Ҡунаҡбайҙа – ҙур ҡунаҡ

 Донъяла киң билдәле опера йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында капиталь ремонттан һуң сафҡа индерелгән мәҙәниәт йортон асыу тантанаһында ҡатнашты. Урындағы халыҡты ҡотлап, Асҡар Әмир улы йыр ҙа башҡарҙы. Уның көслө һәм моңло тауышы яңыртылған мәҙәниәт йортона ғына түгел, хатта ауылға ла яңғырап торҙо. Был үҙенсәлекле сараға беҙҙең ижади төркөм дә тамаша ҡылды. Исеме бар донъяға танылған опера йырсыһы, абруйлы шәхес Асҡар Абдразаҡовты Ҡунаҡбайҙар ҙур тулҡынланыу менән ҡаршы алды. Был сара ауыл халҡы өсөн икеләтә шатлыҡлы: беренсенән, шундай мәртәбәле ҡунаҡтың килеүе, икенсенән мәҙәниәт йортоноң асылыуы. Советтар Союзы Геройы Александр Матросов — Шакирйән Мөхәмәтйәновтың тыуған ауылы булғанға күрә, Ҡунаҡбайҙың мәҙәни усағын асыу тантанаһы яҡташ-батырҙарының ҡаһарманлығын сәхнәләштереүҙән башланды. Артабан ауылдың үҙэшмәкәр йырсылары һәм ижади коллективтары яңы сәхнәне туйлап, сығыш яһаны. Тамашасылар араһында донъяла киң билдәле шәхестең, Санкт-Петербургтағы Мариин театры солисы булыуы, уның алдында сығыш яһауы урындағы артистарға яуаплылыҡ өҫтәне, әммә шул уҡ ваҡытта, ғорурлыҡ та уятты. Асҡар Абдразаҡов та, үҙ сиратында, Ҡунаҡбайҙарҙы бүләкһеҙ ҡалдырманы. Ҡурай моңона ҡушылып, башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы. Уның моңло һәм көслө тауышы яңартылған мәҙәниәт йортона ғына түгел, хатта ауылға ла яңғырап торҙо. Бындай үҙенсәлекле сығыштан таң ҡалған тамашасы аяҡ үрә баҫып, йырсыны алҡыштарға күмде. Концерттан тыш, баш ҡаланан килгән делегация мәҙәниәт йортоноң башҡа бүлмәләрен дә ҡарап сыҡты. Улар хәҙер иркен, яҡты, йылытылған, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Капиталь ремонттан һуң, бында уйын бүлмәһе лә булдырылған. Репетициға, йә иһә концерт ҡарарға килгән ата-әсәләрҙең балалары ваҡыттарын үҙ аллы үткәрә аласаҡ. Мәҙәниәт йорто менән бер бинала китапхана урынлашҡан. Бында ла тулыһынса ремонт эшләнгән: пластик тәҙрәләр ҡуйылған, иҙән, түбә, стеналар һәм ишектәр яңартылған. Хәҙер уҡыусылар күҙгә күренеп артты, ти Айгөл Фәхритдинова. Әйтергә кәрәк, районда беренселәрҙән булып бында китапхана зоналарға бүленеп яһалған. Өлкәндәр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмаған. Өҫтәүенә, китапхана эргәһендә “Ағинәйҙәр  клубы” эшләп килә. Ҡунаҡбай ауылының мәҙәни үҙәге – “Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте” проектында еңеп сыҡҡан. Бындағы барлыҡ төҙөкләндереү эштәре федераль субсидияға эшләнгән. Әйткәндәй, “Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте” проекты Рәсәй буйынса өс йыл дауамында эшләп килә. Бүленгән аҡса күләме буйынса Башҡортостан өсөнсө урында тора. Проектта былтыр Учалылағы мәҙәниәт йорто ҡатнашһа, быйыл сират – Ҡунаҡбайҙарҙа. Төҙөкләндереү эштәре барғансы, рухи аҙыҡҡа һыуһаған Ҡунаҡбай ауылы кешеләре сәхнәне, концерттарҙы һағынып та өлгөргән. Халыҡ яңы көс-дәрт, күтәренке кәйеф менән дәррәү эшкә ҡушылды. Яңы һулыш алған мәҙәниәт усағын танырлыҡ та түгел. 1968 йылда төҙөлгән бинала, ярты быуаттан һуң ниһәйәт, тәүге тапҡыр капиталь ремонт эшләнә. Яңартылған комплекс Ҡунаҡбай ауылы халҡының мәҙәниәткә, әҙәбиткә һәм спортҡа булған һөйөүен тағы ла арттырып ебәрәсәгенә өмөт ҙур.

Смотрите нас в YouTube

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Сафияла ҡунаҡта | ГТРК «Башкортостан»

Сафияла ҡунаҡта

Өфөлә инклюзив театр һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәт студияһы асылды. Студия мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙар менән генә түгел, ә барлыҡ балалар менән эшләргә әҙер. Ата-әсәләр ҙә буш ултырмай, балалары шөғөлләнгән арала улар ораторлыҡ оҫталығын өйрәнәсәк. Балалар бармаҡтар менән әкиәт геройҙарын...

11 марта 2020
Смотреть видео Матурлыҡ һәм физик көс | ГТРК «Башкортостан»

Матурлыҡ һәм физик көс

 Рәсәй милли гвардияһының махсус тәғәйенләнештәге отрядында ир-егеттәр менән рәттән гүзәл зат та хеҙмәт итә. Ҡул һуғышы ғына түгел ғөмүмән спорт менән Илина Петрова күптән шөғөлләнә. Уның физик әҙерлеге менән махсус тәғәйенләштәге отряд һалдатын да арҡаһына әйләндереп һалыу бер ни түгел....

11 марта 2020
Смотреть видео “Тыуған урам” программаһы | ГТРК «Башкортостан»

“Тыуған урам” программаһы

Башҡортостанда 2024 йылға тиклем 400-гә яҡын ҙур ауылға асфальт юл түшәләсәк. Республика Хөкүмәте “Тыуған урам” комплекслы программаһын раҫланы. Республика башлығының 310-сы указын бойомға ашырыу сиктәрендә ҡабул ителгән программа буйынса быйыл 113 километр оҙонлоғондағы юлдарҙа асфальт һалыу...

11 марта 2020
Смотреть видео Ташҡынға әҙерлек | ГТРК «Башкортостан»

Ташҡынға әҙерлек

Башҡортостанда үткән ҡыш һуңғы 80 йыл эсендә иң йылыһы һәм һуңғы 20 эсендә иң ҡарлыһы булды. Ә йылғаларҙа боҙ ике аҙнаға иртәрәк китә башлар, тип көтөлә. Төбәктә гидрологтар көн һайын йылғаларҙағы һыу кимәлен тикшерә. Ҡышты оҙатып, яҙ үҙ көсөнә инде.  Йылға-күлдәрҙәге боҙ иреп ҡуҙғала башланы...

11 марта 2020
Смотреть видео Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ | ГТРК «Башкортостан»

Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Нефтеюганск ҡалаһында бәләгә тарыған яҡташыбыҙга һәм уның ғаиләһенә ярҙам күрһәтергә ҡушты. Өфөлә Федор Шаляпин исемендәге Халыҡ-ара вокал сәнғәте академияһы асыла. Март башында уның эшмәкәрлегенә лицензия алынған. “Минең...

11 марта 2020
Смотреть видео Ижади һәләт менән физик көстө үҙендә берләштергән ир-уҙаман | ГТРК «Башкортостан»

Ижади һәләт менән физик көстө үҙендә берләштергән ир-уҙаман

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Альберт Ғәлиев әсәһенә бүләк әҙерләй. Иң яҡшыһы - үҙ ҡулың менән эшләнгәне, ти ул. Яҡын кешеһенең портретына күҙ нурын һәм бөтә оҫталығын һалып төшөрә егет. Ижад эше тамамланыуға барһа ла, барыбер тағы ла нимәлер етмәгән кеүек тойола, ти рәссам. Рәсәй милли...

6 марта 2020
Смотреть видео Алты ҡыҙ атаһы | ГТРК «Башкортостан»

Алты ҡыҙ атаһы

8 март – иң ҙур һәм сағыу байрам. Башҡалала йәшәгән Фәйзуллиндар халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн ҡәҙимгесә үткәрә алмай – ғаиләлә ете гүзәл зат ете үҙенсәлекле бүләк көтә. Алты ҡыҙ атаһынан ете бүләк, ете гөлләмәнән тыш бай фантазия талап ителә. Ғаилә башлығы ҡатыны һәм һәр ҡыҙының теләген иҫәпкә...

6 марта 2020
Смотреть видео Радий Хәбиров ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 март байрамы менән | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 март байрамы менән

“Торатау” конгресс-холында Радий Хәбиров ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡынлашып килгән 8 март байрамы менән ҡотланы һәм үҙ теләктәрен еткерҙе. Ҡатын-ҡыҙ - ғаилә тотҡаһы ғына түгел, ул  ил әсәһе, тип билдәләне республика етәксеһе. Гүзәл заттарыбыҙ төрлө өлкәләрҙә уңышлы хеҙмәт итә. Уҡытыусы, табип, йырсы,...

6 марта 2020
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы  ҡалаһы | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Дәүләт Думаһы Рәсәй Федерацияһының «Хеҙмәт ҡаһарманлығы  ҡалаһы» тигән почетлы исем тураһында закон проектын ҡабул итте. Был дәрәжә   Бөйөк еңеүгә үҙ өлөш индергән муниципаль берәмектәргә бирелә.  Маҡтаулы исемгә Башҡортостан ҡалалары ла дәғүә итә. Бөйөк Ватан һуғышының яу...

6 марта 2020
Смотреть видео Республиканың көньяҡ-көнбайыш өлөшө бөгөн нисек йәшәй? | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың көньяҡ-көнбайыш өлөшө бөгөн нисек йәшәй?

Республика башлығының Бәләбәйгә эшлекле сәфәре һәм ул булған беренсе обьект тураһында айырым әйтергә кәрәк. Ниһәйәт, ҡалала, 5 йыл буйына ябыҡ торған клиника - бала табыу йорто файҙаланыуға тапшырылды.  Республика бүлгән 180  миллион һумға төҙөкләндереү тамамланып клиника үҙ ишектәрен...

6 марта 2020
Яндекс.Метрика