Аттестатһыҙ ҡалғандар математиканан өҫтәмә һынау тота

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарының өҫтәмә этабы дауам итә. Бөгөн һынауҙың төп этабында кәрәкле баллдарҙы йыя алмағандар йә башҡа сәбәптәрҙән аттестатһыҙ ҡалғандар математиканан имтихан бирә. Шулай уҡ 9-сыны тамамлағандар өсөн ошо уҡ фән буйынса дәүләт аттестацияһын ҡабаттан тапшырыу мөмкинлеге бар. Ә һайланған фәндәр буйынса берҙәм дәүләт имтиханы буйынса һынауҙы үтә алмағандар уны киләһе йыл ғына ҡабаттан тапшырасаҡ. Республиканың мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, был имтихандар ғәҙәти һынауҙан бер ҙә айырылмай. Һәр аудиторияла видео күҙәтеү камералары, коридорҙарҙа телефон сигналдарын баҫыусы ҡорамалдар урынлаштырылған. 

Читайте нас в Яндекс.Новостях