Аттестатһыҙ ҡалғандарға яңы мөмкинлек

 Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтиханының өҫтәмә этабы башланды. Ҡабаттан һынауға килеүселәр араһында Балтас районы уҡыусылары ла бар. Июлдә имтихан һөҙөмтәләрен боҙоп күрһәтеү сәбәпле, 16 бала аттестатһыҙ ҡалғайны. Һөҙөмтәлә береһе лә юғары уҡыу йортона уҡырға инә алманы. Өҫтәмә имтихандар нисек үтә һәм ҡабаттан тапшырыусылар ниндәй кәйеф менән килгән? Балтас районы уҡыусылары берҙәм дәүләт имтиханын быйыл икенсегә тапшыра. Июлдә йәнәһе лә һынау ваҡытында теркәлгән фальсификация арҡаһында 16 бала аттестатһыҙ ҡалғайны. Ата-әсәләр судҡа ғариза менән мөрәжәғәт итһәләр ҙә ғәҙелеккә ирешә алманы. Балтас районынан килгән Давид СтахЭвич әйтеүенсә, имтиханды тапшырыуға артыҡ теләге лә юҡ. Сөнки ҡуйған маҡсаттар, хыялдар бушҡа булған, ти үҫмер. Июль айында Балтас районынында булған хәл республика ғына түгел, бөтә илгә яңғыраны. Был яңылыҡ, күптәрен хайран ҡалдырғайны. Видеояҙмаларҙы тикшергән ваҡытта, дәүләт комиссияһы ағзалары ҡағиҙә боҙоу осрағы асыҡлай. Һөҙөмтәлә, имтихан һөмҙөмтәләре юҡ ителә. Шуларҙың ун бере өсөн ул мотлаҡ предмет булып сыға. Өҫтәмә имтихандарҙы был уҡыусылар Өфөнөң 94-се мәктәбендә тапшырҙы.  Республиканың мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, был имтихандар ғәҙәти һынауҙан бер ҙә айырылмай. Һәр аудиторияла видео күҙәтеү камералары, коридорҙарҙа телефон сигналдарын баҫыу ҡоромалдары урынлаштырылған. Рус теленән имтиханға барлығы 43 кеше ғариза биргән. Киләһе этап 6 сентябрьҙә — математиканан. Ә һайланған фәндәр буйынса берҙәм дәүләт имтиханы буйынса һынауҙы үтә алмағандар уны киләһе йыл ғына ҡабаттан тапшырасаҡ.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ауыл тренеры | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл тренеры

Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһы эшләй башланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, спорттың 11 төрө буйынса 15 кеше билдәләнгән.  Шулай итеп, спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, ауыр һәм еңел атлетика, йәйәнән атыу, каратэ, спорт ориентиры, тай боксы буйынса...

10 часов 47 минут назад
Смотреть видео Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында | ГТРК «Башкортостан»

Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында

 Республикала тәүгеләрҙән булып асылған бағыр фермаһы уңышлы эшләп килә. Донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың бер төрөн – бағырҙы Салауат районындағы Ләүзә йылғаһында төҙөлгән бассейндарҙа үрсетәләр. Бағырҙы йыш ҡына “батша балығы” тип йөрөтәләр. Бөтә донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың был төрөн...

10 часов 47 минут назад
Смотреть видео Альтаир һауаға күтәрелде | ГТРК «Башкортостан»

Альтаир һауаға күтәрелде

Тәүге тапҡыр. ,,Первушино,, аэродромында яңы самолет менән таныштырыу сараһы үтте. Яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған самолетта осорға йыйынабыҙ. Ул ике кешегә иҫәпләнгән. Ерҙән 2000 метрға күтәрелә ала һәм сәғәтенә 150 км юл үтә.,,Альтаир,, тип исемләнгән самолет ғәрәп теленән тәржемә иткәндә –...

10 часов 48 минут назад
Смотреть видео Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә? | ГТРК «Башкортостан»

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

 Ата-әсәләр, әлбиттә, балаларын мәктәпкә әҙерләй башланы.Беренсе класҡа әҙерлек иң тәүҙә костюмдан башлана. Был Артемдың тәүге классик кейеме – пиджак, салбар, күлдәк, галстук – һәр береһен кейеп ҡарарға тура килә. Килешле костюмдың  еңе лә, балағы ла әҙерәк оҙонораҡ булыуы шарт, ни тиһәң...

10 часов 49 минут назад
Смотреть видео Мәктәптәрҙә санитар талаптар | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә санитар талаптар

Республиканың мәғариф министрлығы 1 сентябрь-Белем көнөнә бәйле асыҡлыҡ индерҙе.Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло ҡалһа, балалар мотлаҡ мәктәптәргә барасаҡ. Хәл үҙгәрә  икән, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың һаулығын һәм именлеген һаҡлау маҡсатында башҡа ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр...

10 часов 49 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте

5 мең 424 кеше һауығып сыҡҡан.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Башҡортостанда әле коронавирус менән симптомһыҙ һәм еңел формала ауырыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Был турала...

10 часов 50 минут назад
Смотреть видео Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота  | ГТРК «Башкортостан»

Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота

Банктан 23 миллион һум аҡса урлаусы Луиза  Хәйруллина  эше буйынса суд ултырышы башланды.  Ултырыштар залына уның ире лә килтерелде. Тап уның уйын ҡомарына бирелеп, ҡатынын аҡса урлауға этәреүе ихтимал.

10 часов 51 минута назад
Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

12 августа 2020
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

12 августа 2020
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

12 августа 2020