Онкопартруль

Башҡортостандың ике ҙур ҡалаһында “Онкопатруль” Бөтә Рәсәй акцияһы үтте. Сара “Һаулыҡ һаҡлау” Милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә ойошторолдо.

Наталья Лоҡманова Салауат быяла эшләү заводында 30 йыл хеҙмәт итә. Сәләмәтлеккә зарланмайым, ти. Әммә “һаҡланғанды һаҡлармын” һүҙбәйләнешен инҡар итмәй. Онкопатрулдең Стәрлетамаҡ менән Салауатта туҡтауы осраҡлы түгел. Бында ике төп шарт үтәлгән – беренсенән, тикшерелеүселәр ҡалаға нигеҙ һалған предприятиела эшләй, икенсенән предприятиеның лицензиялы медсанчасы бар.

Фараздарға ҡарамаҫтан, яман шеш кешенең эш шарттарына йә иһә экология сафлығына бәйләнмәгән, ти дәрәжәле табиптар. Һөт биҙе, балаятҡы муйынтығы, түллек биҙе, бәүел-енес системаһы, тире, ҡалҡан биҙе, эсәктәр яман шешен иртә асыҡлау маҡсатында скринингты Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының танылған ғилми-тикшеренеү үҙәктәре белгестәре яһай. Акция үткән 4 төбәк менән сағыштырғанда Башҡортостанда халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләү сараларын табиптар ыңғай баһалай. Яман шеште башланған мәлендә асыҡлау сирлене артыҡ тырышлыҡһыҙ һауыҡтырып ҡотҡарыу мөмкинлеген бирә.

Бары өс көндә белгестәр 3 тиҫтәгә яҡын кешегә тикшереү үткәргән. Шик тыуған осраҡта пациенттар ентекләберәк тикшеренер өсөн республиканың профилле дауалау учреждениеларына юллама алған. Статистка мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда үпкә яман шеше сәбәпле үлем осраҡтары иң күбе.

Торакаль онколог Виталий Бармин мәсьәләне хәл итеү сирҙе иртә асыҡлау ғына түгел, ә тәмәке тартыуға кире ҡараш тәрбиәләүҙә лә, тигән фекерҙә. Башҡортостанда яман шеш хәүефен иртә асыҡлаған осраҡта  дауалау сараларының барыһы ла етерлек. Республика етәксеһенең сирҙе иртә асыҡлаған табиптарҙы аҡсалата бүләкләү тәҡдимен дә Мәскәү белгестәре юғары баһалай.

Онкопатруль акцияһы быйыл февраль айында старт алды. Проектҡа башланғыс һалыусылар киләһе ике йылда ошондай тикшереүҙәр Рәсәйҙең һәр төбәгендә үтәсәк, тип белдерә. Башҡортостан табиптары ла йыл башынан төбәк десанты акцияларын үткәрҙе. Республика дауахана белгестәре Сибай ҡалаһында халыҡты ҡабул итте. Әле апрель аҙағынан октябргәсә Сәләмәтлек поезы эшләй. Онкопатруль акцияһы сиктәрендә төбәк табиптары милли медицина тикшеренеү үҙәге белгестәре менән дистанцион кәңәшмәләр үткәрә, онлайн белешмәләр ала. Был бер көнлөк кенә акция түгел, ә даими хеҙмәттәшлек күҙ уңында тотола.

Сирҙе иҫкәртеү уны дауалауҙан еңелерәк, тигән хәҡиҡәтте яҡлап Салауатта табиптар халыҡты күләмле белешмә-аңлатыу йыйынына саҡырҙы.  Был  осрашыу Онкопатруль акцияһының тағы ла бер мөһим өлөшө. Был өлөшкә Бөтә Рәсәй онкология пациенттары берләшмәһе лә ҡушыла. Яман сирҙән ҡотолған кешеләр үҙ тәжрибәһен уртаҡлашып башҡаларҙы сәләмәтлегенә уяу булырға өндәй.

Донъяла һаулыҡ һаҡлау үҫешенә ҙур тырышлыҡ һалған профессор Николай Пирогов “Киләсәк иҫкәртеүсе медицинаға бәйле”,  тигән билдәле һүҙҙәрен 19-сы быуатта уҡ әйтеп ҡалдырған. Заман сирҙәре хәүефен кәметеү, кеше сәләмәтлеген һаҡлау дәүләт етәкселәре менән табиптар ғына түгел, һәр беребеҙҙең үҙенән тора. Онкопатруль акцияһының бурысы – шуны аңлатыу.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Һаулыҡ һаҡлау системаһы хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде | ГТРК «Башкортостан»

Һаулыҡ һаҡлау системаһы хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде

Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер- министры Андрей Назаров республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы хеҙмәткәрҙәренә Рәсәй Президентының почет грамоталарын һәм рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Табиптар, шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар – короновирус инфекцияһына ҡаршы көрәшеүсе белгестәр тәбрикләнде. Ә Лука...

19 февраля 2021
Смотреть видео Бер кистә ике спектакль | ГТРК «Башкортостан»

Бер кистә ике спектакль

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры үҙ тамашасыһына бер актлы спектаклдәр - «Таштар ниндәй сер һаҡлай» һәм “Һүнгән йондоҙ яҡтыһы” балеттарын тәҡдим итә. Һуңғыһы үҙенең премьераһын туйлай. Ханбулат батыр менән Айһылыуҙың ялҡынлы мөхәббәте. Әйтерһең, ул мәңгелек. Ә бына яуыз Типтеғол бай ике йәш...

18 февраля 2021
Смотреть видео 2022 йылға өр яңы хирургия корпусы | ГТРК «Башкортостан»

2022 йылға өр яңы хирургия корпусы

Республика кардиоүҙәге янында әле төҙөлөш гөрләй. 9 ҡатлы хирургия корпусының бинаһы күтәрелгән, эшселәр уны тыштан һәм эстән биҙәүгә тотонған. Эштәр көйлө бара, төҙөүселәрҙең күңелдәре лә көр, сөнки хеҙмәттәренең һөҙөмтәһе бар – бина стеналары көндән-көн матурая. Бөтә 9 ҡатта ла төҙөлөш гөрләп...

18 февраля 2021
Смотреть видео Коронавирустың өсөнсө тулҡыны башланыуы ихтимал  | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирустың өсөнсө тулҡыны башланыуы ихтимал

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Рәсәйҙәге вәкиле Мелита Вуйнович коронавирустың өсөнсө тулҡыны башланыу ихтималлығы тураһында белдерҙе. Рәсәй 1 телеканалы хәбәрсеһе менән әңгәмәләшкәндә ул был, тәү сиратта, халыҡтың үҙ-үҙен тотошона бәйле буласаҡ, тине. Коллектив иммунитет юҡ. Әгәр һаҡ...

18 февраля 2021
Смотреть видео Хужаһыҙ эттәр мәсьәләһе ҡасан хәл ителер? | ГТРК «Башкортостан»

Хужаһыҙ эттәр мәсьәләһе ҡасан хәл ителер?

Хужаһыҙ эттәр мәсьәләһе һәр саҡ көнүҙәк булып ҡала. Айырыуса ошо арала урам, юлдарҙа өйөр-өйөр йөрөгән эттәр халыҡ араһында хафаланыу тыуҙыра. Һәр кем балалары өсөн ҡурҡа. Белорет районында ҡатын бәләкәй ҡыҙы менән эттәр һөжүменән ҡаласыҡ башына менеп ҡотолған. Бала ҡурҡышынан илай, әсәһенән...

18 февраля 2021
Смотреть видео Йәмәғәт транспортында йөрөүгә яңы хаҡтар билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Йәмәғәт транспортында йөрөүгә яңы хаҡтар билдәләне

 “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы төбәк муниципалитеттары менән килешеп ҡала маршруттарында йәмәғәт транспортында йөрөүгә яңы хаҡтар билдәләне. 1 марттан билет хаҡын ҡулаҡсаға һәм банк картаһы ярҙамында 29 һумға, “Алға” картаһы менән 23 һумға һатып алырға мөмкин. Берҙәм социаль билет...

18 февраля 2021
Смотреть видео Сатлама һыуыҡтар ҡасан сигенер?  | ГТРК «Башкортостан»

Сатлама һыуыҡтар ҡасан сигенер?

 Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, әле уртаса һауа температураһы норманан 8-10 градусҡа түбәнерәк. Айырым райондарҙа 35 градусҡаса һыуытҡан. Көндәрҙе ҡасан йылыта һуң? Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, республикала тағы ла бер аҙна көндәр ошолай һалҡын торасаҡ...

18 февраля 2021
Смотреть видео Халыҡ көйҙәре заманса яңғыраш аласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ көйҙәре заманса яңғыраш аласаҡ

Талантлы ҡурайсы Юлай Ҡасимов Башҡортостан-24 телеканалы менән берлектә үҙенең беренсе концертына әҙерләнә. Мюзик хол-27 комплексында үтәсәк үҙенсәлекле сарала тамашасы башҡорт халыҡ көйҙәренең тарихы һәм уның заманса яңғырашы менән таныша аласаҡ. Программала шулай уҡ Юлайҙың ижадташ дуҫтары...

17 февраля 2021
Смотреть видео Ҡалдыҡтар менән эш итеү мәҙәниәте | ГТРК «Башкортостан»

Ҡалдыҡтар менән эш итеү мәҙәниәте

Көнкүреш ҡалдыҡтарын ҡайҙа тапшырырға? Дыуан районында йәш эшҡыуар бәләкәй предприятияларға ҡалдыҡтар менән эш итеү мәҙәниәтен индергән. Хәҙер һәр магазин хужаһы ҡатырға һәм пластик шешәләрҙе айырым йыя. Дыуан районында урынлашҡан “Таҙа планета” ойошмаһы бер-нисә йыл дауамында республиканың төнъяҡ-...

17 февраля 2021
Смотреть видео Мәғлүмәт дөрөҫ түгел икән-яуап бир | ГТРК «Башкортостан»

Мәғлүмәт дөрөҫ түгел икән-яуап бир

Бынан ары  йорттарҙағы иҫәпләү ҡоролмаларындағы мәғлүмәттәрҙең  дөрөҫлөгө өсөн яуаплы компаниялар һәм етәксе вазифа биләүселәр  яуапҡа тарттырылыуы ихтимал. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары  Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы федераль законға ошондай төҙәтмәләр...

17 февраля 2021
Яндекс.Метрика