Уҡыу башланыуға ни бары 4 көн ҡалды

 Республикала 1310 белем биреү учреждениеһының барыһы ла тиерлек уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер. Өҫтәүенә, балалар өсөн ун яңы мәктәп тәүге тапҡыр үҙ ишектәрен асасаҡ. Әммә ремонт талап ителгән белем усаҡтары ла юҡ түгел.  Рәлиә Сәхибгәрәева дауам итә. Диуарҙарҙан штукатурка аҡтарыла, ә түшәмдән һыу үтә. Ошондай шарттарҙа уҡыу баланың һаулығына ғына түгел, хатта ғүмеренә лә хәүеф менән янай. Өфөнөң 23-сө мәктәбендәге етешһеҙлектәрҙе эҙләп, прокуратура хеҙмәткәре һәр бүлмәгә инә һәм һәр бүлмәлә лә тиерлек ошондай хәл күҙәтелә. 1957 йылда төҙөлгән бинаның ҡыйығы ныҡ таушалған. Шуға ямғырҙар ваҡытында һыу үтәнәнән үтә. Дымлылыҡ көслө булғанлыҡтан ДВП-нан һалынған иҙәндәр еүешләнеп серей башлаған. Стеналар күк менән ҡапланған, ә төбәнән штукатурка ҡойола. Элек бында спорт залы булған, хәҙер иһә бүлмә бикле тора. 2016 йылда төҙөкләндереү эштәре үткәрелһә лә, мәктәп киренән элекке хәленә ҡайтҡан. Балаларының һаулығы өсөн борсолған ата-әсәләрҙең һорауы буйынса прокуратура тикшереү үткәргән һәм уның һөҙөмтәһе буйынса ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт әҙерләнгән. Ә бына Өфөнөң 41-се мәктәбе ярты быуат элек төҙөлһә лә, яҡшы хәлдә. Бина иҫке булыуына ҡарамаҫтан, етәкселек ҡулдан килгәнсә, белем усағын йәмләндерергә тырыша. Санитар нормаларға ярашлы, башланғыс класстарҙа ҡул йыуыу өсөн раковиналар урынлаштырылған. Шулай ҙа, уҡыусылар өсөн иң ҙур бүләк – яңы футбол яланы. Яңы төҙөлгән мәктәптәр иһә хәүефһеҙлек системаһына иғтибарҙы күберәк бүлә. Мәҫәлән, былтыр ғына сафҡа ингән 1-се лицейҙа 80-гә яҡын видеокамера урынлаштырылған. Учреждениеның һәр коридоры, һәр бүлмәһе күҙәтеү аҫтында. Лицейҙың һәр бер ҡаты бер темаға арналып биҙәлгән. Уҡыусылар өсөн һөнәр һайлауҙа ярҙамға килгән мәғлүмәти стендтар, китапхана кеүек ойошторолған коридорҙары ла бар. Әле уҡытыусылар һуңғы әҙерлек эштәре менән мәшғүл, яңы уҡыу йылындағы тәүге дәресте үткәреү өсөн кабинеттарҙы биҙәй.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Боланут сеймалы өлгөрә | ГТРК «Башкортостан»

Боланут сеймалы өлгөрә

Ишембай районында Боланут үләнен әҙерләү миҙгеле башланды. Шифалы сәй етештереүселәр халыҡтан сеймал йыя. Сеймал килоһы 20 һумдан йыйыла. Ҡабул итеү нөктәһенә көнөнә 5 центнерҙан 1 тоннаға тиклем сей үлән килтерелә. Сеймалды башлыса Ҡолғона ауылы халҡы йыйып тапшыра. Сәйҙең тәме үләндең ҡайҙа...

2 июля 2020
Кемдәргә һалым кисектерелә | ГТРК «Башкортостан»

Кемдәргә һалым кисектерелә

Коронавирустан зыян күргән бизнес һалым түләү йәһәтенән дәүләт ярҙамына дәғүә итә ала. Рәсәй Хөкүмәте иҡтисадтың зыян күргән өлкәләрендә эшҡыуарлыҡ иткән ойошма һәм шәхси йүнселдәрҙең һалым түләүгә ҡағылышлы бурыстарын кисектереүҙең ике юлын тәҡдим итә:  түләү ваҡытын күсереү һәм һалымды...

2 июля 2020
Смотреть видео Тауыш биреүҙең яҡынса йомғаҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Тауыш биреүҙең яҡынса йомғаҡтары

Үҙәк һайлау комиссияһынан тура бәйләнеш

2 июля 2020
Смотреть видео Ил констиитуцияһына үҙгәрештәрҙе күптәр хуплай | ГТРК «Башкортостан»

Ил констиитуцияһына үҙгәрештәрҙе күптәр хуплай

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ил констиитуцияһына үҙгәрештәрҙе күптәр хуплай. Төп тауыш биреү көнөндә  Башҡортостан дәүләт концерт залынан кеше өҙөлмәне. Ул иртәнге һигеҙҙән киске сәғәт һигеҙгә тиклем граждандарҙы ҡабул итте.  Йәшенән, олоһона тиклем һәр кем Конституцияға индереләсәк...

2 июля 2020
Смотреть видео Тауыш биреү эшлекле шарттарҙа үтте  | ГТРК «Башкортостан»

Тауыш биреү эшлекле шарттарҙа үтте

Башҡортостанда ил Конституцияһына үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреү эшлекле шарттарҙа үтте. Был турала республика үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко белдерҙе. Пандемия шарттарын иҫәпкә алып, тауыш биреү барлыҡ санитар талаптарҙы иҫәпкә алып ойошторолғайны. Граждандар араһында метр...

2 июля 2020
Смотреть видео Табиптар ғәҙәти булмаған ауырлыҡтар менән осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Табиптар ғәҙәти булмаған ауырлыҡтар менән осрашты

Ер шарында коронавирус инфекцияһы таралыу сәбәпле,  табиптар ғәҙәти булмаған ауырлыҡтар менән осрашты. Әммә улар баҙап ҡалманы. Пандемия осоронда уларҙың көндәлек хеҙмәте ни тиклем үҙгәрҙе? Педиатр - иң ҡатмарлы һөнәрҙәрҙең береһе. Хәлен аңлата алмаған, ят кешегә ышанысһыҙ баҡҡан  кескәй...

1 июля 2020
Смотреть видео Бейеүсе торналар | ГТРК «Башкортостан»

Бейеүсе торналар

Баш ҡалала тағы ла бер ял урыны барлыҡҡа килде. Ҡала мәҙәниәт һарайы янында Бейеүсе торналар музыкаль фонтанын асыу тантанаһы үтте. Төҙөкләндереү эштәренең һөҙөмтәһе булып хәҙер Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын музыкаль фонтан һөйөндөрә. Уның янында спорт ҡоролмалары ҡуйылды һәм бәләкәстәр өсөн корабль...

1 июля 2020
Смотреть видео Өфө ҡалаһы ни өсөн матур? | ГТРК «Башкортостан»

Өфө ҡалаһы ни өсөн матур?

 Өфөлә Халыҡ-ара урбанистика форумында ҡатнашыусылар “Киләсәк биләмәһенә Евразия йөрәгенән ҡараш һалды.  Халыҡ-ара урбанистика форумы Рәсәйҙә коронавирус таралыуын ҡәтғи сикләү тәртибен йомшартыуҙан һуң ойошторолған тәүге күләмле сара. Бында хәүефһеҙлек шарттары ентекле үтәлә. Форумда...

1 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тауыш биреү майҙандарында халыҡ күпләп йыйылған осраҡтар юҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тауыш биреү майҙандарында халыҡ күпләп йыйылған осраҡтар юҡ

Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер ауыл-ҡасабаларҙа йәшәгән кешеләрҙең 100 проценты тауыш биреп тә өлгөргән. Был хаҡта республика етәксеһе хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

1 июля 2020
Смотреть видео Һайлау учаскаларында санитар талаптар тулыһынса үтәлә | ГТРК «Башкортостан»

Һайлау учаскаларында санитар талаптар тулыһынса үтәлә

Республика башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй-24” телеканалында тура эфирға сығып пандемия шарттарында һайлау участкаларының эш барышы тураһында һөйләне. Иртәнән кискә тиклем Үҙәк һайлау комиссия ағзаларының бер төркөмө тауыш бирергә теләүселәр фатирҙарына юллана. Оло йәштәгеләр, мөмкинлеге сикләнгәндәр...

1 июля 2020
Яндекс.Метрика