | ГТРК «Башкортостан»

Йәшәү тәме

Иртәгә, ,,Хәйерле иртә, Республика,, тапшырыуы алып барыусылары Гүзәл Ишкинина һәм Рәсүл Ҡарабулатов һеҙҙе ЙӘШӘҮ ТӘМЕ тип исемләнгән әңгәмәгә саҡыра. Йыш ҡына йәшәү менән үлем араһында көрәшеп, ауырлыҡ-михнәттәрҙе йыллап, айлап түгел, көнләп, сәғәт-минутлап еңә барған, еңеп кенә ҡалмай, йәшәү өсөн...

21 марта 2018
Смотреть видео Республика башлығы граждандарҙы ҡабул итте | ГТРК «Башкортостан»

Республика башлығы граждандарҙы ҡабул итте

Алданған өлөшсөләрҙе яҡлау буйынса яңы алымдар, уларҙы закон нигеҙендә нығытыу һәм торлаҡ мәсьәләһен ыңғай хәл итеү. Рөстәм Хәмитов менән осрашыуға килгән граждандар ошо һәм башҡа мәсьәләләр буйынса үтенестәрен белдерҙе. Республика башлығы исеменә йылына меңәрләгән кеше мөрәжәт итә. 2018 йылдың...

21 марта 2018
Смотреть видео Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарын алдан тапшырыу этабы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарын алдан тапшырыу этабы башланды

Бөгөн Өфөлә бер уҡыусы һәм уҙған йылда мәктәпте тамамлаусылар информатиканан һынау тотто. Ә географиянан имтихан тапшырырға теләгәндәр булманы. Быйыл Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырыуға үҙгәрештәр ҙә индерелгән. 159-сы мәктәптә уҡыусы Арсен Аксаев ғүмерен компьютер һәм ай-ти технологиялар менән...

21 марта 2018
Башҡортостанда сауҙаны үҫтереү дәүләт программаһы раҫланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда сауҙаны үҫтереү дәүләт программаһы раҫланды

Хаҡ артыуға юл ҡуймау, баҙарҙы эре ритейлерҙар баҫып алыуынан һаҡлау, һатыусыларға ла, һатып алыусыларға ла уңайлы шарттар тәьмин итеү. Башҡортостанда 2025 йылға тиклем сауҙаны үҫтереү дәүләт программаһы раҫланды. Республика башлығы тармаҡты баҙар иҡтисадының мөһим этәргесе булараҡ заман...

21 марта 2018
Өфөлә һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүселәрҙең байрамы билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүселәрҙең байрамы билдәләнде

Ошо уңайҙан йыл һайын тотош Рәсәйҙә тантаналар, батырлыҡ дәрестәре үткәрелә.1906 йылда император Николай Икенсе фарманы менән илдә хәрби диңгеҙ флотында яңы төр хәрби караптар – һыу аҫты кәмәләре барлыҡҡа килә. Ошо көндән алып илдә һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүселәр һөнәри байрамын билдәләй башлай...

21 марта 2018
Белорет районында балыҡсы боҙ аҫтына китеп һәләк булған | ГТРК «Башкортостан»

Белорет районында балыҡсы боҙ аҫтына китеп һәләк булған

Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы  боҙ өҫтөндә балыҡ ҡармаҡлағанда үтә лә уяу булырға саҡыра.  Белорет районының Инйәр ауылы янындағы быуала балыҡ тотоп ултырған 44 йәшлек ир боҙ аҫтына китеп  һәләк булған. Тәфтиш органдары ошо осраҡ буйынса тикшереү эшен башланы....

21 марта 2018
Смотреть видео Урамдарҙа йөрөгәндә һаҡ булығыҙ | ГТРК «Башкортостан»

Урамдарҙа йөрөгәндә һаҡ булығыҙ

Күп ҡатлы йорттар башында һеҙҙе үлемесле боҙбармаҡтар һағалай.  Йыл һайын Рәсәйҙә ошо сәбәпле тиҫтәләгән кешенең ғүмере ҡыйыла. Әллә күпме автомобиль зыян күрә.  Күп осраҡта быға торлаҡ-коммуналь хужалыҡтарҙың ҡыйыҡтарҙы ваҡытында таҙартмауы сәбәпсе. Быйыл Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙың...

21 марта 2018
Смотреть видео Күҙҙәре аша түгел, ә ҡулдары аша күрә улар донъяны | ГТРК «Башкортостан»

Күҙҙәре аша түгел, ә ҡулдары аша күрә улар донъяны

«Ломая барьеры» социаль технологиялар үҙәге мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың тормошонда әүҙем ҡатнаша. Әле улар насар күргән һәм бөтөнләй күрмәгән балалар өсөн бүләк әҙерләй. Күҙҙәре аша түгел, ә ҡулдары аша күрә улар донъяны. Һәр әйбергә ҡағылып уның формаһын күҙ алдына килтерә, уның...

20 марта 2018
Яндекс.Метрика