Өфө һәм Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре менән транспорт бәйләнеше булдырылды

 Республика етәксеһе Радий Хәбиров яңы уҡыу йылы алдынан ошондай бурыс ҡуйғайны һәм ул тулыһынса үтәлде. Хәҙер бөтә район-ҡалаларға Башавтотранс предприятиеһының йәмәғәт транспорты йөрөй. Ошо турала хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә билдәле булды. Радий Хәбиров министрҙар һәм ведомство етәкселәре, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл-транспорт тармағындағы хәлдәр буйынса фекер алышты. Бында авария хәлендәге торлаҡта йәшәүселәрҙе күсереү барышы, “Экология” милли проектының үтәлеше лә тикшерелде. Хәҙер республиканың бөтә 54 районы, шул иҫәптән алыҫ урынлашҡан Аҡъяр, Баймаҡ һәм Асҡар ауылдары менән дә транспорт бәйләнеше булдырылды. Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров яңы уҡыу йылы алдынан ошондай бурыс ҡуйғайны. Аҙна һайын тиерлек Башавтотранс предприятиеһына төрлө ҙурлыҡтағы автобустар тапшырылды. Улар халыҡты хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итәсәк. Бынан тыш, был эш киләһе йылда ла дауам итәсәк. Тимәк, предприятие тағы ла яңы йәмәғәт транспорты менән тәьмин ителәсәк. Тап улар район үҙәктәре һәм бәләкәйерәк ауылдар менән бәйләнеш булдырырға тейеш. 2-се сентябргә тиклем Башҡортостан хөкүмәте Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында айырым иҡтисади зоналар булдырыу тураһында документтарҙы әҙерләп, Рәсәй хөкүмәтенә тапшырырға тейеш ине. Был эш ваҡытында башҡарылған һәм әле экспертиза үтә. Проект тормошҡа ашырыла башлаһа, был райондарҙа һәм унда урынлашҡан ҡалаларҙа яңы предприятиелар һәм иң мөһиме хеҙмәт урындары барлыҡҡа киләсәк, тип көтөлә. Республика етәксеһе резиденттар менән әүҙем эшләү бурысын билдәләй. Бөтә структураларҙа ла авариялар теркәлмәгән, предприятиелар тотороҡло эшләгән. Йылылыҡ миҙгеле башланыуға әҙерлек йылдам бара. Ултырышта билдәләнеүенсә, объекттар 15-се сентябргә әҙер булырға тейеш. Ведомстволарға паспортттарҙы ошо ваҡытҡа тапшырырға тәҡдим ителгән. Уҙған аҙнала теркәлгән аварияларҙа 7 кеше һәләк булған. Төп сәбәп юл ҡағиҙәләрен боҙоу, тиҙлекте арттырыу. 7 ай эсендә аварияларҙа, алкоголдән ағыуланып, яман шештән, үҙ-үҙенә ҡул һалып үлеүселәр һаны кәмеһә лә, янғындар буйынса аҙайыу күҙәтелмәй. Шуға күрә, Радий Хәбиров ведомстволарға йылытыу миҙгеле алдынан был мәсьәләгә айырым иғтибар бирергә ҡушты. Башҡортостанда авария хәлендәге торлаҡтың майҙаны 61 мең квадрат метрҙан ашыу. Уларҙа 4 мең ярымдан ашыу кеше йәшәй. Киләһе 5 йыл эсендә барлыҡ ошондай граждандарҙы күсереп бөтөү маҡсаты ҡуйыла. Программаны үтәү өсөн 1 миллиард 650 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Ошо көндәрҙә был мәсьәлә буйынса айырым кәңәшмә лә уҙғарыла. Хөкүмәт ултырышында Урмандарҙы һаҡлауға ла ҙур иғтибар бүленде. Башҡортостанға яңы техника даими ҡайтарыла, ағастар ултыртыла, кешеләр йорт һалыу өсөн ағас менән тәьмин ителә, халыҡҡа һәм белгестәргә уңайлы булһын өсөн цифралы ҡулайламалар булдырыла. Был йәһәттән республика етәксеһе Радий Хәбировтың күрһәтмәләре ваҡытында тормошҡа ашырыла. Көҙөн республика халҡын, бигерәк тә ауыл-ҡалаларҙа йәшәүселәрҙе тағы бер эш тә көтә. Ведомство һәм министрлыҡ башлыҡтары хәүефһеҙлек мәсьәләһеннә лә туҡталды. Өфөнөң Инорс биҫтәһе нигеҙендә именлеге программаһы тикшерелде. Баш ҡала хакимиәте башлығы докладынан күренеүенсә, бында полиция өсөн махсус урындар арттырылған, урамдар яҡтыртылған, ведеокамералар ҡуйылған — бөтәһе 776 берәмек. Урамдарҙа патруль ойошторолған, туҡталыштар телефондарҙы зарядкалау, вай-фай һәм полицияны саҡыртыу төймәләре менән тәьмин ителә. Скверҙарҙы төҙөкләндереү бара. Ошо доклад нигеҙендә башҡа район-ҡала хакимиәт башлыҡтарына ла именлек саралары күрергә ҡушылды. Ысынлап та, Инорс биҫтәһендә енәйәттәр һаны кәмегән. Быны Эске эштәр министрлығынан раҫлайҙар. Әммә, Радий Хәбиров мәсьәләне контролдә тоторға ҡушылды. 8-се сентябрҙә республика халҡы Башҡортостан башлығын, Дәүләт йыйылышы Ҡоролтайға һәм ауыл советтарына депутаттарҙы һайлай. Был йәһәттән республика етәксеһе башҡарма власть органдарына мөрәжәғәт итеп, ойоштороу сараларын яҡшы кимәлдә уҙғарырға ҡушты.

 

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанды бөтә донъяға танытҡан шәхес | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанды бөтә донъяға танытҡан шәхес

 Республикала халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейы киң  билдәләнде. Тантаналарҙа ҡатнашыу, Мостафа Сафа улын хөрмәтләп иҫкә алыу һәм тағы бер тапҡыр уның әҙәби мираҫына ҡағылыу өсөн Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән Өфөгә абруйлы ҡунаҡтар килде...

22 октября 2019
Смотреть видео Күп балалы ғаиләләргә танытмалар тапшырыла башланы | ГТРК «Башкортостан»

Күп балалы ғаиләләргә танытмалар тапшырыла башланы

Башҡортостанда әле күп балалы ғаиләләргә танытмалар тапшырыла башланы. Ишле ғаилә тип дәлилләгән документ республикала беренсе йыл ҡулланыла башланы. Был танытма ярҙамында ғаиләләр байтаҡ ойошмаларҙа төрлө ташламаларға дәғүә итә ала. Күп балалы ғаилә танытмаһын алыу өсөн бөтә ғаилә ағзаларының...

22 октября 2019
Смотреть видео Тере килеш үлтәргәндәр | ГТРК «Башкортостан»

Тере килеш үлтәргәндәр

Башҡортостанда банк хеҙмәткәрҙәре хеҙмәт ветеранын үлгән тип иҫәпләп, йыйған аҡсаһынан мәхрүм иткәндәр. Финанс ойошмаһында пенсионерҙың исем фамилияһына тура килгән некрологты гәзиттә күреп ҡалдыҡ, тип хәбәр иткәндәр. Ошонан һуң иҫәптән 300 меңгә яҡын аҡса юғалған.  Хеҙмәт ветеранының...

22 октября 2019
Смотреть видео Студенттар ағыуланған | ГТРК «Башкортостан»

Студенттар ағыуланған

Өфөнөң Башҡортостан архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында белем алыусы ете студент ағыуланған. Үҫмерҙәр учреждениела урынлашҡан ашханала ашап сыҡҡандан һуң үҙҙәрен насар тоя. Әле тикшереү эштәре бара. Башҡортостан архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы студенттарына...

22 октября 2019
Смотреть видео Республика етәксеһе яңы йыл каникулдарына хәҙерҙән үк етди әҙерләнә башларға саҡырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Республика етәксеһе яңы йыл каникулдарына хәҙерҙән үк етди әҙерләнә башларға саҡырҙы

Был хаҡта Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Ошо осорҙа янғындарҙы, енәйәтселекте кәметеү, халыҡтың ялын күңелле итеп үткәреү йәһәтенән Радий Фәрит улы үҙ тәҡдимдәрен дә еткерҙе.  Йылдың 9 айын Башҡортостан яҡшы күрһәткестәр менән йомғаҡланы. Файҙаланыуға тапшырылған...

22 октября 2019
Смотреть видео Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт | ГТРК «Башкортостан»

Ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә ваҡыт

Көндәр һалҡынайыуға бәйле, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға кәңәш итә.  Аварияларҙы булдырмау өсөн был эште оҙаҡҡа һуҙмау яҡшыраҡ, ти улар. Синоптиктар фаразлауынса, көндөҙ 10 градусҡа тиклем йылытып, төндәрен 8 градусҡаса һыуытасаҡ. Юл...

22 октября 2019
Смотреть видео Был аҙнала Башҡортостанда юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Был аҙнала Башҡортостанда юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә

Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, урыны менән бер аҙ ҡар, республиканың көньяғы буйынса епшек ҡар яуыуы, ҡайһы бер юл участкаларында боҙлауыҡ булыуы  күҙәтеләсәк.

22 октября 2019
Смотреть видео Республиканың төнъяҡ-көнбайышын үҙәк менән яңы күпер тоташтырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың төнъяҡ-көнбайышын үҙәк менән яңы күпер тоташтырҙы

Ҡариҙел районында тарихи ваҡиға. Күптән көтөлгән күпер һәм юлды файҙаланыуға тапшырҙылар. Ҡариҙел ауылы аша урау юл һәм Ҡариҙел йылғаһының ике ярын тоташтырған күпер һалыу «Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект» программаһы исемлегендә ҙур объект булды. Ҡариҙел районы өсөн ҙур ваҡиға –...

20 октября 2019
Смотреть видео Мостай Кәримгә - 100 | ГТРК «Башкортостан»

Мостай Кәримгә - 100

Башҡорт дәүләт университеты студенты Илнар Байбулатов өсөн был көн бигерәк тә тулҡынландырғыс. Әҙәбиәт, шиғриәтте төплө өйрәнгән, уҡыу һәм ижтимағи фән өлкәһендә өлгәшкән уңыштары өсөн ул быйыл Мостай Кәрим исемендәге Фонд гранты менән тәбрикләнде. Яратҡан шағирҙың грантын ҡулыма алыу минең өсөн...

20 октября 2019
Смотреть видео “Алтын бишек” конкурсында ҡатнашыусыларға тауыш биреү бөгөн тамамалана | ГТРК «Башкортостан»

“Алтын бишек” конкурсында ҡатнашыусыларға тауыш биреү бөгөн тамамалана

Еңеүсе исеменә республиканың биш районынан 6 ауыл дәғүә итә. Тауыш биреү ГТРК.ТВ сайтында бара. Һәр кем ошо сайтҡа инеп, оҡшаған ауылды, өлгөлө ғаиләне һәм алтын ҡуллы оҫтаны һайлай ала. Тауыш биреү бөгөн сәғәт төнгө ун икегә тиклем дауам итә.

18 октября 2019
Смотреть видео Өфөлә санитар авиатранспорт өсөн беренсе вертолет майҙаны барлыҡҡа килде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә санитар авиатранспорт өсөн беренсе вертолет майҙаны барлыҡҡа килде

 Медицина хеҙмәткәрҙәре вертолетта Нуриман районынан пациентты республика клиник дауаханаһына оҙатты. Робинсон-4 вертолеты пациент менән беренсе тапҡыр республика перинаталь үҙәге биләмәһендә урынлашҡан махсус майҙанға төштө. 4 ултырышлы кабинала арҡа һөйәге йәрәхәтләнгән пациент табип...

18 октября 2019
Смотреть видео Өфө уртаһында тәрән генә күл барлыҡҡа килгән | ГТРК «Башкортостан»

Өфө уртаһында тәрән генә күл барлыҡҡа килгән

 Ул бер-нисә ихатаның картуф баҫыуын баҫҡан. Халыҡ бер-нисә йыл йәшелсә-емеш үҫтерә алмай, бынан тыш, йәйен серәкәй, ләпәккә, тәлмәрйендәрҙең тауышына һәм һаҫыҡ еҫкә зарлана. Мәсьәлә ҡасан хәл ителер. Был ихата ҡала уртаһында урынлашҡан. Уның хужалары бында картуф һәм башҡа йәшелсә сәсеп, уңыш...

18 октября 2019
Смотреть видео Экологик яҡтан таҙа, сифатлы һәм татлы | ГТРК «Башкортостан»

Экологик яҡтан таҙа, сифатлы һәм татлы

Республиканың 300-н ашыу мәктәп һәм балалар баҡсалары экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы йәшелсә, емеш-еләктәр менән тәьмин ителәсәк. Әле Шишмә районындағы Туҡланыу үҙәге 11 гектар алма ағасын ултыртҡан. Был үҙәктән килтерелгән быйылғы уңышҡа уҡыусылар нисек ҡарай? Йәшелсәнән бешерелгән аш һәм итле...

18 октября 2019
Смотреть видео Лицеистар көнөнә шәп бүләк | ГТРК «Башкортостан»

Лицеистар көнөнә шәп бүләк

 Өфөнөң 123-сө лицейында уҡыусылар өсөн кафе асылды. 1300-ҙән ашыу бала белем алған уҡыу йорто ике сменала эшләй. Үткән уҡыу йылында ата-әсәләр лицей директорына кафе асыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итә һәм хуплау таба. Бүлмәне ремонтлау, биҙәү, йыһазлау эштәрендә лә улар әүҙем ҡатнаша. Был...

18 октября 2019
Смотреть видео Туризмды үҫтереүсе яңы программалар һәм проекттар | ГТРК «Башкортостан»

Туризмды үҫтереүсе яңы программалар һәм проекттар

Башҡортостанда туризмды үҫтереү йәһәтенән яңы программалар һәм проекттар ҡабул ителә. Республика исемен донъя кимәленә сығарыу һәм сәйәхәтселәрҙе Европа менән Азия киҫелешендә урынлашҡан Башҡортостан менән таныштырыуҙа яңы интернет портал да ярҙам буласаҡ. Ошо турала Радий Хәбиров етәкселегендәге...

18 октября 2019
Смотреть видео Юл хеҙмәтләндереүселәр һөнәри байрамы алдынан техника яңыртты | ГТРК «Башкортостан»

Юл хеҙмәтләндереүселәр һөнәри байрамы алдынан техника яңыртты

“Башкиравтодор” йәмғиәтенең төбәк идаралыҡтары етәкселәренә машина асҡыстарын Радий Хәбиров тапшырҙы. Бөгөнгә биш тиҫтәнән ашыу техника берәмеге һатып алынһа, йыл аҙағына тағы 44 яңы машина көтөлә. Республиканың байтаҡ райондары кеүек үк Ауырғазы юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы техниканы 2011...

18 октября 2019
Смотреть видео Башҡортостандың юл хужалығы һәм транспорт хеҙмәткәрҙәре үҙенең һөнәри байрамын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың юл хужалығы һәм транспорт хеҙмәткәрҙәре үҙенең һөнәри байрамын билдәләй

 Тармаҡ вәкилдәрен тантаналары менән республика башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Төбәк башлығы билдәләүенсә, республиканың юл системаһы Рәсәй субьекттары араһында иң ҙурҙарының береһе. Башҡортостандағы ҡала һәм район араһы юлдары, трассалар һәм магистралдәр оҙонлоғо ла 44 мең саҡрымдан ашыу....

18 октября 2019
Хөрмәтле телевизор ҡараусылар, беҙҙең телекомпания иғлан иткән “Алтын бишек” конкурсы еңеүсеһен бергәләп билдәләйек | ГТРК «Башкортостан»

Хөрмәтле телевизор ҡараусылар, беҙҙең телекомпания иғлан иткән “Алтын бишек” конкурсы еңеүсеһен бергәләп билдәләйек

Был исемгә республиканың биш районынан 6 ауыл дәғүә итә. Тауыш биреү ГТРК.ТВ сайтында бара. Һәр кем ошо сайтҡа инеп, оҡшаған ауылды, өлгөлө ғаиләне һәм алтын ҡуллы оҫтаны һайлай ала. Тауыш биреү 18 октябргә тиклем дауам итә.  

17 октября 2019
“АгроСпецПрогресс Өфө” компанияһы яңы, заманса, универсаль траткорҙар тәҡдим итә | ГТРК «Башкортостан»

“АгроСпецПрогресс Өфө” компанияһы яңы, заманса, универсаль траткорҙар тәҡдим итә

Сүмесле тейәгестәр, төрлө тракторҙар, баҫыуҙарҙа эшләү өсөн тәғәйенләнгән техника донъя баҙарында ҡулланыусылар ышанысын яулаған. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала. Рөстәм Хәйретдинов Русич тракторына күптән күҙ һалған. Ауыл өсөн был техника иң уңайлы һәм кәрәкле. Ер һөрөү, баҡса эштәре, бесән эшләү....

17 октября 2019
Башҡортостандың Архив эштәре идаралығының 100 йыллығы уңайынан, Өфөлә Волга буйы федераль округы архив учреждениеларының ғилми ултырышы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың Архив эштәре идаралығының 100 йыллығы уңайынан, Өфөлә Волга буйы федераль округы архив учреждениеларының ғилми ултырышы үтте

Унда төрлө илдең төрлө субъекттарынан йөҙҙән ашыу делегат ҡатнашты. Архив хеҙмәте үҫешенең төп этаптары һәм үҙенсәлектәре ҡаралды. Республика архив учреждениеларының төбәк тарихы буйынса документтар йыйыуы, уларҙы системаға һалыуы, һаҡлауы, электрон вариантҡа күсереүе  хаҡында ла һүҙ алып...

17 октября 2019
Киләһе йылда торлаҡ төҙөлөшөн дә арттырыу көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Киләһе йылда торлаҡ төҙөлөшөн дә арттырыу көтөлә

Был күрһәткес буйынса әле Башҡортостан Волга буйы федераль округында икенсе урында. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин әйтеүенсә, быйыл төҙөлөргә тейеш 69 социаль объекттың әлегә етеһе файҙаланыуға тапшырылған, туғыҙы октябрҙә, ҡалғандары...

17 октября 2019
Рәсәйҙә бәлиғ булмаған балалары тәмәке тартҡан өсөн ата-әсәләргә штраф һала башлауҙары ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә бәлиғ булмаған балалары тәмәке тартҡан өсөн ата-әсәләргә штраф һала башлауҙары ихтимал

Ил хөкүмәтендә ошо туралағы закон әҙерләнә. Ул тәмәке тартҡан үҫмерҙәрҙең ата-әсәләренән тыш, башҡа законлы вәкилдәренә лә ҡағыла. Эске эштәр министрлығы тәҡдим иткән закон проектында штраф күләме аныҡланмай. Балалары тәмәке тартҡан өсөн ата-әсәләргә яза биреүҙе күҙ уңында тотҡан закон проекттары...

17 октября 2019
Өфө кардиологтары Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында үҙенсәлекле операция яһаны | ГТРК «Башкортостан»

Өфө кардиологтары Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында үҙенсәлекле операция яһаны

Табиптар тәүге тапҡыр пациентҡа йөрәк мускулдарының ҡыҫҡарыуын туҡтауға йүнәлтелгән махсус аппарат ҡуйҙы. Теманы хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов дауам итә. 60 йәшлек Илдар Ғилметдиновҡа йөрәк хәлһеҙлеге диагнозын табиптар ике йыл элек юл транспорт фажиғәһенән һуң ҡуя. Бер-нисә көн элек уның йөрәгенә махсус...

17 октября 2019
Выиграй пригласительный билет на 2 лица на балет Сотворение мира - 26 октября в Театре Оперы и Балета (Уфа) - 911691770 | ГТРК «Башкортостан»
Яндекс.Метрика