Баҡалы районында дельтоплан һәләкәткә осрау сәбәпле ике кешенең ғүмере өҙөлгән
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, фажиғә киске туғыҙҙар тирәһендә Иҫке Ҡатай ауылы янында теркәлгән. 54 йәшлек пилот һәм уның 50 йәшлек пассажиры һәләк булған. Бының сәбәптәрен Рәсәй тәфтиш комитетының Волга буйы федераль округындағы тикшереү идаралығы асыҡлай. Дельтопландың һәләкәткә тарыуының был беренсе генә осрағы түгел. Быға тиклем Ейәнсура, Туймазы райондарында ла ошондай осраҡтар теркәлгәйне.

Йәмәғәт транспортында йөрөүгә яңы хаҡтар билдәләне
“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы төбәк муниципалитеттары менән килешеп ҡала маршруттарында йәмәғәт транспортында йөрөүгә яңы хаҡтар билдәләне. 1 марттан билет хаҡын ҡулаҡсаға һәм банк картаһы ярҙамында 29 һумға, “Алға” картаһы менән 23 һумға һатып алырға мөмкин. Берҙәм социаль билет...

Сатлама һыуыҡтар ҡасан сигенер?
Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле уртаса һауа температураһы норманан 8-10 градусҡа түбәнерәк. Айырым райондарҙа 35 градусҡаса һыуытҡан. Көндәрҙе ҡасан йылыта һуң? Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала тағы ла бер аҙна көндәр ошолай һалҡын торасаҡ...

Халыҡ көйҙәре заманса яңғыраш аласаҡ
Талантлы ҡурайсы Юлай Ҡасимов Башҡортостан-24 телеканалы менән берлектә үҙенең беренсе концертына әҙерләнә. Мюзик хол-27 комплексында үтәсәк үҙенсәлекле сарала тамашасы башҡорт халыҡ көйҙәренең тарихы һәм уның заманса яңғырашы менән таныша аласаҡ. Программала шулай уҡ Юлайҙың ижадташ дуҫтары...

Ҡалдыҡтар менән эш итеү мәҙәниәте
Көнкүреш ҡалдыҡтарын ҡайҙа тапшырырға? Дыуан районында йәш эшҡыуар бәләкәй предприятияларға ҡалдыҡтар менән эш итеү мәҙәниәтен индергән. Хәҙер һәр магазин хужаһы ҡатырға һәм пластик шешәләрҙе айырым йыя. Дыуан районында урынлашҡан “Таҙа планета” ойошмаһы бер-нисә йыл дауамында республиканың төнъяҡ-...

Мәғлүмәт дөрөҫ түгел икән-яуап бир
Бынан ары йорттарҙағы иҫәпләү ҡоролмаларындағы мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгө өсөн яуаплы компаниялар һәм етәксе вазифа биләүселәр яуапҡа тарттырылыуы ихтимал. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы федераль законға ошондай төҙәтмәләр...

Фирҡәләрҙе етди һынау көтә
Берҙәм Рәсәй фирҡәһенең төбәк бүлексәһен башҡа партиялар кеүек етди һынау көтә. Быйыл сентябрь Дәүләт Думаһына һайлауҙар үтә. Был 2021-се йылға төп маҡсат. Бүлексәнең уҙған йылдағы эшмәкәрлеге партия етәкселеге тарафынан юғары баһаланған. Ошо һәм башҡа мәсьәләләр Берҙәм Рәсәй фирҡәһенең төбәк...

Юбилей объекттары
Баш ҡаланың 450 йыллығына мәҙәни объекттар реконструкцияланыр, тип көтөлә. Был мәсьәләне республика башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән осрашыуҙа күтәрҙе. Ниндәй объекттар әлегә исемлеккә ингән? Өфө дәүләт циркына инеп булмай, уның ишектәре суд приставтары...

Юбилей объекттары
Баш ҡаланың 450 йыллығына мәҙәни объекттар реконструкцияланыр, тип көтөлә. Был мәсьәләне республика башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән осрашыуҙа күтәрҙе. Ниндәй объекттар әлегә исемлеккә ингән? Өфө дәүләт циркына инеп булмай, уның ишектәре суд приставтары...

Алданған өлөшсөләргә фатир асҡыстары тапшырылды
Өфөләге “Эрмитаж” торлаҡ комплексын өлөшләтә төҙөүселәр һөйөнөс кисерә. Оҙаҡ йылдар алданған өлөшсө тип иҫәпләнгән 269 кешегә фатир асҡыстары тапшырылды. Ғәлисә Саматова ҡыҙы бүләк иткән бер бүлмәле фатир асҡысын өс йыл көткән. Төҙөлөштөң уңышлы тамамланырына өмөттө юғалтманыҡ, ти ханым. Иркен,...

Яратамфест-боҙҙа дискотека
Хәҙер икенсе йыл Өфөлә Динамо стадионында Башҡортостан 24 телеканалы һырғалаҡта дискотека ойоштора. “Яратам Fest” – сәләмәт тормош һәм мөхәббәт байрамы – ғашиҡтар көнөндә үтте. Һырғалаҡта балалар ҙа, йәштәр һәм ололар ҙа билдәле артистар менән бергә күңел асты. Конькиҙа шыуыу күптәрҙең...