Башҡортостан 24 телеканалында “Алтын бишек” акцияһы бара
Телевизор ҡараусы менән берҙәм эш итеү, уны борсоған хәлде ил иғтибарына сығарыу, һәр беребеҙҙең күңеленә яҡын — тыуған төйәктең киләсәген хәстәрләү — маҡсатыбыҙ. Иң матур, иң уңған, иң көслөләр ярышына әйҙәп, кешеләрҙе уйландырыр, берләштерер һәм тормош һөйөүсәнлек тойғоһон нығытыр өсөн кәрәк беҙгә “Алтын бишек”. Хәбәрселәребеҙ көн дә тиерлек төбәктең төрлө райондарына юлға сыға һәм “Алтын бишек” акцияһында ҡатнашыусы ауылдарҙы төшөрөп ҡайта. “Алтын бишек” бәйгеһендә еңеү өсөн нимә эшләргә кәрәк? “Алтын бишек” акцияһында еңеп ошо тракторҙы отоу өсөн тәү сиратта унда ҡатнашырға кәрәк. Әгәр ҙә һеҙҙең ауылығыҙ донъялағы иң матур, төҙөк ауыл икән, ауыл халҡы егәрле, талантлы булһа, тимәк бер шикһеҙ бәйгегә ҡушылығыҙ, дуҫтар. Ә беҙ беләбеҙ, ундай ауылдар республикала бихисап. Һәр ауылды тиерлек бәйге еңеүсеһе тип иғлан итерлек. Тик еңәсәк унда халҡы берҙәм ауылдар. Шундай ике ауыл менән беҙ телевизор ҡараусыларҙы таныштырып та өлгөрҙөк. Учалы районының Баттал һәм Ишембайҙың Көҙән ауылдары вәкилдәре “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуында ҡунаҡта булды. Уларҙың йыр-бейеүҙәренән тура эфир студияһы яңғырап, дер һелкенеп торҙо. Дәртле лә, уңған да ауыл халҡы. Әйтелгән һүҙҙәрҙе иҫбатлап, ауыл оҫталары студияла мейес тә сығарҙы, ағас та һырланы. Ауылдарының ни өсөн иң яҡшыһы булыуы тураһында һөйләне. Тарихы, шәжәрәләре менән таныштырҙы. Алтын бишек бәйгеһе һәр ауылды беҙгә тарихи яҡтан да аса. Урындағы халыҡ тамырҙарын яҡшы белә һәм балаларына ла уны өйрәтә. Иң һөйөндөргәне, юлдарыбыҙ ҡайһы ғына ауылға алып бармаһын, халыҡ мәсеттәргә йөрөй. Йәштәр дингә ылыға. Аҙбар тулы ҡош-ҡорт үрсеткәндәр ҙә бәйге репортаждарының геройына әйләнә. Мал көсөнә таянып, килем алып йәшәүселәр ауылдаштарының ғорурлығы. Бер-береһе менән ярышып, сәмләнеп йәшәй улар. Аш-һыуға оҫта хужабикәләр, ҡулдарында эш ҡоралдары уйнап торған ир-егеттәр, ауылдың ҡотон һаҡлаусы аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр һәм һәр ауылдың киләсәге – балалар, йәш ғаиләләр – ауыл тураһында репортаж әҙерләргә барған ижади төркөм иғтибарынан бер ни ҙә ситтә ҡалмай. 2016 йылда Алтын бишек акцияһы беренсегә ойошторолғанда хәбәрселәр һәм операторҙарыбыҙ бөтә республиканы тиерлек урап сыҡҡайны. Беҙ ул ваҡытта үҙебеҙ өсөн ауылда йәшәүҙең тәмен белгән кешеләрҙе астыҡ. Быйыл да бәйгегә килгән заявкалар һанына ҡарап, шуны әйтә алабыҙ – төбәктә ғорурланырлыҡ, минең ауылым, тип маҡтанырлыҡ ауылдар бик күп. Беҙ уларҙы алтын бөртөктәреләй ҡәҙерләп яҙмаларыбыҙға йыябыҙ һәм репортаждар аша һеҙгә күрһәтергә әҙерләйбеҙ. Әле бәйге дауам итә, заявкалар ҡабул итәбеҙ. Ә һеҙҙең өсөн ауылығыҙ алтын бишектәй ҡәҙерле һәм яҡынмы? Һеҙ тыуып үҫкән, йәшәгән ауылығыҙҙы бөтә Башҡортостанға танытҡығыҙ киләме? 295-98-73 һандарына шылтыратып был турала әйтегеҙ. Беҙҙең хәбәрселәр һеҙҙең ауылға барырға һәр ваҡыт әҙер!

Милли мөнәсәбәттәр – иң нескә хистәргә бәйле
Бөгөн хөкүмәт ултырышында Республика башлығы Радий Хәбиров айырым замандаштарыбыҙ тарафынан башҡорт милли кейемдәрен әҙәпһеҙ рәүештә һүрәтләүенә аңлашылмаусанлыҡ белдерҙе: «Картиналар төшөрә башлаған бер ханымдың ижады тураһында. Был минең шәхсән фекерем, бәлки яңылышамдыр. Милли кейем...

Үҙенсәлекле шөғөл
Өфөлә йәшәгән сәғәт оҫтаһы Алан Һаҙыев тураһында беҙ теүәл бер йыл элек сюжет төшөрөп күрһәткәйнек. 11 йәшлек малайҙың шәхси музейында төрлө йылдарҙа Германия, Швейцария, Францияла сығарылған сәғәттәр бар. Йыл дауамында коллекцияға яңы экспонаттар өҫтәлгән. Уларҙың ҡайһы берҙәрен таныш...

Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде
Рәсәй матбуғаты көнөндә Өфөлә журналистика конкурстары еңеүселәре бүләкләнде. Журналистарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостан журналистары берлеге рәйесе Вәдүт Исхаков, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы...

Өфөлә тоннель төҙөү дауам итә
Декабрь баштарында уның көнбайыш өлөшөн Ҡариҙел йылғаһы яры менән тоташтырыу эштәре башланғайны. Илдәге иң күләмле проекттарҙың береһе - Көнсығыш сығыу юлы төҙөлөшө менән хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова танышып ҡайтты. Ҡаланан сыҡҡан һәм ингәндәге тығындар ил күләмендәге бәлә. Өфө...

Башҡортостанда пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәлә
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин быны шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыу, социаль контакттарҙы кәметеү менән аңлата. Үткән йылдың 9 айында республикала 23 меңдән ашыу кеше үпкәһе шешеп табиптарға мөрәжәғәт иткән. 2019 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был 36% күберәк.

Башҡортостанда грипп эпидемияһының башланыуы көтөлә
Ул һәр йылдағыса ғинуар аҙағы, февраль башына тура киләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостан буйынса баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусыларҙың...

Медицина десанты
Владимир өлкәһендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә ярҙам күрһәткән БДМУ белгестәрен тап шулай – медицина десанты тип атайҙар. Үткән йыл киткән табиптар Өфөгә ҡайтты һәм артабан үҙ эш урындарында хеҙмәт юлын дауам итергә әҙер. Башҡортостан табиптары 20 көн Владимир өлкәһендә...

Шыршыларҙы ҡайҙа тапшырырға?
Яңы йыл байрамдары үтеү менән ҡала халҡы ылыҫлы ағастарҙы тышҡа сығарып ырғыта. Ҡаланың торлаҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре уларҙы айырым бер контейнерҙарға йыйып, артабан эшкәртер өсөн махсус майҙанға оҙата. Өфөлә яңы йыл шыршыларын үтилләштереү буйынса акциялар ойошторола. Йыйылған ағастар...

Бөгөн - Рәсәй матбуғаты көнө
Беҙҙең илдә 50 меңгә яҡын төрлө гәзит-журнал нәшер ителә. Рәсәй матбуғаты көнө республикабыҙҙа теркәлгән бер меңдән ашыу хеҙмәткәрҙәр өсөн дә әһәмиәтле. 20 быуат аҙағында республикабыҙҙа халыҡтың милли үҙаңы уянып, рухи ҡиммәттәргә сарсаған мәлдә матбуғат йылдам үҫешә башлай. Ул ваҡытта 235...

Өфөлә дежур кластар барлыҡҡа килде
Өфө хәҙер өсөнсө көн рәттән автомобиль тығындарынан ыҙалана. Шул сәбәпле баш ҡалала дежур класстар асылды. Ошондай махсус класстарҙың береһе 93-сө лицейҙа ойошторолған. Ата-әсәләр балаларҙы дәрескә иртәнге етелә үк алып килергә мәжбүр. Дежур синыфта бөтә шарттар булдырылған. Балалар китап...