Радий Хәбиров “Минең бизнес” үҙәге менән танышты

Эшҡыуарҙар өсөн берҙәм клиент офисы Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында асылды. Унда эшҡыуарҙарға белгестәрҙән маркетинг, мәғлүмәти, юридик ярҙам һ.б. мәсьәләләр буйынса белешмә алыу мөмкинлеге бар. Йүнселдәр өсөн төрлө йүнәлештәр буйынса уҡытыу ҙа ойоштороласаҡ. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, бында ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙы бер урынға туплаған проект офисы ла эшләй. “Минең бизнес” үҙәгендә яңы эш башлаған йүнселдәр ҡыҫҡа ваҡытлы белем биреү программаларын үтә, төрлө семинарҙарҙа, тренингтарҙа ҡатнаша ала. Радий Хәбиров аралашыу ваҡытында, район һәм ҡала хакимиәттәре етәкселәре бизнес менән бер тулҡында булырға, йүнселдәрҙең мәнфәғәттәрен яҡларға тейешлеген билдәләне.

 

Смотрите нас в YouTube

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан студенттары “Өйҙә” | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан студенттары “Өйҙә”

Өфөлә Республиканан ситтә һөнәри белем алған йәштәрҙең беренсе форумы үтте. Ул йәштәргә тыуған төйәктә эш һәм уҡыу мөмкинлектәре менән бер рәттән үҙ һәләттәрен дә танытырға булышлыҡ итте. Башҡортостандан сыҡҡан студенттарҙың бындай кимәлдә берләшеп аралашыуы беренсе тапҡыр. Мәскәү, Санкт-Петербург...

6 февраля 2020
Смотреть видео Һауанан алынған сир | ГТРК «Башкортостан»

Һауанан алынған сир

 Өфөлә йәшәүселәр үҙ медицина карталарында ысынбарлыҡҡа тура килмәгән ауырыуҙар яҙылыуына зарлана. Берәүҙәр, йәнәһе лә,  табипҡа нервы системаһы ҡаҡшаған, тип мөрәжәғәт итһә, икенселәре иһә картала яҙылған ауырыуҙар тураһында бөтөнләй әйтергә ҡыймай. Өҫтәп яҙылған сирҙәрҙе ҡайҙан...

5 февраля 2020
Смотреть видео Ҡазан ҡалаһында “ТРЭК 2020” конференцияһы үтә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡазан ҡалаһында “ТРЭК 2020” конференцияһы үтә

Унда  ҡатнашыусылар Өфө хирургтарының ҡан-тамырына заманса алымдар ярҙамында операция эшләүен тура эфирҙа күҙәтә. Операция бер сәғәт тирәһе дауам итә. Өфө хирургтары хәҙер пациенттың артерияларын эстән күрә ала. Махсус  ҡорамал ярҙамында табиптар хәҙер ҡан тамырҙары ауырыуҙарын алдан...

5 февраля 2020
Смотреть видео Сәләмәтлек һағында тороусы | ГТРК «Башкортостан»

Сәләмәтлек һағында тороусы

3 тапҡыр алтын скальпель алыусы, профессор, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, Салауат Юлаев Ордены Кавалеры Мәжит Нартайлаковҡа 60 йәш. Билдәле хирург республикала иң беренсе бауыр трансплантологияһын башҡара....

5 февраля 2020
Смотреть видео Быуат һөжүме | ГТРК «Башкортостан»

Быуат һөжүме

Башҡортостан диңгеҙселәре Александр Маринеско етәкселегендәге һыу аҫты кәмәһенең батырлығын иҫкә алды. 75 йыл элек 1945 йылдың 30 ғинуарында немецтарҙың иң ҙур лайнеры "Вильгельм Густлофф" торпедо утына тотола. Һөҙөмтәлә 4 меңдән артыҡ немец илбаҫары юҡ ителә. Тарихта ул « быуат һөжүме » тип...

5 февраля 2020
Смотреть видео Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай | ГТРК «Башкортостан»

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына иғтибарҙы бермә-бер көсәйтергә саҡырҙы, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү юлдарын билдәләргә ҡушты. 1941-се йылдың 22-се июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. 4 йылға...

5 февраля 2020
Смотреть видео Ваҡытлыса сара | ГТРК «Башкортостан»

Ваҡытлыса сара

Коронавирус сәбәпле 14 февралдән Рәсәйҙән Ҡытайға чартер авиарейстар яһалмаясаҡ. Был турала  Рәсәй биләмәһенә яңы коронавирус инфекцияһының инеүен һәм таралыуын иҫкәртеү буйынса штаб рәйесе Татьяна Голикова белдерҙе.Вице-премьер билдәләүенсә, Рәсәй Федерацияһы менән Ҡытай араһында...

5 февраля 2020
Смотреть видео Киҙеү башланыр мәл | ГТРК «Башкортостан»

Киҙеү башланыр мәл

Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар арта башлаған. Республика буйынса 27 мең 469 кеше, уларҙың 70 проценты тиерлек балалар, табиптарға мөрәжәғәт иткән.Рәсәйҙең ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы шәхси профилактика...

5 февраля 2020
Смотреть видео Судьялары араһында волейбол буйынса турнир уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Судьялары араһында волейбол буйынса турнир уҙҙы

 “Динамо” спорт компексында Рәсәй Федерацияһы субъекттары судьялары араһында волейбол буйынса төбәк-ара турнир уҙҙы. Ярыш Бөйөк Ватан һуғышының 75 йыллығына арнап үткәрелде. Волейбол буйынса турнирҙы Суд Советы һәм Башҡортостан республикаһының Юғары суды ойошторған. Турнирҙа бөтәһе алты...

4 февраля 2020
Смотреть видео Дим биҫтәһендә балалар поликлиникаһы файҙаланыуға тапшырылды | ГТРК «Башкортостан»

Дим биҫтәһендә балалар поликлиникаһы файҙаланыуға тапшырылды

 Медицина учреждениеһы үткән быуаттың 90-се йылдарында төҙөлгән һәм ошоғаса ремонт күрмәгән.  Поликлиникалағы үҙгәрештәр тураһында хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова репортажы.Дим биҫтәһенең балалар поликлиникаһы кескәй  һәм үҫмер пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер.  Ярты йыл дауам...

4 февраля 2020
Яндекс.Метрика