“Көмөш Аҡбуҙат” фестивале юғары кимәлдә үтте

“Көмөш Аҡбуҙат” Халыҡ-ара кинофестивале киләһе йылдарҙа ла йәнә осрашырға ҙур өмөт уятты. Милли һәм этник, социаль һәм мотивацион фильмдар авторҙары, режиссерҙар, билдәле актерҙар һәм продюссерҙар өсөн был фестиваль ҙур байрамға әйләнде. Быйылғы ижади ярышта кемдең кинотаҫмаһы иң яҡшыһы тип билдәләнде? Дүртенсе тапҡырға уҙғарылған фестивалдең төп призы — бер миллион һум аҡса менән кем бүләкләнде? Төрлө милләт араһында киң танылыу яулап өлгөргән, үҙенең ижад емештәре менән телевизор ҡараусыларҙың киноға ҡарата һөйөүен арттырған популяр актерҙарҙы, режиссер, продюсерҙарҙы халыҡ алҡышлап ҡаршы алды. Баш ҡалала дүртенсе тапҡыр уҙғарылған “Көмөш Аҡбуҙат” фестивале быйыл да юғары кимәлдә үтте. Фестивалгә килгән махсус ҡунаҡтарҙы яҡындан күрергә, иҫтәлеккә фотоға төшөргә ололар ҙа, йәштәр ҙә килгәйне. “Көмөш Аҡбуҙат” фестиваленең күп кеше йыйыуы һәм яҡшы хәтирәләр ҡалдырыуы бигерәк тә ҡыуаныслы. Алыҫ араларҙы яҡын итеп килеүсе ҡунаҡтар фестиваль ҙур байрамға әйләнде, тип билдәләй. Форумды ойоштороусылар әйтеүенсә,  дүртенсе “Көмөш Аҡбуҙат” фестивале былтырғыларынан ҡатнашыусыларҙың күплеге, география киңлеге, программаға социаль һәм мотивацион киноларҙың өҫтәлеүе менән күпкә айырыла. Кинофестивалдә Австралия, Азербайжан, Әрмәнстан, Һиндостан, Ҡытай, Мьянма, Индонезия, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Литва, Непал, Молдова, Руанда, Үзбәкстан, Франция, Көньяҡ Корея фильмдары ҡатнашты. Рәсәйҙең 12 субьектынан һәм 18 илдән ҡатнашыусылар килде. Фестивальдә бөтәһе 48 фильм күрһәтелде. Рәсәйҙән һәм Башҡортостандан ете фильм, шулай уҡ Төньяҡ Осетия-Алания, Хакасия, Чечен Республикаһы, Татарстан, Дағстан, Бүрәт һәм Яҡут Республикалары, Һамар өлкәһе, Санкт-Петербург, Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенән фильмдар күрһәтелде. Был фестиваль ярыш ҡына түгел, ә тәжрибә менән уртаҡлашыу урыны ла. Фестиваль барышы концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Рухлы башҡорт бейеүҙәрен махсус ҡунаҡтар ҡыҙыҡһынып ҡараны. Милли һәм этник кино төшөргән ижадсыларҙы танытыу, уларҙың эштәрен баһалау — “Көмөш Аҡбуҙат”  халыҡ-ара кинофестиваленең төп маҡсаты. Бынан тыш, фестиваль барышында социаль фильмдар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы.  Күңелдә ҙур эҙ ҡалдырған фильмдар авторҙарын Каринэ Хәбирова махсус сертификат менән бүләкләне. Һәр бер кино ниндәйҙер хис-тойғо уята, бер эште лә түбән баһалап булмай, ти жюри ағзалары. Фестивалдә күрһәтелгән һәр номинация призёрҙарына бронзанан эшләнгән ҡанатлы ат һыны тапшырылды. Шулай ҙа “Көмөш Аҡбуҙат” халыҡ-ара кинофестивале еңеүсеһе берәү. Төп приз-миллион һум “Надо мною солнце не садится” Саха-Якут ижади төркөмөнөң кинотаҫмаһына тапшырылды. Был фильмды төшөргән ваҡытта киң билдәлелек яулаған фестивалдә ҡатнашып, беренсе урынға лайыҡ булырбыҙ, тип һис уйламағайныҡ, ти төп приз хужаһы. Өфөлә дүртенсе тапҡырға үткәрелгән “Көмөш Аҡбуҙат” Халыҡ-ара кинофестивале һәр кешенең күңелендә уйылып ҡала.  Бындай ижади ярыш артабан да фильмдар төшөрөп, яңы үрҙәр яулар өсөн ҙур этәргес булып тора, тип билдәләй ҡатнашыусылар. Фестиваль Симфония төнө концерты һәм салют менән тамамланып, киләһе осрашыуға ҙур өмөт уятты.

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Борис Лынник хәтирәләре... | ГТРК «Башкортостан»

Борис Лынник хәтирәләре...

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың күбеһе иҫән булмаһа ла, уларҙың ҡаһарманлығы бөгөн дә йәшәп килә. Ветерандарҙың яҡындары улар тураһындағы хәтирәләрҙе ҡәҙерләп һаҡлап килә. Благовар районы Языков ауылында йәшәүсе Борис Лынник үҙенең хәтирәләренә һәм архив материалдарына таянып атаһы тураһында...

28 февраля 2020
Смотреть видео Шанлы йылдар ауазы | ГТРК «Башкортостан»

Шанлы йылдар ауазы

Өфө мәктәптәренең береһендә Бөйөк Ватан һуғышына арналған үҙенсәлекле күргәҙмә асылған. Урындағы халыҡ экспозицияны тулыландырып тора. Был һандал төҫтәге итектәргә 78 йыл. БВҺ йылдарында Максимовка аэродромында уларҙы самолет тәгәрмәсенең резинаһынан ҡойғандар.Итектәрҙең хужаһы Анастасия Кирилловна...

28 февраля 2020
Смотреть видео Айыҡ ауыл | ГТРК «Башкортостан»

Айыҡ ауыл

Республикалағы иң “Айыҡ ауылы” исеме март урталарында аталасаҡ. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы тарафынан уҙғарылған конкурс йәмәғәтселектә  ҙур хуплау тапты. Быйылғы ярышта республиканың һәр районынан тиерлек ауылдар ҡатнашҡан. Ярыштың һайлап алыу өлөшөнә 47  райондан ауылдар сыҡһа,...

28 февраля 2020
Смотреть видео Компьютер ремонтлаусыларҙан зыян күреүселәр | ГТРК «Башкортостан»

Компьютер ремонтлаусыларҙан зыян күреүселәр

Өфөлә йәшәүселәр компьютер ремонтлаусы ҡайһы бер үҙәктәрҙең мутлашыуына зарлана. Уларҙың барыһы ла фирма өҫтәмә хеҙмәттәрен көсләп таға, тип раҫлай. Әбдиевтар ғаиләһе компьютер ремонтлаусыны иғлан аша таба. Белгес техниканы бер-нисә сәғәт ҡарағандан һуң, хужаларҙан тейешле ҡағыҙҙарға ҡултамға...

28 февраля 2020
Смотреть видео Коронавирус тураһында | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус тураһында

Коронавирус тураһында. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ер шарында  был ҡурҡыныс ауырыуҙы йоҡтороуҙың 83 меңдән ашыу осрағы теркәлгән. 2 мең 858 кеше һәләк булған. Башҡортостандан Мухиндар ғаиләһе Ҡытайҙа бер аҙна тирәһе карантинда булып, тыуған яғына ваҡытында әйләнеп ҡайтырға өлгөрҙө....

28 февраля 2020
Смотреть видео Республикала грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекциялар эпидемияһы кәмеүгә бара | ГТРК «Башкортостан»

Республикала грипп һәм киҫкен респиратор вируслы инфекциялар эпидемияһы кәмеүгә бара

Был турала Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығы хәбәр итә. Һуңғы дүрт аҙнала ауырыусылар һаны артып, юғары нөктәһенә еткәйне. Уҙған 7 көн эсендә 34 мең кеше инфекция йоҡторған.  Уларҙың яртыһынан күберәге балалар. Өфө мәктәптәре ғәҙәттәге режимда эшләй башланы. Әммә...

28 февраля 2020
Смотреть видео Һәр йортҡа бәшмәк | ГТРК «Башкортостан»

Һәр йортҡа бәшмәк

Башҡортостанда шампиньон етештереү заводы төҙөлә. 11 мең квадрат метр майҙанда йылына 4290 тонна бәшмәк үҫтерелеп һатыласаҡ. Етештереүҙе яйға һалыу шарттары Республика Хөкүмәтендә үткән Инвестиция сәғәтендә ҡаралды. Заводтың Дәүләкән районы биләмәһендә урынлашыуы осраҡлы түгел.  Инвестор...

28 февраля 2020
«Рәсәй» медиаүҙәгендә Төбәк-ара «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсы буйынса матбуғат конференцияһы үтәсәк | ГТРК «Башкортостан»

«Рәсәй» медиаүҙәгендә Төбәк-ара «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсы буйынса матбуғат конференцияһы үтәсәк

2 март 12 сәғәттә «Рәсәй» медиаүҙәгендә Төбәк-ара «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» конкурсы буйынса матбуғат конференцияһы үтәсәк. Спикер - Проекттың авторы һәм ойоштороусыһы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары берлеге рәйесе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина. 4 мартта "...

27 февраля 2020
Смотреть видео Өҫтәмә ял көнө | ГТРК «Башкортостан»

Өҫтәмә ял көнө

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн уңайынан Рәсәй халҡын өҫтәмә ял көтә. Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Хеҙмәт кодексына ярашлы, 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Ул йәкшәмбегә тура килә. Шуға ла 8 марттағы ял йәкшәмбенән 9 мартҡа, дүшәмбегә...

27 февраля 2020
Смотреть видео Майлы ҡоймаҡ аҙнаһы | ГТРК «Башкортостан»

Майлы ҡоймаҡ аҙнаһы

Өфөлә Ҡышты оҙатыу байрамы ойошторола. Быйыл майлы ҡоймаҡ аҙнаһы 24 февралдә башланды. Төп саралар 29 февралдән 1 мартҡа тиклем дауам итә, тип хәбәр итә мэрияның матбуғат хеҙмәте.  Тамашасыларҙы, ғәҙәттәгесә, әйлән-бәйлән, уйындар, эстафеталар, конкурстар, оҫталыҡ дәрестәре көтә.Байрам...

27 февраля 2020
Яндекс.Метрика