Өфөлә милли проекттар буйынса 180 биләмә төҙөкләндерелә

 “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын бойомға ашырыу сиктәрендә Өфөлә генә 180 биләмәне төҙөкләндереү көтөлә. Был маҡсатҡа ҡаҙнанан миллиард ярым һум аҡса тотоноласаҡ. Биш йыл элек ағас-ҡыуаҡ баҫҡан, сүп-сар тулы йырын ярылған был биләмәлә бөгөн күләмле яңыртып ҡороу эштәре йәйелдерелгән. Затон биҫтәһе халҡының берҙән-бер ял урыны -  “Тулҡын” скверына кешеләр ҙур өмөттәр бағлай. Биҫтәлә йәшәгән халыҡ һаны йылдан йыл арта, йәш ғаиләләр, балалар күбәйә. Воркаут үҙәге, балалар өсөн уйын майҙансығы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтер автоҡаласыҡ, йәйен баскетбол, ҡышын хоккей уйнар спорт майҙаны, сәхнә һәм тамаша ҡылыусыларға ултырғыстар – барыһы ла йәш һәм мауығыу төрөнөң һәр береһенә, һәм евростандарттарға тап килә. Тулҡын паркы өс өлөшкә бүленеп төҙөкләндерелә. 10 гектарға яҡын майҙандың тәбиғи сафлығы ла һаҡлана, яңы заманса ҡоролмалар ҙа төҙөлә. Халыҡ өсөн бар уңайлыҡтар иҫәпкә алынған. Әле паркты төҙөкләндереү проектының икенсе өлөшө бойомға ашырыла, йәйәүлеләр өсөн километр ярым оҙонлоғонда юл түшәлгән,  урман һыҙаты тәртипкә килтерелгән, йырын таҙартылып, һыу тултырырға әҙерләнгән. “Тулҡын” паркының исемен аҡлаған тәбиғи һәм яһалма күлдәрҙе төҙөкләндереү реконструкция проектының һуңғы, өсөнсө өлөшөндә көтөлә. Эштәр хаҡы буйынса ул иң ҡиммәтлеһе, сөнки гидрогелогик тикшеренеүҙәрҙе күҙ уңында тота.   Хәрби дан музейы тирәләй майҙанды төҙөкләндеү ҙә гидротехник эштәрҙән башланған. Уйһыу ерҙә урынлашҡан бинаны һыу баҫыу хәүефе бар. Еңеү паркы — Орджоникидзе районы ғына түгел, тотош Өфө халҡының яратҡан ял урыны. Бында ғибәҙәтхана, стадион, урман, йылға берләшкән. Электән тапалған һуҡмаҡтар хәҙер йәйәүлеләр менән велосипедта йөрөгәндәр уңайлығы өсөн бер-береһенән айырып, киңәйтеп һалына. Эштәрҙең барыһы ла тиерлек ҡала халҡының теләге һәм талабын иҫәпкә алып башҡарыла. Өфөләрҙең күптәнге хыялы парктан Ағиҙелгә төшөр яр буйындағы күтәрмәне тергеҙеү. Әле бында ағастар киҫелеп баҫҡыстар һалына. Йылғаға тиклем 500 метрҙан ашыу арауыҡта 300 баҫҡыс буласаҡ.  Подряд ойошмаһы эштәрҙе Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына тамамларға йөкләмә алған. Өфөләге Черниковкала иһә кешеләр күнеккән парктарҙан тыш яңы ял майҙандарын да төҙөү ҡаралған. Беренсе май паркында “Ғашиктар аллеяһы”, ҡала мәҙәниәт һарайы эргәһендә танылған “Бейеүсе торналар” фонтаны урын аласаҡ.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео "50+" телестудияһы | ГТРК «Башкортостан»

"50+" телестудияһы

 Туймазы ҡалаһында үҙенсәлекле студия эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡан ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр үҙҙәрен тележурналистика өлкәһендә һынай. Опретаорҙар, хәбәрселәр, ҡораусылар бар унда. Мәктәп йылдарынан уҡ фото, видеоға төшөрөү менән ҡыҙыҡһынған телеоператор Усман Ажбиев һәм хәбәрсе Татьяна...

7 февраля 2020
Смотреть видео Беренсе класҡа ҡабул итеү | ГТРК «Башкортостан»

Беренсе класҡа ҡабул итеү

Февраль башынан алып, балаларын беренсе класҡа ҡабул итеүҙәрен һорап 8 меңдән ашыу ата-әсә ғариза биргән. Быны «Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектациялау» сайтындағы электрон сират аша эшләргә була. Мәҙинә быйыл беренсе класҡа бара. Әҙерлек дәрестәренә йөрөп уҡырға, яҙырға,...

7 февраля 2020
Смотреть видео Коронавирусты республикаға индермәҫ өсөн оператив штаб булдырылған | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирусты республикаға индермәҫ өсөн оператив штаб булдырылған

Кәңәшмәлә үлемесле вирустың таралыуын иҫкәртеүсе саралар тураһында фекер алыштылар. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Ҡытайҙа коронавирустан һәләк булғандар һаны мең өс йөҙгә еткән. Әлеге көндә 30 меңгә яҡын кеше был вирус менән зарарланған. Күрһәткестәр сәғәт һайын арта. Ҡулланыусылар хоҡуғын ...

7 февраля 2020
Смотреть видео Һыйыр һауыусы роботтар | ГТРК «Башкортостан»

Һыйыр һауыусы роботтар

30 йылға алдан хәстәрләп. Әбйәлил районында роботтар һыйыр һауа. Малға аҙыҡ һалыу, тиҙәктән таҙартыу эше лә робот иңендә. Ҡурала таналар бәйһеҙ аҫырала, һәүкәштәр теләгәндә ашай, эсә, ял итә. Һауыу урынына ла теләгән ваҡытта инә, унда инде үҙенең рационы буйынса ашарға бирелә һәм һөт һауып алына,...

7 февраля 2020
Смотреть видео Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү

Ауыл халҡы иҫәбен кәметмәҫкә, ауылда йәшәү шарттарын ҡаланыҡына тиңләргә, ауыл ерендә кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү. Өфөлә ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү мәсьәләренә арналған Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе асылды. Волга буйы һәм Урал федераль округтарынан йыйылған 200-ҙән ашыу белгестең...

7 февраля 2020
Смотреть видео Йәш аграрийҙар асышы | ГТРК «Башкортостан»

Йәш аграрийҙар асышы

Башҡорт дәүләт аграр университетының студент-аспиранттары ауыл хужалығы өсөн күп йыллыҡ үлән сорты уйлап тапҡан. Мал аҙығы ҡәҙимгенһенә ҡарағанда күпкә өҫтөнөрәк. Күп йыллыҡ мал аҙығы ҡәҙимгеҙенән бейеклеге һәм ҡуйылығы менән айырыла. Шулай уҡ ул төрлө ауырыуҙарға ла бик бирешеп бармай. Ванюша,...

6 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда вируслы инфекция ҡотора | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда вируслы инфекция ҡотора

 Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын  күҙәтеү хеҙмәтенең төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, эпидемиологик сик  35  процентты үткән. Республикала балалар баҡсаһы, мәктәптәр карантинға ябыла. Кешеләр инфекцияға ҡаршы препараттар, һаҡланыу сараларын алып ҡуя.   Тулыраҡ Альбина...

6 февраля 2020
Смотреть видео Берҙәмлектә-көс | ГТРК «Башкортостан»

Берҙәмлектә-көс

Тап ошо әйтем Өфө халҡын һәм муниципаль хеҙмәттәре ҡаланы ҡарҙан таҙартыу өмәһендә берләштерҙе. Ихата алдарын, тирә-яҡты таҙартыу өмәһенән “Башҡортостан” дәүләт теле һәм радио компанияһы хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы. Һуңғы көндәрҙә ҡарҙың күпләп яуыуы беҙҙең өсөн бер ҙә ҡурҡыныс түгел, ти Юлай...

6 февраля 2020
Смотреть видео Инорс ниһәйәт бассейнлы булды | ГТРК «Башкортостан»

Инорс ниһәйәт бассейнлы булды

Башҡортостан хөкүмәте ярҙамы менән яңы объект сафҡа инде. Ә Октябрь Проспектында урынлашҡан республика клиник онкология диспансерының хирургия корпусында төҙөлөш эштәре һүлпәнәйгән. Эштәр был арала мотлаҡ йәнләнәсәк. Подрядсы ойошмалар ошондай вәғәҙәләр бирҙе. Сафҡа индерелергә тейеш республика...

6 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостан студенттары “Өйҙә” | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан студенттары “Өйҙә”

Өфөлә Республиканан ситтә һөнәри белем алған йәштәрҙең беренсе форумы үтте. Ул йәштәргә тыуған төйәктә эш һәм уҡыу мөмкинлектәре менән бер рәттән үҙ һәләттәрен дә танытырға булышлыҡ итте. Башҡортостандан сыҡҡан студенттарҙың бындай кимәлдә берләшеп аралашыуы беренсе тапҡыр. Мәскәү, Санкт-Петербург...

6 февраля 2020
Яндекс.Метрика