Аттестатһыҙ ҡалғандар математиканан өҫтәмә һынау тота

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарының өҫтәмә этабы дауам итә. Бөгөн һынауҙың төп этабында кәрәкле баллдарҙы йыя алмағандар йә башҡа сәбәптәрҙән аттестатһыҙ ҡалғандар математиканан имтихан бирә. Шулай уҡ 9-сыны тамамлағандар өсөн ошо уҡ фән буйынса дәүләт аттестацияһын ҡабаттан тапшырыу мөмкинлеге бар. Ә һайланған фәндәр буйынса берҙәм дәүләт имтиханы буйынса һынауҙы үтә алмағандар уны киләһе йыл ғына ҡабаттан тапшырасаҡ. Республиканың мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, был имтихандар ғәҙәти һынауҙан бер ҙә айырылмай. Һәр аудиторияла видео күҙәтеү камералары, коридорҙарҙа телефон сигналдарын баҫыусы ҡорамалдар урынлаштырылған. 

Хәбәрҙәр

Өфө-Дим биҫтәһе юлы 2016 йыл аҙағына тиклем тулыһынса яңырасаҡ

Баш ҡала хакимиәте дәүләт һатып алыуҙары сайтына юлды ремонтлауға заказ урынлаштырған. Эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн 334 миллион һум аҡса бүленә. Юлды һалыусы ойошма аукцион һөҙөмтәләре буйынса 16 июндә асыҡланасаҡ. Проектҡа ярашлы, подрядсы ойошма юл япмаһын яңыртырға, автобус туҡталыштарын ҡуйырға...

10 июня 2015
Смотреть видео

Мысырҙа бәләгә тарыған Башҡортостан сәйәхәтсеһен Рәсәйгә кире ҡайтарыуҙа ҡыйынлыҡтар бар

Шәрем әл Шәйехтәге ҡунаҡханаларҙың береһе балконынан ҡолап төшкән ир кеше тураһында хәбәр иткәйнек инде. Бәләгә тарыған юлсыны күсереү өсөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының айырым самолеты талап ителә. Марина Харина хәҙер икенсе аҙна дарыуҙар ярҙамында ғына йәшәй. Уның тормош иптәше, 27 йәшлек...

10 июня 2015
Смотреть видео

Өфөлә Конгресс холл бинаһы янында күнекмәләр үтте

Ут Ағиҙел йылғаһынан алынған һыу ярҙамында һүндерелә. Был ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы үткәргән күнекмә сценарийы. Конгресс холл бинаһы янына тиҙ арала янғын һүндереү машиналары ла килеп етте. Күнекмәләрҙең шарты буйынса бинаның аҫҡы ҡатында янғын сыҡҡан....

10 июня 2015

Башҡортостанда янғындар һаны арта

Бер тәүлектә республика биләмәләрендә туғыҙ урында ут  сыҡҡан. Фажиғәләргә балалар ҙа сәбәпсе. Краснокама районындағы Яңы Ҡайынлыҡ ауылында, мәҫәлән, дүрт малай һарайҙа шырпы менән уйнаған саҡта, осҡон бесәнгә төшә. Һөҙөмтәлә, ҡураға зыян килә. Ишембай районы Иҫәкәй ауылында мәҙәниәт йортона...

10 июня 2015

Киләһе аҙнала Санкт-Петербург ҡалаһында халыҡ-ара иҡтисади форум үҙ эшен башлай

Унда быйыл Республика башлығы етәкселегендә Башҡортостандандан да ҙур делегация барасаҡ. Форумда ҡатнашыу донъяның эшлекле даирәләре менән туранан-тура бәйләнештәр булдырыу мөмкинлеге бирә. Унда Башҡортостандың экспозицияһы ла ҡуйыласаҡ. Ҡунаҡтар республиканың инвестиция ҡеүәте, ошо өлкәләге...

10 июня 2015
Смотреть видео

Өфө Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм Брикс илдәре самиттарына әҙер

Баш ҡала ил етәкселәренән тыш, бизнес вәкилдәрен дә ҡабул итәсәк. Уларҙы урынлаштырыу өсөн Өфөлә 7 ҡунаҡхана файҙаланыуға тапшырылды. Ҡунаҡханаларҙың береһе бөгөн асылды. 5 йондоҙло Шератон отеле менән Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов танышты. Шератон ҡунаҡһанаһы 9 ҡаттан тора. Уңайлы булһын...

10 июня 2015
Смотреть видео

18-21-се июндә Салауат районында ,,Көйҙөрөлгән хаттар,, тип исемләнгән хәрби-патриотик йыр фестивале ойошторола.

 Халыҡ-ара кимәлдә иғлан ителгән был киң сара быйыл дүртенсе тапҡыр үтә һәм ойоштороусылар тарафынан Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнала. Хәрби-патриотик йыр фестиваленең маҡсаты - автор йырҙарын тыңлап, йырсыларҙың башҡарыу һәләтен баһалауға ғына ҡайтып ҡалмай. Дуҫтар менән аралашыу, хәтирәләр...

9 июня 2015
Смотреть видео

Башҡортостанда агротуризм үҫеше

Башҡортостанда үҙенсәлекле тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылар күп. Тәбиғи һәм рекреацион шарттарҙың булыуы халыҡтың ялын ойоштороу һәм туризмды үҫтереү өсөн ҡулай. Шулай ҙа туризмды республикала үҫешкән тармаҡ, тип атап булмай. Башлыса экологик һәм этнотуризмға иғтибар ҙур. Ә агротуризм яҡын киләсәктә...

9 июня 2015
Смотреть видео

Донъя һәм Рәсәй хәбәрҙәре

Рәсәй трейдерҙары донъя баҙарында иран нефтен һатасаҡ. Ҡара алтын һатыуҙан килгән аҡсаға Иран рәсәй тауарҙарын һатып алырға ниәтләй. Хәбәр ителеүенсә, сауҙанан  беҙҙең ил табышы әллә ни ҙур булмаясаҡ, әммә сәйәси яҡтан уның әһәмиәте баһалап бөтөп булмай ти белгестәр. Киев Донецк халыҡ...

9 июня 2015
Смотреть видео

Беҙҙең яңылыҡтарҙы хәҙер Рәсәй-Башҡортостан телеканалының интернет селтәрендәге яңыртылған сайтында ҡарарға мөмкин

Шулай итеп Рәсәй-Башҡортостан телеканалының яңы сайты менән бөгөндән таныша алаһығыҙ. Унда хәҙер мәғлүмәт тә күбрәк, биҙәлеше лә заманса. Ошонда уҡ тиҙҙән Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барышы менән танышырға  мөмкин.  

9 июня 2015

Май айында инфляция кимәле

Башҡортостан статистика мәғлүмәттәре буйынса май айында республикала инфляция кимәле 100,2 процентҡа тиңләшкән. Рәсәйҙәге менән сағыштырғанда был 0,2-гә кәмерәк. Үткән йылдың ошо арауығындағы күрһәткестәргә ҡарағанда иһә хаҡтар Башҡортостанда 14,7, Рәсәйҙә 15,8  процентҡа артҡан. Ҡайһы бер...

9 июня 2015
Смотреть видео

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа яңы ысул ҡуллана башланы

 Ортокератология терапияһы күреү һәләтен 100 процентҡа яҡшырта, ти табиптар. Төн эсендә күреү һәләтен ҡайтарыу.  Хәҙер Өфө  күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты табиптары был хыялды тормошҡа ашыра. Һүҙ ортокерратологик линзалар хаҡында. Насар күреүселәр был ысул ярҙамында көн...

9 июня 2015

Ҡала-ара поездар йөрөшөндәге үҙгәрештәр

Башҡортостандың транспорт буйынса дәүләт комитеты 11-се июндән 15-нә тиклем ҡала-ара поездар йөрөшөндәге үҙгәрештәр тураһында хәбәр итә.  11-се июндә электр поездары йома көн йөрөшө тәртибендә, 12-13-ндә –шәмбе, 14-ндә – йәкшәмбе, 15-се июндә дүшәмбе көн тәртибендә йөрөй.

9 июня 2015
Смотреть видео

Страховкалау баҙарында яңы үҙгәрештәр

 Рәсәй банкы ҡулланыусылар баҙарына ОСАГО килешеүен төҙөү менән шөғөлләнгән иң ҙур ойошмаларҙың береһе – Росгострах йәмғиәтен кире ҡайтарҙы. Әммә, Үҙәк банк был ойошманың эшмәкәрлеген айырым күҙәтеүгә аласаҡ. Росгострах тарафынан ҡануниәт боҙоу осраҡтары тураһында Үҙәк банктың он лайн ҡабул...

9 июня 2015

Республика буйынса тәфтиш комитеты идаралығы етәксеһе Алексей Касьянов вазифаһынан бушатылды

Ил президенты ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы. Алексей Касьянов ведомствоға 2007-се йылдан етәкселек итте. Тәфтиш комитетына яңы етәксе 23 июнь иәғәйенләнер тип көтөлә.

9 июня 2015
Смотреть видео

Оборонаға һәм хеҙмәткә әҙер бул. Өфөлә 200-гә яҡын кеше ГТО нормаларын тапшырҙы

Республикала ГТО комплексын тормошҡа ашырыу 3 этапта башҡарыла. Белгестәр иҫәпләүенсә, 2017 йылға ГТО нормаларын тапшырыу кешеләрҙең көнкүрешендә ғәҙәти хәлгә әүереләсәк. Әйткәндәй, кемдәр билдәләнгән ҡағиҙәләрҙе үтәй, уларға алтын, көмөш һәм бронза билдәләр тапшырыласаҡ.

9 июня 2015
Смотреть видео

Дәүләкән һабантуйында ,,Берҙәмлек,,

,,Берҙәмлек,, фестивале ҡунаҡтары Дәүләкән районы һабантуйында ла ҡатнашты. Көньяҡ Африка Республикаһы, Һиндостан, Бразилия, Ҡытай, Тажикстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан ҡунаҡтары милли аш-һыуҙы тәмләп, һабантуйҙың бәйгеләрен дә ҡараны. Хәбәрсе Көнъяҡ Африка Республикаһы вәкилдәре...

9 июня 2015

Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттары башланырға теүәл бер ай ҡалды

   Был мәртәбәле форумға күрше Ҡаҙағстан республикаһы йәмәғәтселеге лә ҙур өмөттәр бағлай.  Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында ниндәй өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек даирәләре барлыҡҡа килер һәм ике яҡлы аралашыуҙар тәү сиратта кемдәр өсөн ҡыҙыҡлы булыр. Беҙҙең хәбәрселәр Астанаға барып,...

9 июня 2015

Бөгөн Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө

Был дата рәсми рәүештә 2000 йылдан билдәләнә. Әммә уның тарихы 18-се быуатҡа барып тоташа.  1701 йылдың 8-се июнендә Петр Беренсе ярлылар, сирлеләр һәм оло йәштәгеләр өсөн тәүге дәүләт йорто ойоштороу тураһындағы Указға ҡул ҡуя. Социаль хеҙмәткәрҙәр пенсионерҙарға, инвалидтарға, аҙ тәьмин...

9 июня 2015
Смотреть видео

Республика хөкүмәте, төбәктә спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы көйләү тураһында ҡанунға төҙәтмәләр әҙерләне

Уға  ярашлы,  йәштәр модаға әйләндергән, әммә  сәләмәтлек өсөн зарарлы    булған Джин-тониктарҙы һатыу тыйыла. Был проект парламент ултырыштарында ла тикшерелде. Ҡанун 1-се сентябрҙән ғәмәлгә инер тип көтөлә. Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева был документты мөһим...

9 июня 2015

Мәләүез һәм Өфө райондарында ат урлаусылар ҡулға алынды

Урындағы көтөүсе полицияға ат юғалыуы тураһында хәбәр итә. Бер-нисә сәғәт эсендә  полиция хеҙмәткәрҙәре шикле ике ирҙе тота. Өфө районында ла ошондай уҡ хәл теркәлә.  Әммә бурҙар атты һуйып эшкәртеп өлгөрә. Енәйәт юлына баҫыусыларҙың береһенә 46, икенсеһенә 50 йәш.  

9 июня 2015

Бәләбәй районында бөгөн өс кешенең үлеменә килтергән фажиғә сәбәптәрен тикшереү башланды

Республиканың юл-хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, етенсе модель ВАЗ автомобиле тиҙ медицина ярҙамы күрһәтеү машинаһы менән бәрелешкән.  Һөҙөмтәлә Рәсәй машинаһы водителе һәм уның 15 һәм 37 йәшлек пассажирҙары һәләк булған.  УАЗ водителе ауыр хәлдә дауаханаға...

9 июня 2015

Уйынсыҡтар хужаларына барып етә алманы

Бөгөн интернет селтәрендә Миәс-Учалы юлындағы фажиғәнең видеояҙмаһы барлыҡҡа килде. Шаһиттар йомшаҡ уйынсыҡтар тейәп китеп барған йөк машинаһының янып китеүен төшөрөп алған. Бер-нисә минут эсендә тиерлек автомобиль  тулыһынса янып бөтә. Ундағы уйынсыҡтар ҙа янып көлгә әйләнгән.  Янғын...

9 июня 2015
Яндекс.Метрика