Ҡунаҡбайҙа – ҙур ҡунаҡ

 Донъяла киң билдәле опера йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында капиталь ремонттан һуң сафҡа индерелгән мәҙәниәт йортон асыу тантанаһында ҡатнашты. Урындағы халыҡты ҡотлап, Асҡар Әмир улы йыр ҙа башҡарҙы. Уның көслө һәм моңло тауышы яңыртылған мәҙәниәт йортона ғына түгел, хатта ауылға ла яңғырап торҙо. Был үҙенсәлекле сараға беҙҙең ижади төркөм дә тамаша ҡылды. Исеме бар донъяға танылған опера йырсыһы, абруйлы шәхес Асҡар Абдразаҡовты Ҡунаҡбайҙар ҙур тулҡынланыу менән ҡаршы алды. Был сара ауыл халҡы өсөн икеләтә шатлыҡлы: беренсенән, шундай мәртәбәле ҡунаҡтың килеүе, икенсенән мәҙәниәт йортоноң асылыуы. Советтар Союзы Геройы Александр Матросов — Шакирйән Мөхәмәтйәновтың тыуған ауылы булғанға күрә, Ҡунаҡбайҙың мәҙәни усағын асыу тантанаһы яҡташ-батырҙарының ҡаһарманлығын сәхнәләштереүҙән башланды. Артабан ауылдың үҙэшмәкәр йырсылары һәм ижади коллективтары яңы сәхнәне туйлап, сығыш яһаны. Тамашасылар араһында донъяла киң билдәле шәхестең, Санкт-Петербургтағы Мариин театры солисы булыуы, уның алдында сығыш яһауы урындағы артистарға яуаплылыҡ өҫтәне, әммә шул уҡ ваҡытта, ғорурлыҡ та уятты. Асҡар Абдразаҡов та, үҙ сиратында, Ҡунаҡбайҙарҙы бүләкһеҙ ҡалдырманы. Ҡурай моңона ҡушылып, башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы. Уның моңло һәм көслө тауышы яңартылған мәҙәниәт йортона ғына түгел, хатта ауылға ла яңғырап торҙо. Бындай үҙенсәлекле сығыштан таң ҡалған тамашасы аяҡ үрә баҫып, йырсыны алҡыштарға күмде. Концерттан тыш, баш ҡаланан килгән делегация мәҙәниәт йортоноң башҡа бүлмәләрен дә ҡарап сыҡты. Улар хәҙер иркен, яҡты, йылытылған, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Капиталь ремонттан һуң, бында уйын бүлмәһе лә булдырылған. Репетициға, йә иһә концерт ҡарарға килгән ата-әсәләрҙең балалары ваҡыттарын үҙ аллы үткәрә аласаҡ. Мәҙәниәт йорто менән бер бинала китапхана урынлашҡан. Бында ла тулыһынса ремонт эшләнгән: пластик тәҙрәләр ҡуйылған, иҙән, түбә, стеналар һәм ишектәр яңартылған. Хәҙер уҡыусылар күҙгә күренеп артты, ти Айгөл Фәхритдинова. Әйтергә кәрәк, районда беренселәрҙән булып бында китапхана зоналарға бүленеп яһалған. Өлкәндәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмаған. Өҫтәүенә, китапхана эргәһендә “Ағинәйҙәр  клубы” эшләп килә. Ҡунаҡбай ауылының мәҙәни үҙәге – “Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте” проектында еңеп сыҡҡан. Бындағы барлыҡ төҙөкләндереү эштәре федераль субсидияға эшләнгән. Әйткәндәй, “Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте” проекты Рәсәй буйынса өс йыл дауамында эшләп килә. Бүленгән аҡса күләме буйынса Башҡортостан өсөнсө урында тора. Проектта былтыр Учалылағы мәҙәниәт йорто ҡатнашһа, быйыл сират – Ҡунаҡбайҙарҙа. Төҙөкләндереү эштәре барғансы, рухи аҙыҡҡа һыуһаған Ҡунаҡбай ауылы кешеләре сәхнәне, концерттарҙы һағынып та өлгөргән. Халыҡ яңы көс-дәрт, күтәренке кәйеф менән дәррәү эшкә ҡушылды. Яңы һулыш алған мәҙәниәт усағын танырлыҡ та түгел. 1968 йылда төҙөлгән бинала, ярты быуаттан һуң ниһәйәт, тәүге тапҡыр капиталь ремонт эшләнә. Яңартылған комплекс Ҡунаҡбай ауылы халҡының мәҙәниәткә, әҙәбиткә һәм спортҡа булған һөйөүен тағы ла арттырып ебәрәсәгенә өмөт ҙур.

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Бөгөн метеорологтар көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн метеорологтар көнө

Бөгөн Өфөлә һалҡын. Ел көнъяҡ-көнсығыштан, талғын. Ҡар яуа. Был һауа торошоноң һәр кем күҙенә салыныр өлөшө генә. Көндәрҙең ниндәй булырын алдан әйтеүсе метеорологтар бөгөн һөнәри байрамын билдәләй. Һауа торошон белер өсөн бөгөн Интернетты асыу ҙа етә. Урамға сығып термометр, тәҙрәгә бағып яуым-...

23 марта 2018
Алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә | ГТРК «Башкортостан»

Алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә

Башҡортостан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы  бөгөн юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға саҡырып водителдәргә мөрәжәғәт итте.   Ҡар яуыу сәбәпле юлдарҙа ҡар һырынтылары барлыҡҡа килде, транспорт хәрәкәте ҡатмарлашты. Синоптиктар  мәғлүмәттәренә ҡарағанда,  киләһе өс...

23 марта 2018
Салауат Юлаевтың яҡшы уйын күрһәтеп тә  Тракторҙан сираттағы еңелеүе | ГТРК «Башкортостан»

Салауат Юлаевтың яҡшы уйын күрһәтеп тә Тракторҙан сираттағы еңелеүе

Юлаевсыларҙың баш тренеры Эркка Вестерлунд СИләбе хоккейсыларының уйынын маҡтап, Салауат Юлаев командаһы киләһе уйынға етди әҙерләнәсәк, тип белдерҙе. Кисә Башҡортостан хоккейсылары һөжүм артынан һөжүм ойошторһа ла, Силәбе  командаһынан 4 кә 1 иәҫбенә отолдо.

22 марта 2018
Смотреть видео "Ватан" интернет радиоһы тәүге тура эфирын үткәрҙе | ГТРК «Башкортостан»

"Ватан" интернет радиоһы тәүге тура эфирын үткәрҙе

Уның алып барыусыһы Фәтих Муллахмәтов “Бүреләр” төркөмө солисы Илшат Абдуллин менән әңгәмәләште. Улар оҙаҡламай үҙҙәренең ҙур концертын ойоштора. “Ватан Лайф”та һөйләшеү ошо сара һәм ғөмүмән рок төркөмөнөң ижады тураһында барҙы. Ватан интернет радиоһындағы тура эфир башланыуға бер-нисә минут ҡала....

22 марта 2018
Ҡурсаҡсы көнө | ГТРК «Башкортостан»

Ҡурсаҡсы көнө

21-се быуат башында барлыҡҡа килгән өр-яңы байрамдар араһында ҡурсаҡсы көнө киң танылыу ала. Халыҡ-ара УНИТА берләшмәһе Конгресы уны 2003-сө йылда иғлан итеп, был көндө ҡурсаҡ театрҙарын данлау йолаһына нигеҙ һалырға ниәтләгән. Ижад кешеләре бар донъяла был тәҡдимде ихлас ҡабул итә. Ҡурсаҡсы...

22 марта 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

“Уралвагонзавод” та “Терминатор-2” хәрби машинаһы эшләнгән. Рәсәй оборона министрлығының махсус заказы буйынса ул күпләп етештереләсәк.  Францияның элекке президенты Николя Саркозиға 2007 йылда уның һайлау алды кампанияһын законһыҙ иғәнәләү тураһында ғәйепләү белдерелгән. Коррупция менән...

22 марта 2018
Смотреть видео Күкрәк тултырып бер тын алыр инем | ГТРК «Башкортостан»

Күкрәк тултырып бер тын алыр инем

Бүздәк районы Восточная ауылында йәшәүселәр һулар һауанан мәхрүм. Быға йорттар янында асылған предприятие сәбәпсе. Торбаларҙы нефть ҡалдыҡтарынан таҙартыусы ойошма менән күршеләш йәшәүҙән халыҡ тамам биҙгән. 3 йәшлек Богданға бөгөн дә саф һауала йөрөү бәхете теймәй. Сабыйҙарҙы ололар көнө буйы...

22 марта 2018
Бөгөн Бөтә Донъя һыу көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Бөтә Донъя һыу көнө

Рәсәйҙә был көн тәүге тапҡыр 1995-се йылда билдәләнде. Бөтә Донъя һыу көнө һыу ресурстары торошона йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы һәр кемде һыуҙың әһәмиәте тураһында уйланырға саҡыра.  Сөнки тиҙҙән эсәр һыуға ҡытлыҡ булыуы ихтимал. Һуңғы 100...

22 марта 2018
Смотреть видео Республика хөкүмәтенең 2017 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды | ГТРК «Башкортостан»

Республика хөкүмәтенең 2017 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды

Башҡортостан етәксеһе алданған өлөшсөләр мәсьәләһен тиҙ арала хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Бөгөн Рөстәм Хәмитов Республика хөкүмәтенең 2017 йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап инвесторҙар йәлеп итеүҙе лә әүҙемләштерергә саҡырҙы.

22 марта 2018
“Ватан” интернет радиоһы тура эфирҙа | ГТРК «Башкортостан»

“Ватан” интернет радиоһы тура эфирҙа

За кадром. “Ватан Лайф” тип исемләнгән тапшырыу һәр шаршамбы һәм йома 21 сәғәттә тура эфирға сығасаҡ. Унда башҡорт сәнғәте әһелдәре, йәмәғәт ойошмалары ағзалары һәм башҡа билдәле шәхестәр менән ҡыҙыҡлы әңгәмәләр буласаҡ. Эфир “Ватан” интернет радиоһы сайтынан һәм “Бәйләнештә” селтәрендәге “Музыка...

21 марта 2018
Яндекс.Метрика