Ул халыҡ геройы!

Илебеҙҙең яҡты киләсәге, тыныс тормошо өсөн көрәшеүсе генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тарихы олоһона ла, кесеһенә лә мәғлүм. Һәр кем өсөн ул батыр. 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына быйыл 120 йыл тулды. Ошо уңайҙан республикала байтаҡ саралар ойошторолдо.

Иң ҙур тантана арҙаҡлы яугирҙың тыуған ере – Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылында үҙҙы. Тауһеңер ауылы эргәһендәге ялан, ысынлап та, һуғыш ваҡытын хәтерләтә ине. Тамашаға килгән халыҡ бер аҙ хәрби заман осорона эләккән кеүек булды. Ир-егеттәр һуғышҡа оҙатылғас, бар көс ҡатын-ҡыҙҙар иңенә төшкән, олоһо ла, кесеһе лә барыһы ла Еңеү өсөн, тип үҙен аямай ауыр эштәрҙе башҡарған. Ауыл халҡының һуғыш ваҡытындағы тормошон Ҡырмыҫҡалы районының мәҙәниәт йорттары, фольклор төркөмдәре күрһәтте. Был күренештәр бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы.

Ә бына Радий Хәбировты хәрби мотоциклда штаб етәксеһе ҡаршыланы. Сәхнәлә Миңлеғәле Шайморатов бәләкәй сағынан алып һуғышҡа киткән ваҡытына тиклем һынландырыла. “Миңлеғәле бала саҡтан бик шуҡ булған, уйнағанда ла, һабантуйҙа көрәшкәндә лә алдынғылыҡты бирмәгән, һәр саҡ еңер булған, — ошондай хәтирәләр һаҡлана батыр хаҡында. Миңлеғәле Шайморатов Ҡырмыҫҡалы районы Биштәкә ауылында тыуып үҫкән. Хәҙер иһә ауыл Шайморатов тип атала. Ауылдаштары ғына түгел, ә бөтә ил өсөн ул халыҡ батыры. Бөйөк Ватан һуғышында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов 1-се айырым кавалерия полкына, һуңынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына етәкселек итә. Башҡорт атлылары Дондан Эльбаға тиклем 4 мең саҡрымдан ашыу юл үтә. Дивизияның командиры ике тапҡыр Ҡыҙыл байраҡ ордены, Ҡыҙыл йондоҙ ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә.

Шайморатовтың үлеме бик фажиғәле. Әммә уның Ватаны өсөн биргән ғүмере хөрмәткә лайыҡ һәм сикһеҙ ғорурланырлыҡ. Бөйөк Ватан һуғышындағы ваҡиғаларҙы күҙәтеү тыныс тормошта йәшәгән кешеләр өсөн бер яҡтан сағыу тамаша, икенсе яҡтан иһә һәр кем күңеленә шом һалды. Ҡырмыҫҡалы районының Тауһеңер ауылы эргәһендәге майҙанда 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының һәм һауа һуғышының хәрби-тарихи реконструкцияһы күрһәтелде . Йәйәүле ғәскәр, Легендар танк- 34,  һауалағы самолеттарҙың осоуы хәрби план буйынса ҡоролған.  Һуңынан ғына һөжүмгә атлылар сыға.

Шайморатов генерал ошо алышта  утты үҙенә йәлеп итеп, һәләк була, әммә үҙҙәрен уратып алған немецтарҙың позицияларын асыҡларға ярҙам итеп, йөҙәрләгән һалдатын һаҡлап ҡала.Данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған сараға килгән халыҡ иғтибарына бик күп күргәҙмәләр ҙә тәҡдим ителде.  Яугир кейемдәре, ҡоралдар, эҙләнеү эштәрендә табылған әйберҙәр, дивизия менән бәйле сувенирҙар. Театрлаштырылған тамаша, хәрби йылдарҙың интерактив майҙандары, ат сабышы, «Ылаҡ» милли уйыны ойошторолдо.

Шайморат ауылында легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командирына ҡуйылған мөһабәт һәйкәл янынан кеше өҙөлмәй. Монумент 2015 йылда урынлаштырлған. Киләсәктә иһә бөйөк яҡташыбыҙ Миңлеғәле Шайморатовҡа Өфөнөң үҙәгендә – Совет майҙанында һәйкәл ҡуйыласаҡ.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә

 Алдау алымдары шул уҡ – тәҙрә ремонтлау йә газ ҡоролмаһын йүнәтеү хеҙмәттәре, ә бына суммалар реаль хаҡтан унар тапҡырға ҡиммәт. Хеҙмәт ветераны Валентина Прокофьева йортона саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡыйыу аҙымдар менән инеп ярҙамын таға башлауына ханым аптырашта ҡала. Тәҙрә тотҡаларын...

7 августа 2020
Смотреть видео Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов артистарҙы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы менән таныштырҙы. 2006 йылда "Бөйрәкәй" романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ...

7 августа 2020
Смотреть видео  “Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә | ГТРК «Башкортостан»

“Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә

Президент Путиндың Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттарын үҫтереү тураһындағы Указына ярашлы, Сочи белгестәре Өфөләге таланттар асыҡлау үҙәге уҡытыусылары менән һәләтле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен уртаҡлаша.  Проект технологиялары лабораторияһы тәбиғәт фәндәренең һәр ҡайһыһын һан-программа...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала

2024-се йылға тиклем Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөлә өс, Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Асҡын һәм Мәсәғүттә  вертолеттар төшөү өсөн берәр майҙансыҡ төҙөләсәк. Быйыл санитар авиация ярҙамында 75...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар  7 меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңгә яҡынлаша

Стопкоронавирус сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 6 мең 920-гә етте. Бер  тәүлектә 34 кешенең коронавирус менән ауырыуы асыҡланған. Социаль арауыҡты һаҡлау, күпләп йыйылышмау, битлек, бирсәткә кейеү - һаҡланыуҙың ҡәҙимге саралары булып ҡала....

7 августа 2020
Смотреть видео Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала

   Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа ужым культураһының гектар ҡеүәте 30-35 центнерға етә. Был үҙенә күрә рекорд тип әйтергә мөмкин. Сөнки, Көйөргәҙе – игенселек өсөн хәүефле зона булып ҡала һәм бында йыл һайын тиерлек ҡоролоҡ. Көйөргәҙе аграрийҙары беренселәрҙән булып ужым культураларын урып...

7 августа 2020
Смотреть видео Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй

Иң тормошсан һәм мәртәбәле һөнәр эйәләре – төҙөүселәр – һөнәри байрамын билдәләргә әҙерләнә. Ошо уңайҙан Республика йортонда тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостан элек-электән төҙөлөш тармағы киң үҫешкән төбәк булараҡ танылған. Республикала Социалистик...

7 августа 2020
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020