Өфөнөң бала табыу йорттарына сит төбәктәрҙән килеүселәр һаны артҡан

Башҡортостан тыуым буйынса Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында алдынғылар рәтенә сыҡты. Үткән ярты йыл дауамында республикала  19 меңдән артыҡ сабый тыуған. Өфөнөң бала табыу йорттарына сит төбәктәрҙән килеүселәр һаны ла артҡан. Буласаҡ әсәләрҙе бөтә уңайлыҡтары булған шарттар ылыҡтыра. Бала тыуыу процессының һәр минуты акушерҙарҙың  иғтибарлы күҙәтеүе аҫтында. Буласаҡ әсәнең дә үҙен дөрөҫ тотоуы тик яҡшы һөҙөмтәгә килтерә. Людмила тәүге тапҡыр әсәй булырға йыйына. Иптәше менән улар Удмуртиянан килгән. «Парлап бала табыу» уларҙың күптәнге хыялы. Йәш ғаиләнең теләге буйынса тәүге сабыйҙарын табиптар өй шарттарына яҡынлаштырылған махсус операция бүлмәһендә ҡабул итә. Бала табыуҙы еңеләйткән — «йомшаҡ алым», ҡатын-ҡыҙға тәбиғи процесстың ауыртыуҙарын баҫырға ярҙам итә. Өфөнөң 3-сө бала табыу йортонда был “йомшаҡ ысулды”йыш ҡулланалар. Буласаҡ әсә өсөн мөмкин тиклем яҡшы шарттар булдырыла. Әгәр йәш әсәгә башта баланы ҡарауы ауыр булһа, сабый педиатрҙар ҡарамағында айырым бүлмәлә ҡала. Әммә башлыса әсәйҙәр тәүге минуттарҙан уҡ бәпесе менән бергә булырға, яңы ролгә бергәләп өйрәнергә  тырыша. Бигерәк тә эргәлә изге күңелле уҡытыусылар- акушерҙар, шәфҡәт туташтары барҙа.   Ә заман менән бергә атлаған йәш әсәләр «вертикаль бала табыу» ысулын һайлай. Бының өсөн дә бөтә мәмкинлектәр бар. Юҡҡа ғына Өфөнөң 3-сө бала табыу йорто республикала тыуым буйынса икенсе урында түгелдер. Табиптар ҙа хаҡлы ғорурлана, сөнки сит төбәктән сабыйының тәүге ауазын тап Башҡортостан клиникаларында ишетергә теләүселәр һаны арта.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Республиканың апитерапия үҙәге ветерандарҙы ҡотланы | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың апитерапия үҙәге ветерандарҙы ҡотланы

Республиканың апитерапия үҙәге лә Рәсәйҙең ветерандар союзы менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы 889 ветеранды ҡотлап үтте. Уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, бүләккә бал тапшырҙы үҙәк директоры, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов. Сувенирҙар Бөйөк  Ватан һуғышы...

11 мая 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүгә – 75 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүгә – 75 йыл

Бөтә ил Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуҙың 75 йыллығын билдәләне. Пандемия сәбәпле Еңеү көнө быйыл үҙенсәлекле форматта үтте. Ветерандар йәшәгән йорттар янында парадтар, онлайн-форматта “Үлемһеҙ полк” акцияһы, балкондарҙа музыкаль флешмоб. Һәм легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовтың Рәсәй Геройы...

11 мая 2020
Смотреть видео “Хәтер” акцияһы | ГТРК «Башкортостан»

“Хәтер” акцияһы

Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулыу айҡанлы бөтә Рәсәй буйлап “Хәтер” акцияһы үтте. Был изге эшкә беҙҙең республика ирекмәндәре лә дәррәү ҡушылды. Улар һуғыш ветерандарының йорт-ҡураларын рәтләне, баҡса эштәре менән булды. Нуғай ауылында урынлашҡан был йорт алды бер нисә көн элек буш ине. Ирекмәндәр ихата...

11 мая 2020
Смотреть видео Башҡортостанға “Алтын йондоҙ” ҡайта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанға “Алтын йондоҙ” ҡайта

Иртәгә йылдың иң мөһим даталарының береһе - Бөйөк Еңеү көнө. Был байрамды беренсе тапҡыр ил халҡы өйҙә билдәләй. Өфөлә үтәсәк парадты тик онлайн рәүештә күҙәтергә мөмкин. Шулай уҡ халыҡ  телевизор һәм интернет киңлектәре аша тарихи ваҡиға шаһиты ла була ала. 9 май көнө Миңлеғәле  ...

8 мая 2020
Смотреть видео Миңлеғәле Шайморатов Баймаҡта | ГТРК «Башкортостан»

Миңлеғәле Шайморатов Баймаҡта

Баймаҡ ҡалаһында яңыраҡ  күренекле яҡташыбыҙ, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы генералы Миңлеғәле Шайморатовтың портреты барлыҡҡа килде. Ул үҙәк урамдың бер биҙәге хәҙер. Портреттың авторы менән хәбәрсебеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева таныштыра. Ел-ямғыр ҙа, хатта ваҡыты менән ябалаҡлап яуған ҡар ҙа...

8 мая 2020
Смотреть видео Хәйбулла районы рәссамдары | ГТРК «Башкортостан»

Хәйбулла районы рәссамдары

Хәйбулла районы Татыр-Үҙәк ауылында йәшәүселәр ҙә Еңеү көнөнә арнап буш торған биналарҙың стеналарын биҙәгән. Һүрәттәрҙә  Бөйөк Ватан һуғышының мөһим осорҙары һынландырыла. Һүрәттәр  Советтар Созы ҡалалары араһынан беренсе булып,  1941 йылдың 22 июне таңында немец һалдаттарының...

8 мая 2020
Смотреть видео Ҡомартҡы-көндәлек серҙәр аса | ГТРК «Башкортостан»

Ҡомартҡы-көндәлек серҙәр аса

Совет армияһының еңеүе һәм Германия ҡораллы көстәренең бер һүҙһеҙ капитуляцияһы менән Икенсе донъя һуғышының  тамамланыуын фронттағы яҡташтарыбыҙ  8 май кисендә үк ишетә. Был турала Кәлимуллиндар ғаиләһендә табылған ҡомартҡы – Һалдат көндәлеге һөйләй. Көндәлекте  Шәриф Кәлимуллин...

8 мая 2020
Смотреть видео Хыялдар тормошҡа аша! | ГТРК «Башкортостан»

Хыялдар тормошҡа аша!

14 ғинуарҙа үткән “Дуҫлыҡ сылбыры  Яңы йыл байрамы”нда ҡатнашыусы бәләкәстәрҙең  тап шулай. Сылбырҙың һәр өлөшөндә уларҙың хыялы яҙылған ине. 9 йәшлек София Буркина күренекле сәхнә йондоҙҙары – Вилдан Яруллин һәм Асҡар Абдразаҡов  менән бер сәхнәлә сығыш яһарға теләүе тураһында...

8 мая 2020
Смотреть видео Гармунсылар һәм баянсылар өсөн тауыш бирегеҙ! | ГТРК «Башкортостан»

Гармунсылар һәм баянсылар өсөн тауыш бирегеҙ!

Беҙҙең телерадиокомпания иғлан иткән гармунсылар һәм баянсылар бәйгеһендә ҡатнашып, бәлки кемдер күптән хыял иткән бүләген отор – ул беҙҙең бағыусылар әҙерләгән газон сапҡыс. Бәйгеселәр тураһында бөтә мәғлүмәт гтрк.тв сайтында бар. 15 майға тиклем тауыш биреү бара. Еңеүсене һеҙ билдәләйһегеҙ,...

8 мая 2020
Смотреть видео Республикала битлек режимы | ГТРК «Башкортостан»

Республикала битлек режимы

4 майҙан Башҡортостанда битлек режимы индерелде. Был турала 30 апрелдә Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткәйне. Хәҙер йәмәғәт урындарында битлек һәм бирсәткәлә йөрөү мотлаҡ. Халыҡ  битлектәрҙе дарыуханаларҙан һатып алыу мөмкинселегенә эйә...

7 мая 2020
Яндекс.Метрика