Ҡалалар, илдәр араһы тағы ла яҡынаясаҡ

Мәскәүҙән Владивостокҡа бер-нисә сәғәт эсендә барып етергә мөмкин буласаҡ. Мюнхен техник университеты студенттары һәм аспиранттары уйлап тапҡан Под иң юғары тиҙлек күрһәтте һәм Америкала уҙғарылған Илон Маск конкурсында беренсе урын яуланы. Был уҡыу йортонда яҡташыбыҙ Артем Ғәзизов та белем ала һәм проектта ҡатнаша. Әгәр, яңы технология менән инвесторҙар ҡыҙыҡһынып, уны тормошҡа ашырһа, ҡалалар, илдәр араһы тағы ла яҡынаясаҡ. 2013-се йылда инженер һәм билдәле эшҡыуар Илон Маск ҡалалар араһында вакуум тоннелдәр — гиперлуп төҙөргә тәҡдим итә. Тоннель эсенән махсус капсула сәғәтенә 1 мең 200 километр тиҙлек менән йөрөп, пассажирҙарҙы ташыр тип күҙаллана. Йәғни, нимәһеменәндер метро кеүек, әммә, тиҙерәк. Донъя ғалимдары һәм инженерҙары араһында проект ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Бихисап компаниялар, шул иҫәптән Мюнхен техник университеты студенттары һәм аспиранттары ла был эшкә тотона. Улар араһында яҡташыбыҙ Артем Ғәзизов бар. Проекты тормошҡа ашырыу өсөн йыһан технологиялары менән шөғөлләнеүсе Спейс Икс компанияһы конкурс уҙғара. Унда Өфө егете белем алған уҡыу йорто командаһы еңеүсе тип табыла. Уларҙың капсулаһы сәғәтенә 463 километр тиҙлек менән хәрәкәт итә. Әгәр тоннелдәр төҙөлөп, ошондай подтар йөрөй башлаһа, кешеләрҙең юлға аҙ ваҡыты китәсәк. Сағыштырыу өсөн, Мәскәүҙән Санкт-Петербургҡа тиклем ярты сәғәт эсендә, ә Өфөнән Екатеринбург ҡалаһына тиклем 20 минут эсендә барып етеп буласаҡ. Гиперлуп транспорт төрө менән 50 кешенән торған төркөм шөғөлләнә. Улар араһында төрлө милләт вәкилдәре бар, ти Артем Ғәзизов. Проект билдәле эшҡыуар Илон Маскта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. 21 йәшлек Артем Ғәзизов Өфөлә 91-се гимназияла белем ала. Мюнхен техник университетының Электр техникаһы бүлегенә уҡырға инә. Әле бакалавриатты тамамлап, магистратураға имтихандарға әҙерләнә. Гиперлуп менән шөғөлләнгән төркөмдә ул микросхемалар һәм электр ҡоролмалар өсөн яуап бирә.Уҡыу менән бер рәттән Өфө егете беренсе курс студенттарына лекциялар уҡый. Ә буш ваҡыты тап яңы технологиялар менән шөғөлләнеү өсөн китә. Шуға күрә, яҡташыбыҙҙың Германиялағы көн тәртибе иртәнге сәғәт 5-тән башлана. Артем Ғәзизов тыуған яғына ҡайтып эшләргә хыяллана. Гиперлуп проекты Башҡортостан етәкселегендә лә ҡыҙыҡһыныу уятып тип ышана ул. Сөнки, яңыраҡ республика етәксеһе Радий Хәбиров Өфө тирәләй поездарҙың ҡулсалы хәрәкәтен ойошторорға тәҡдим итте.Илон Маск капсула сәғәтенә 1 мең 200 километр тиҙлек менән йөрөргә тейеш, тигән маҡсат ҡуя. Әлегә яҡташыбыҙ Артем Ғәзизов уҡыған Мюнхен техник университеты командаһына етеүселәр юҡ, уларҙың поды сәғәтенә 463 километр тиҙлек менән хәрәкәт итә. Әммә, бының менән генә туҡтап ҡалырға йыйынмай, йәш студенттар.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Миҙгел ауырыуҙары киҫкенләшә | ГТРК «Башкортостан»

Миҙгел ауырыуҙары киҫкенләшә

Эҫе һауа торошо, йә көндәрҙең ҡапыл һыуытыуы миҙгел ауырыуҙарының киҫкенләшеү  ихтималлығын арттыра. Йәйгеһен һаулыҡҡа тағы ла ниҙәр йоғонто яһай, улар менән нисек көрәшергә? Киләһе мәғлүмәт ошо турала.

4 июня 2020
Смотреть видео Мәскәүҙә һабантуй | ГТРК «Башкортостан»

Мәскәүҙә һабантуй

Бөгөн Мәскәүҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ һабантуйға йыйыла, ул быйыл ғәҙәттәгесә Коломенское музей-ҡурсаулығында түгел, ә интернет киңлектәрендә онлайн үтәсәк.  Ойоштороусыларҙың әйтеүенсә, һабан байрамының төп йолалары программала һаҡлана. Ете онлайн-майҙан аша байрам ҡунаҡтары милли көрәш...

4 июня 2020
Смотреть видео Рус теленән диктант | ГТРК «Башкортостан»

Рус теленән диктант

Рус теле көнө алдынан Башҡортостанда “Рус теленән Республика диктанты” тигән белем акцияһы үтәсәк.  Сара 5 июндә онлайн форматта ойошторола. Диктант яҙыуҙың төп маҡсаты – йәмәғәтселек иғтибарын рус телен өйрәнеүгә, белем кимәлен күтәреүгә һәм үҙ-аллы белем алыуға йәлеп итеү.  Рус...

4 июня 2020
Смотреть видео Онлайн уҡырға ин | ГТРК «Башкортостан»

Онлайн уҡырға ин

Эпидемиологик хәл быйылғы ҡабул итеү кампанияһына үҙ йоғонтоһон яһаны. Университет һәм колледждарға быйыл документтар онлайн тапшырыла. Тағы ла ниндәй үҙгәрештәр көтөлгәнен беҙҙең хәбәрселәр асыҡланы.

4 июня 2020
Смотреть видео Ауыл сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл сәғәте

Тәүге “Ауыл сәғәте”. Башҡортостан башлығың эш графигында яңы кәңәшмә тармағы барлыҡҡа килде. “Ауыл сәғәте” тәртибендә агросәнғәт комплексының көнүҙәк мәсъәләләре ҡараласаҡ. Был хаҡта төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Беренсе “Ауыл...

4 июня 2020
Смотреть видео Тауыш биреү көнө | ГТРК «Башкортостан»

Тауыш биреү көнө

Ил мөһим ваҡиғаға әҙерләнә – 1-се июль Рәсәй Конституцияһына төҙәтмә индереү буйынса тауыш биреү үтәсәк. Рәсәй президенты был көндө – ял көнө, тип иғлан итте. Роспотребнадзор тәҡдименә ярашлы һәр участокта ҡулдарҙы дезинфекциялау һәм битлек менән бирсәткәләр тапшырыу пункты урынлашасаҡ, шулай уҡ...

4 июня 2020
Смотреть видео “Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарына әҙерлек | ГТРК «Башкортостан»

“Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарына әҙерлек

Башҡортстанда хәрби инженерҙар төбәктең иң ҙур йылғаһы аша үтеүҙә үҙҙәрен һынаны. Улар “Асыҡ һыу” Халыҡ-ара әрме уйындарының бер этабына әҙерләнә. Тулыраҡ киләһе репортажда. Инженер разведкаһының төп маҡсаты - Һыу аша сығыу өсөн бөтә ҡаршылыҡтарҙы асыҡларға һәм юҡ итергә. Ярҙа күренгән дошманды...

3 июня 2020
Смотреть видео Күп ҡатлы йорттарҙә капиталь ремонт яңынан башланды | ГТРК «Башкортостан»

Күп ҡатлы йорттарҙә капиталь ремонт яңынан башланды

Республикала йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы яңынан башланды. Үҙизоляция ваҡытында ул туҡтатылған ине. Эпидемиологик хәлгә бәйле фасад һәм биналарҙың ҡыйыҡтарын алмаштырыу эштәре генә башҡарыласаҡ. Төбәк операторы битлек режимын һәм санитар-эпидемиологик нормаларҙы үтәүҙе контролдә тота....

3 июня 2020
Смотреть видео Балаларға президент түләүҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Балаларға президент түләүҙәре

Республикала әлеге көндә 445 меңдән ашыу балаға президент түләүҙәре күсерелде. 10 мең күләмендәге бер тапҡыр түләнгән аҡса 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға тәғәйен. Был пандемия осоронда ғаиләләргә ярҙам сараһы булараҡ түләнә.     

3 июня 2020
Смотреть видео “Сәләмәтлек аллеяһы” | ГТРК «Башкортостан»

“Сәләмәтлек аллеяһы”

Өфө районында “Сәләмәтлек аллеяһы” барлыҡҡа килде. Ағастарҙы Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары республика инфекцион дауаханаһын асыу айҡанлы ултырта. Министрҙар кабинетының күсмә ултырышы был юлы ғәҙәти булмаған форматта -  саф һауала ҡулдарға көрәктәр тотоп үтте. Аллеяның исеме ташҡа яҙылған....

3 июня 2020
Яндекс.Метрика