Башҡорт фарфорынан яңы һауыт-һаба, берҙәм меню һәм ашнаҡсылар өсөн бер стилдәге кейем

Республика мәктәптәрендә быйыл үҙгәрештәр бихисап. Туҡланыуға иғтибар айырыуса ҙур. Сентябрҙән мәктәп ашханалары нисек үҙгәрәсәк һәм балалалрға нимә ашатасаҡтар? 22 йыл мәктәп ашханаһында эшләүсе Рәйлә Ғәлимова матур һәм яңы һауыт-һабаларҙы йәшниктәрҙән бушатыу үҙе бер ҡыуаныс, ти. Сынаяҡ, аш, салат өсөн тәрилкәләр һәм ҡалаҡтар-былар барыһы ла 161-се лицей ашханаһына оҙатылды. “Туҡлан, белем ал һәм үҫ”. Һауыт-һабалар сағыу төҫтәрҙән менән биһәлеүҙән тыш, уларға девиз да яҙылған. Мәктәп хеҙмәткәрҙәре уның сифатын да юғары баһалай. Быйыл Өфөнөң 127 белем биреү учреждениеһы ошондай һауыт-һабалар менән тәьмин ителәсәк.   Биҙәкле һәм сифатлы һауыт-һабаларҙан тыш, мәктәп ашнаҡсылары өсөн дә бихисап үҙгәрештәр көтөлә. Шеф-ашнаҡсы, һауыт-һаба йыуыусы өсөн хәҙер айырым махсус кейем ҡаралған. Өфө предприятиеларының береһе мәктәп хеҙмәткәрҙәре өсөн форма әҙерләү эштәрен август башында уҡ башлаған. Әле кейемдәрҙең яртыһы тулыһынса әҙер.Бында бөтәһе ун алты тегенсе эшләй. Бер көн эсендә 70-н ашыу форма әҙер була. Августың аҙағына тиклем бөтәһе 842 махсус кейем белем биреү учреждениеларына оҙатылырға тейеш.Аш-һыу бүлмәһе хеҙмәткәрҙәре кейемдәре лә һауыт-һабалар кеүек үк девиз менән биҙәкләнгән. Иң мөһиме, ул уңайлы булырға тейеш, тип тегенселәр. Өфө мәктәптәрендә быйыл туҡланыу рационы ла үҙгәрҙе. Элек белем биреү учреждениелары һәм балалар баҡсаһын өс оператор хеҙмәтләндерһә, хәҙер беренсе сентябрҙән алып  уҡыусыларҙы балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге берҙәм меню  менән тәьмин итәсәк. Әле мәктәп хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Миҙгел ауырыуҙары киҫкенләшә | ГТРК «Башкортостан»

Миҙгел ауырыуҙары киҫкенләшә

Эҫе һауа торошо, йә көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы миҙгел ауырыуҙарының киҫкенләшеү  ихтималлығын арттыра. Йәйгеһен һаулыҡҡа тағы ла ниҙәр йоғонто яһай, улар менән нисек көрәшергә? Киләһе мәғлүмәт ошо турала.

4 июня 2020
Смотреть видео Мәскәүҙә һабантуй | ГТРК «Башкортостан»

Мәскәүҙә һабантуй

Бөгөн Мәскәүҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ һабантуйға йыйыла, ул быйыл ғәҙәттәгесә Коломенское музей-ҡурсаулығында түгел, ә интернет киңлектәрендә онлайн үтәсәк.  Ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, һабан байрамының төп йолалары программала һаҡлана. Ете онлайн-майҙан аша байрам ҡунаҡтары милли көрәш...

4 июня 2020
Смотреть видео Рус теленән диктант | ГТРК «Башкортостан»

Рус теленән диктант

Рус теле көнө алдынан Башҡортостанда “Рус теленән Республика диктанты” тигән белем акцияһы үтәсәк.  Сара 5 июндә онлайн форматта ойошторола. Диктант яҙыуҙың төп маҡсаты – йәмәғәтселек иғтибарын рус телен өйрәнеүгә, белем кимәлен күтәреүгә һәм үҙ-аллы белем алыуға йәлеп итеү.  Рус...

4 июня 2020
Смотреть видео Онлайн уҡырға ин | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн уҡырға ин

Эпидемиологик хәл быйылғы ҡабул итеү кампанияһына үҙ йоғонтоһон яһаны. Университет һәм колледждарға быйыл документтар онлайн тапшырыла. Тағы ла ниндәй үҙгәрештәр көтөлгәнен беҙҙең хәбәрселәр асыҡланы.

4 июня 2020
Смотреть видео Ауыл сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл сәғәте

Тәүге “Ауыл сәғәте”. Башҡортостан башлығың эш графигында яңы кәңәшмә тармағы барлыҡҡа килде. “Ауыл сәғәте” тәртибендә агросәнғәт комплексының көнүҙәк мәсъәләләре ҡараласаҡ. Был хаҡта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Беренсе “Ауыл...

4 июня 2020
Смотреть видео Тауыш биреү көнө | ГТРК «Башкортостан»

Тауыш биреү көнө

Ил мөһим ваҡиғаға әҙерләнә – 1-се июль Рәсәй Конституцияһына төҙәтмә индереү буйынса тауыш биреү үтәсәк. Рәсәй президенты был көндө – ял көнө, тип иғлан итте. Роспотребнадзор тәҡдименә ярашлы һәр участокта ҡулдарҙы дезинфекциялау һәм битлек менән бирсәткәләр тапшырыу пункты урынлашасаҡ, шулай уҡ...

4 июня 2020
Смотреть видео “Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарына әҙерлек | ГТРК «Башкортостан»

“Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарына әҙерлек

Башҡортстанда хәрби инженерҙар төбәктең иң ҙур йылғаһы аша үтеүҙә үҙҙәрен һынаны. Улар “Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарының бер этабына әҙерләнә. Тулыраҡ киләһе репортажда. Инженер разведкаһының төп маҡсаты - Һыу аша сығыу өсөн бөтә ҡаршылыҡтарҙы асыҡларға һәм юҡ итергә. Ярҙа күренгән дошманды...

3 июня 2020
Смотреть видео Күп ҡатлы йорттарҙә капиталь ремонт яңынан башланды | ГТРК «Башкортостан»

Күп ҡатлы йорттарҙә капиталь ремонт яңынан башланды

Республикала йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы яңынан башланды. Үҙизоляция ваҡытында ул туҡтатылған ине. Эпидемиологик хәлгә бәйле фасад һәм биналарҙың ҡыйыҡтарын алмаштырыу эштәре генә башҡарыласаҡ. Төбәк операторы битлек режимын һәм санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәүҙе контролдә тота....

3 июня 2020
Смотреть видео Балаларға президент түләүҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Балаларға президент түләүҙәре

Республикала әлеге көндә 445 меңдән ашыу балаға президент түләүҙәре күсерелде. 10 мең күләмендәге бер тапҡыр түләнгән аҡса 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға тәғәйен. Был пандемия осоронда ғаиләләргә ярҙам сараһы булараҡ түләнә.     

3 июня 2020
Смотреть видео “Сәләмәтлек аллеяһы” | ГТРК «Башкортостан»

“Сәләмәтлек аллеяһы”

Өфө районында “Сәләмәтлек аллеяһы” барлыҡҡа килде. Ағастарҙы Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары республика инфекцион дауаханаһын асыу айҡанлы ултырта. Министрҙар кабинетының күсмә ултырышы был юлы ғәҙәти булмаған форматта -  саф һауала ҡулдарға көрәктәр тотоп үтте. Аллеяның исеме ташҡа яҙылған....

3 июня 2020
Яндекс.Метрика