Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерлек башланды

Республикала 2020 йылда үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына әҙерлек башланды. Башстат хеҙмәткәрҙәре урам атамалары һәм йорт һандары булмаған адрестар буйлап йөрөйҙәр. Был иһә киләһе йылда үтәсәк халыҡ иҫәбен алыу эштәрен еңеләйтергә тейеш. Өфө янында урынлашҡан ауылдар майҙаны һуңғы йылдарҙа күпкә ҙурайҙы. Бер йыл эсендә генә йөҙләгән яңы өй ҡалҡып сыҡты. Тикшереү барышында яңы төҙөлгән йорттарҙың күбеһе маршрут биттәрендә лә күрһәтелмәгәне асыҡланды. Теркәүселәр билдәләүенсә, йыш осраған проблемаларҙың береһе – ул ер участкаларының  ыҙанлауы. Мәҫәлән, Михайловка ҡасабаһында бер майҙанда ике йорт төҙөлгән. Тик документ буйынса берәүһе генә күрһәтелгән. Белгестәр билдәләүенсә, һәр ҡалала һәм районда халыҡ иҫәбен алыуҙың үҙенә күрә үҙенсәлеге, айырылып торған яғы бар. Өфө өсөн был, тәү сиратта, биләмә ҙурлығы һәм ҡала составында 20-нән ашыу ауылдың һәм коттедж ҡасабаларының булыуы. Өфөлә кеше фатирында ваҡытлыса йәшәүселәрҙең күплеге лә билдәле ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Республикала йорттар һәм адрестар буйынса мәғлүмәтте туплау эшендә барлығы 1 мең 200-ҙән ашыу теркәүсе ҡатнаша. Белгестәр билдәләүенсә, халыҡтан йыйылған бар мәғлүмәт ситкә таралмаясаҡ.  Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу киләһе йылдың 1 октябренән 31 окятбргә тиклем дауам итсәк. Әлегә иһә теркәүселәргә йорттар һәм фатирҙар буйлап йөрөп сығыр кәрәк.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар | ГТРК «Башкортостан»

Нефтекамала букмекер салоны урынына ҡомарлы уйындар залы асҡандар

Нефтекама ҡалаһында букмекер контораһы исемле аҫтында йәшенеп эшләгән уйын клубын тикшерҙеләр. Закон боҙоусыларҙы ҡулға алыр өсөн көс структураларына махсус операция үткәрергә тура килгән. Был компанияның букмекер контораһы исемлегендә йәшерен эшләп килеүе һәм кешеләрҙе ылыҡтырыуы күптән билдәле...

1 июня 2020
Смотреть видео Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар | ГТРК «Башкортостан»

Легаль булмаған такси водителдәрен яуапҡа тарттыралар

Легаль булмаған такси машиналары  йәнә тикшереү органдарының иғтибар үҙәгендә.  Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын  күҙәтеү хеҙмәте Башҡортостан идаралығы юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә рейдҡа сыҡты. Хәҙер  юл ҡағыҙын тикшереүҙән тыш санитар нормаларҙың үтәлеүе...

1 июня 2020
Смотреть видео Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә | ГТРК «Башкортостан»

Спиртлы эсемлектәр һатыусы кибеттәр өсөн яңы ҡағиҙә

Торлаҡ йорттарҙа алкоголь эсемлектәр һатыу тыйыла. Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙа һәм улар янындағы биләмәләрҙә майҙаны 25 квадрат метрҙан әҙерәк булған йәмәғәт туҡланыу урындарының эшмәкәрлеген тыйыусы закон ҡабул иттеләр. Был кафела закондағы яңы үҙгәрештәр тураһында ишетмәгәндәр. Элеккеләрен дә...

1 июня 2020
Смотреть видео  “Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк | ГТРК «Башкортостан»

“Алға” иҡтисади зонаһы төҙөләсәк

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин Башҡортостанда “Алға” айырым иҡтисади зона булдырыу тураһындағы Күрһәтмәне раҫланы. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты.  Яңы проект Азиялағы иң ҙур газ һәм химия тауарҙары кластеры буласаҡ. Тап ул урындағы ҡаҙнаға...

1 июня 2020
Смотреть видео Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан райондары дауылдан зыян күрҙе

Уҙған кис республика райондары аша уҙған дауыл арҡаһында зыян күргән ауылдар ҙа бар. Шишмәлә, мәҫәлән, боҙборсаҡтар сейә емешенән ҙурыраҡ булған. Өфө районында яуған боҙборсаҡтың диаметры 4 сантиметрға тиклем етте. Ә Бүздәктә иһә дауыл мәлендә йорттарҙың ҡыйыҡтары емерелә. Хәлдәр Ҡаңны Төркәй...

1 июня 2020
Смотреть видео «Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте» проекты | ГТРК «Башкортостан»

«Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте» проекты

Был  проект республикабыҙҙың тиҫтәнән ашыу райондарында уҙғарылған. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 50 миллион һум аҡса бүленгән. Ул аҡсаға ауылдың мәҙәниәт усағына төрлө йыһаздар, музыкаль инструментар, костюм, компьютер, тегеү машиналары алынған. 

29 мая 2020
Смотреть видео “Беҙ бергә” | ГТРК «Башкортостан»

“Беҙ бергә”

Ғәҙәттә, алып барыусылар залда ултырған тамашасыларҙы сәләмләһә, был юлы уларға телевизорҙар аша өндәшергә тура килде. Пандемия сәбәпле, Башҡорт дәүләт филармонияһы 81-се концерт миҙгелен ябыу айҡанлы концертын онлайн режимда уҙғарырға ҡарар итә. “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы менән...

29 мая 2020
Смотреть видео Һөт кухняһы | ГТРК «Башкортостан»

Һөт кухняһы

Һуңғы ике йылда республикала «Һөт кухнялары» эшен  тергеҙеү әүҙем бара. Нефтекама   ҡалаһындағы   махсуслаштырылған цех бына инде бер нисә аҙна эргә-тирәлә урынлашҡан Әмзә, Энергетик, Арлан һәм Ҡуян ауылдарын һөт продукцияһы менән тәьмин итә. Һөт,кефир, эремсек һәм йогуртты...

29 мая 2020
Смотреть видео Эшҡыуарҙар аҙнаһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Эшҡыуарҙар аҙнаһы үтте

Һәр смена һайын Өфөнөң лак-буяу заводында  5 тоннаға яҡын продукция етештерәләр. Эмаль, буяу, шпатлевканың сифатын лабораторияла тикшереп бар республиканы ошо продукция менән тәъмин итәләр.   Ярты быуат эшләү осоронда етештереү бер генә тапҡыр - коронавирус пандемияһы ваҡытында ике...

29 мая 2020
Смотреть видео Табиптар ҡан плазмаһын тапшырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Табиптар ҡан плазмаһын тапшырҙы

Донор булырға теләүселәр ҡан тапшырыр алдынан мотлаҡ рәүештә махсус һорауҙарға яуап бирә. Һуңынан үҙенең ҡан төркөмөн һәм гемоглобинын тикшертә. Ҡан тапшырырға теләүселәр, әлбиттә, бындай процедураны беренсегә үтмәй, шулай ҙа ҡағиҙә иҫкә төшөрөү отошлораҡ.   Короновирус йоҡтороусы...

29 мая 2020
Яндекс.Метрика