Мөғәллимдәр ни өсөн яҡлауға мохтаж?

Өфөлә мәғариф системаһын үҙгәртеүгә бәйле кәңәшмә уҙҙы. Эксперт советы ултырышы йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятмаһа ла, һөҙөмтә Башҡортостан мәктәптәрендә эшләгән 130 мең уҡытыусыға ҡағыла. Уларҙың һөнәре, ысынлап та, баһалап бөткөһөҙ. Был рухи баһалау. Балаларға белем биреп, тормошҡа әҙерләгән мөғәллимдәр бөгөн үҙҙәре яҡлауға мохтаж. Тәү сиратта, бюрократизмдан арындырыу. Рәсәйҙең мәғариф системаһы хәҙер донъяның 35 иле араһында беренсе урынға сыҡты. Алтын миҙал, яңы ҡаҙаныштар, йә иһә шаҡ ҡатырырлыҡ асыштар өсөн түгел. Пьедесталдың тәүге баҫҡысы тап ҡағыҙҙар тултырыу һәм отчеттар яҙыу өсөн  бирелгән. Бөгөн уҡытыусылар статистар ролен дә үтәй. Ниндәй сара булһа ла, улар залды тултырырға тейеш. Бының өсөн хатта айырым күрһәтмәләр бирелә. Тағы ла бер хәл. Урамда нисә бағанала ут янмай, мәктәп биләмәһенә ҡасан һәм нисә берәҙәк эт килеп ингән, ошоларҙың барыһын уҡытыусылар иҫәпләп, рәсми ҡағыҙҙарға яҙып, күҙәтеүсе органдарға тапшырырға тейеш. Бурыслы ғына түгел, ә  мотлаҡ тейеш. Эксперт советы ултырышының һөҙөмтәләрен иғлан итеү әлегә иртәрәк. Мәғариф министрлығы ла уҡытыусыларҙы ҡағыҙҙар тултырыуҙы азат итә аламы, юҡмы, уныһы ла билдәһеҙ. Ни өсөн тигәндә, ведомство белгестәре бурыстарҙы үҙҙәре аңлап етә алмай.  Ә уҡытыусы иһә ике түгел, ә өс ергә бүленергә мәжбүр. Тәүгеһе, иғтибар итегеҙ, тәүгеһе — рәсми ҡағыҙҙар тултырыу, икенсеһе етәкселек менән яҡшы мөғәмәлә итеү, өсөнсөһө – балалар менән эшләү. Башҡортостанда айырым статистика ла бар. Әгәр ҙә педагог мәктәптә аҙнаһына 46 сәғәт эшләй икән, был ваҡыттың теүәл 15  сәғәтен ул документтар тултырыуға бүлә. Ә бына ҡағыҙ, елем, ҡәләм-дәфтәр, хатта семинарҙарға юл сығымын да уҡытыусы үҙ кеҫәһенән ала. Бюджетта ошондай ваҡ-төйәк кеүек күренгән мәсьәлә өсөн аҡса бөтөнләй ҡаралмаған. Уҡытыусыларҙы бюрократик йөктән ҡотҡарыу юлдары юҡ түгел. Башҡортостанда ошо йәһәттән тәжрибәләр ҙә бар. Мәҫәлән, Шишмәләге Әлкә мәктәбе. Белем биреү йортонда педагогтарға ярҙам итеп, уларҙы ҡағыҙҙар тултырыу кеүек эштән бер сиреккә булһа ла азат иткәндәр. Бөгөн уҡытыусылар дүрт кенә документ тултырырға тейеш. Рәсми ҡағыҙҙар исемлеге лә билдәле. Предмет буйынса эш программаһы, календарь-тематик планлаштырыу, электрон көндәлек һәм электрон журнал. Тик әлегә Рәсәй мөғәллимдәре бындай үҙгәрештәрҙе өндә генә түгел, ә төшөндә лә күрмәй.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡорт тарихы йылы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт тарихы йылы

Был сертификатты отоусы Өфөнән 350 км алыҫлыҡта йәшәһә лә, бүләкләү тантанаһына шәхсән үҙе килгән. Альберт Мәхмүтов Пермь крайы Барҙа районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры вазифаһын башҡарыу менән бер рәттән социаль селтәрҙәрҙә лә әүҙем эш алып бара. Уның “Бер ҡомарҡты тарихы” тигән...

7 часов 55 минут назад
Смотреть видео Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Үҙәк хәрби округының берҙән-бер инженер бригадаһы һөнәри байрамын Шишмә районында махсус күнекмәләрҙә ҡаршы алды. Сценарийға ярашлы, дошман ғәскәре Дим йылғаһы аша үткән күперҙе шартлата. Инженер бригадаһына иһә бер сәғәт эсендә йылға аша понтон күпер һалып техника йөрөшөн тергеҙеү маҡсаты ҡуйыла....

21 января 2021
Смотреть видео Гитлерҙың шәхси дошманы | ГТРК «Башкортостан»

Гитлерҙың шәхси дошманы

 “Ҡара генерал” Даян Мурзиндың тыуыуына 100 йыл тулды. Бөйөк Ватан һуғыш йылдарында ул партизан, разведка отрядтары командиры була. Уға Чехия һәм Словакияның милли геройы исеме бирелә, 15 ҡаланың почетлы гражданы, майҙан-урамдар уның исемен йөрөтә.Бөйөк Ватан һуғышын Даян Мурзин 10-сы уҡсылар...

21 января 2021
Смотреть видео Урам һепереүсе миллионер | ГТРК «Башкортостан»

Урам һепереүсе миллионер

Өфөлә йәшәгән урам һепереүсе Юрий Ветлугинды реклама һәм мода агентлыҡтары үҙҙәренә эшкә саҡыра. Өсөнсө төркөм инвалид булған ир кеше мутлашыусылар ҡармағына эләгеп, 700 мең һумға кредит бурысына бата. Бәхеткә, Юраға миһырбанлы кешеләр ярҙамға килә.  Юрий Ветлугинды хәҙер кемгә генә...

21 января 2021
Смотреть видео Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса | ГТРК «Башкортостан»

Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса

 Өфөнөң Тыныслыҡ урамында урынлашҡан 16 йортта йәшәүселәр биш йыл дауамында фатирҙарға йылыны тейешле кимәлдә биреүҙе һорай. Бөтә өмөтөн юғалтҡан халыҡ Орджоникидзе районының торлаҡ файҙаланыу участкаһые хеҙмәткәрҙәренә йәнә мөрәжәғәт итә. Әммә сираттағы осрашыу ығы-зығы менән тамамланды. Күп...

21 января 2021
Смотреть видео Хаҡтар ни өсөн артҡан? | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар ни өсөн артҡан?

Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар күрше төбәктәр менән сағыштырғанда иң юғарыларҙан һанала. Шул уҡ ваҡытта Волга буйы федераль округында республика бишенсе урынды биләй. Был турала Тарифтар буйынса дәүләт комитетынан белдерҙеләр. Әле Прокуратура йылылыҡ өсөн хаҡтар артыуына бәйле үҙ...

21 января 2021
Смотреть видео Минең халҡымдың тарихы  | ГТРК «Башкортостан»

Минең халҡымдың тарихы

Республикала йәшәгән төрлө милләт кешеләренең телдәре, мәҙәниәте, ғәрәф-ғәҙәттәре, дине айырылһа ла, уларҙың яҙмышын  берләштергән тарихи ваҡиғалар бихисап. Граждандар һуғышы булһынмы ул, репрессия йылдарымы, шулай уҡ  Бөйөк Ватан һуғышы шуларҙың береһе.  Башҡортостандың мәғариф...

20 января 2021
Смотреть видео Православ христиандар оло байрамын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Православ христиандар оло байрамын билдәләне

Йола буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань – уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландырҙы. Керәшен байрамы тәртибенең береһе - сиркәүҙәрҙә ғибәҙәт ҡылыу.  Әйтелгән вәғәздәр, байрам Литурияһы  Иисус Христос...

20 января 2021
Смотреть видео Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам

 Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының ,,Беҙ бергә,, акцияһы дауам итә. Уның сиктәрендә ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтелә. Был юлы тәғәйен йәшәү урындары булмағандарға һөт һәм башҡа аҙыҡ- түлек тапшырылды. Крестовоздвиженск сиркәүе янындағы приютта Алик Мөхәммәтғәлиев ике ай йәшәй. Ауыр хәлдә...

20 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан

Ашығыс ярҙам табибы Айгөл Мөхәмәтйәнова пандемия башланғандың тәүге көндәренән үк Ковид-19 менән ауырыусыларҙы ҡабул итеү боксында эшләй. Хәҙер инде коридор бушап ҡалған. Ә быға тиклем көн һайын йүткереп һәм юғары температура менән килгән 50-60 кешене ҡабул итергә тура килгән. Шуға ла ул вакцинация...

20 января 2021
Яндекс.Метрика