Башҡортостанда өлөшсөләргә ярҙам фонды булдырыла

 Был хаҡта Радий Хәбиров Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Республика етәксеһе яңы фондты тиҙ арала  ойоштороп унда аҡса йүнәлтеү һәм төҙөлөш башлау йөкләмәһен бирҙе. Өфө менән Ағиҙел араһында тимер юл бәйләнешен булдырыу оҙайлы перспектива икән, Күмертау етештереү берекмәһенең яҙмышын тиҙ арала хәл итеү зарур. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы оператив кәңәшмәне Рәсәй Президенты Владмир Путин менән осрашыу йомғаҡтарынан башланы. КумАПО белгестәре республика хөкүмәте булышлығы менән продукцияһын һатыу сараһын үҙҙәре эҙләмәһә үҫеш  мөмкинлектәре ҡатмарлаша, тине Радий Хәбиров. Үткән аҙна ваҡиғаларына байҡау яһап ул Сбербанк етәксеһе  Герман Греф менән эшлекле осрашыу, “Молочная страна” фестивале һәм Өфөлә Көрәш үҙәгенә башланғыс һалыу кеүек сараларға ыңғай баһа бирҙе. Республикалағы 1310 мәктәп яңы уҡыу йылына әҙер. Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдереүенсә, биналарҙа хәүефһеҙлек һәм санитар гигиена талаптары буйынса етешҙеһлектәр бөтөрөлгән. Йылы бәҙрәф бүлмәләрен төҙөү йөкләмәһе тик биш районда тулыһынса үтәлмәгән. 1436 мәктәп автобусының 112-һе техник торошо буйынса юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы тарафынан ҡабул ителмәгән. Әле был мәсьәлә хәл ителә. Уҡыусылар һәм ата-әсә мәктәптә нимәне үҙгәртергә теләйһегеҙ тигән һорауға яуап алыуҙа ҡатнашҡан. Яуап биреүселәрҙең 40 проценттан ашыуы яңы йыһаздар өсөн тауыш биргән. “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә 2024 йылға тиклем республиканың бар мәктәптәре лә яңы ҡорамалдар аласаҡ, тине Айбулат Хажин. “Мәҙәниәт” милли проектын бойомға ашырыу барышы тураһында Әминә Шафиҡова белдерҙе. 2024 йылға Башҡортостанда 27 яңы мәҙәниәт объекты төҙөлә, 52-һе яңыртып ҡороласаҡ. Заман талаптарына ярашлы улар ябай күңел асыу урыны ғына түгел. Райондарҙа юл түшәү мөмкинлектәрен экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлыҡтары һәм транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты  берлектә хәстәрләй. Радий Хәбиров юл түшәү хаҡын  муниципалитеттарҙың үҙ техникаһы менән үҙ төбәк материалдарын файҙаланып  оптималләштерергә ҡушты. 2025 йылға республикала 3 мең ярым километр юл һәм 7 мең километрҙан ашыу урамда ҡырсынташ түшәү күҙаллана. Ҡала ауыл урамдарын яҡтыртыу мәсьәләһе лә йыл аҙағына тиклем тамаланасаҡ. Әле эштәрҙең 73 процентына өлгәшелгән. Республика етәксеһе Йәмәғәт именлеге ведомство-ара комиссияһының иҫетркес эсемлектәрҙең законһыҙ әйләнешенә ҡаршы эшмәкәрлеген юғары баһаланы. Төбәктә тулыһынса хәл ителмәгән алданған өлөшсөләр мәсьәләһе лә көн үҙәгендә ҡала. Радий Хәбиров өлөшсөләр алдындағы бурыстар үтәләсәк, тип белдерҙе. Хәҙер республикала төҙөлөш ойошмаларының йөкләмә үтәүен көйләүсе һәм өлөшсөләргә ярҙам итеүсе Фонд бар.

 

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар | ГТРК «Башкортостан»

Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар

Нефтекама ҡалаһында букмекер контораһы исемле аҫтында йәшенеп эшләгән уйын клубын тикшерҙеләр. Закон боҙоусыларҙы ҡулға алыр өсөн көс структураларына махсус операция үткәрергә тура килгән. Был компанияның букмекер контораһы исемлегендә йәшерен эшләп килеүе һәм кешеләрҙе ылыҡтырыуы күптән билдәле...

1 июня 2020
Смотреть видео Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар | ГТРК «Башкортостан»

Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар

Легаль булмаған такси машиналары  йәнә тикшереү органдарының иғтибар үҙәгендә.  Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын  күҙәтеү хеҙмәте Башҡортостан идаралығы юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә рейдҡа сыҡты. Хәҙер  юл ҡағыҙын тикшереүҙән тыш санитар нормаларҙың үтәлеүе...

1 июня 2020
Смотреть видео Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә | ГТРК «Башкортостан»

Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә

Торлаҡ йорттарҙа алкоголь эсемлектәр һатыу тыйыла. Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙа һәм улар янындағы биләмәләрҙә майҙаны 25 квадрат метрҙан әҙерәк булған йәмәғәт туҡланыу урындарының эшмәкәрлеген тыйыусы закон ҡабул иттеләр. Был кафела закондағы яңы үҙгәрештәр тураһында ишетмәгәндәр. Элеккеләрен дә...

1 июня 2020
Смотреть видео  “Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк | ГТРК «Башкортостан»

“Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Башҡортостанда “Алға” айырым иҡтисади зона булдырыу тураһындағы Күрһәтмәне раҫланы. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.  Яңы проект Азиялағы иң ҙур газ һәм химия тауарҙары кластеры буласаҡ. Тап ул урындағы ҡаҙнаға...

1 июня 2020
Смотреть видео Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе

Уҙған кис республика райондары аша уҙған дауыл арҡаһында зыян күргән ауылдар ҙа бар. Шишмәлә, мәҫәлән, боҙборсаҡтар сейә емешенән ҙурыраҡ булған. Өфө районында яуған боҙборсаҡтың диаметры 4 сантиметрға тиклем етте. Ә Бүздәктә иһә дауыл мәлендә йорттарҙың ҡыйыҡтары емерелә. Хәлдәр Ҡаңны Төркәй...

1 июня 2020
Смотреть видео «Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте» проекты | ГТРК «Башкортостан»

«Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте» проекты

Был  проект республикабыҙҙың тиҫтәнән ашыу райондарында уҙғарылған. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 50 миллион һум аҡса бүленгән. Ул аҡсаға ауылдың мәҙәниәт усағына төрлө йыһаздар, музыкаль инструментар, костюм, компьютер, тегеү машиналары алынған. 

29 мая 2020
Смотреть видео “Беҙ бергә” | ГТРК «Башкортостан»

“Беҙ бергә”

Ғәҙәттә, алып барыусылар залда ултырған тамашасыларҙы сәләмләһә, был юлы уларға телевизорҙар аша өндәшергә тура килде. Пандемия сәбәпле, Башҡорт дәүләт филармонияһы 81-се концерт миҙгелен ябыу айҡанлы концертын онлайн режимда уҙғарырға ҡарар итә. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы менән...

29 мая 2020
Смотреть видео Һөт кухняһы | ГТРК «Башкортостан»

Һөт кухняһы

Һуңғы ике йылда республикала «Һөт кухнялары» эшен  тергеҙеү әүҙем бара. Нефтекама   ҡалаһындағы   махсуслаштырылған цех бына инде бер нисә аҙна эргә-тирәлә урынлашҡан Әмзә, Энергетик, Арлан һәм Ҡуян ауылдарын һөт продукцияһы менән тәьмин итә. Һөт,кефир, эремсек һәм йогуртты...

29 мая 2020
Смотреть видео Эшҡыуарҙар аҙнаһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Эшҡыуарҙар аҙнаһы үтте

Һәр смена һайын Өфөнөң лак-буяу заводында  5 тоннаға яҡын продукция етештерәләр. Эмаль, буяу, шпатлевканың сифатын лабораторияла тикшереп бар республиканы ошо продукция менән тәъмин итәләр.   Ярты быуат эшләү осоронда етештереү бер генә тапҡыр - коронавирус пандемияһы ваҡытында ике...

29 мая 2020
Смотреть видео Табиптар ҡан плазмаһын тапшырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Табиптар ҡан плазмаһын тапшырҙы

Донор булырға теләүселәр ҡан тапшырыр алдынан мотлаҡ рәүештә махсус һорауҙарға яуап бирә. Һуңынан үҙенең ҡан төркөмөн һәм гемоглобинын тикшертә. Ҡан тапшырырға теләүселәр, әлбиттә, бындай процедураны беренсегә үтмәй, шулай ҙа ҡағиҙә иҫкә төшөрөү отошлораҡ.   Короновирус йоҡтороусы...

29 мая 2020
Яндекс.Метрика