Аттестатһыҙ ҡалғандар математиканан өҫтәмә һынау тота

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтихандарының өҫтәмә этабы дауам итә. Бөгөн һынауҙың төп этабында кәрәкле баллдарҙы йыя алмағандар йә башҡа сәбәптәрҙән аттестатһыҙ ҡалғандар математиканан имтихан бирә. Шулай уҡ 9-сыны тамамлағандар өсөн ошо уҡ фән буйынса дәүләт аттестацияһын ҡабаттан тапшырыу мөмкинлеге бар. Ә һайланған фәндәр буйынса берҙәм дәүләт имтиханы буйынса һынауҙы үтә алмағандар уны киләһе йыл ғына ҡабаттан тапшырасаҡ. Республиканың мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, был имтихандар ғәҙәти һынауҙан бер ҙә айырылмай. Һәр аудиторияла видео күҙәтеү камералары, коридорҙарҙа телефон сигналдарын баҫыусы ҡорамалдар урынлаштырылған. 

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Аҡыллы йорт | ГТРК «Башкортостан»

Аҡыллы йорт

Был аҡыллы йортта һауа температураһы үҙе көйләнә. Өфө районы Таптыҡ ауылында үҙенсәлекле йорт бар. Уны кемдер экологик йорт тип йөрөтә, кемдер өсөн ул йәшел өй, ә ҡайһы берәүҙәр уны аҡыллы йортҡа тиңләй. Был йортта  шпиондар йәшәй тиерһең. Янып һүнеп торған приборҙар, йәшерен ниндәйҙер...

11 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда һыуыҡтарҙы тағы ла йылы көндәр алмаштырасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда һыуыҡтарҙы тағы ла йылы көндәр алмаштырасаҡ

Бөгөндән һауа температураһы яйлап ҡына күтәрелә башлай. Көндөҙ 6, төнөн 9 градус һыуыҡ көтөлә. Ҡар яуыуы, буран сағыуы ихтимал. Аҙна аҙағына тиклем ошондай һауа торошо һаҡланасаҡ.

11 февраля 2020
Смотреть видео Нимә ул социаль контракт? | ГТРК «Башкортостан»

Нимә ул социаль контракт?

Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров донъяла короновирусҡа бәйле борсоулы хәлгә туҡталып, контролде көсәйтергә саҡырҙы. Башҡортостанда әле был сирҙе йоҡтороусылар юҡ.  Республикала “башҡорт ихаталары” программаһына үҙгәрештәр индерелә. Төбәктең торлаҡ-коммуналь...

11 февраля 2020
Смотреть видео Ҡытай студенттары ҡышты нисек үткәрә? | ГТРК «Башкортостан»

Ҡытай студенттары ҡышты нисек үткәрә?

Өфө нефть техник университетында 50-гә яҡын Ҡытай студенты уҡый. Берәүҙәре яңы йыл каникулдарына ҡайтып өлгөрһә, икенселәре оҙайлы ялды башҡалала үткәрергә мәжбүр. Тыуған яҡтарына ҡайтып киткәндәр әлегә өйҙәрендә ҡалған. Өфөлә Ҡытай студенттары уҡыуҙарын дауам итә. Хэйнан виләйәтенең Пуян ҡалаһынан...

11 февраля 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле 14 февралдән Рәсәйҙән Ҡытайға чартер авиарейстар яһалмаясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле 14 февралдән Рәсәйҙән Ҡытайға чартер авиарейстар яһалмаясаҡ

 Был турала  Рәсәй биләмәһенә яңы коронавирус инфекцияһының инеүен һәм таралыуын иҫкәртеү буйынса штаб рәйесе Татьяна Голикова белдерҙе. Вице-премьер билдәләүенсә, Рәсәй Федерацияһы менән Ҡытай араһында авиабәйләнеште тулыһынса ябыу өсөн нигеҙ юҡ. Коронавирус башланыу сәбәпле 1 февралдә...

11 февраля 2020
Смотреть видео Гриптан нисек һаҡланырға? | ГТРК «Башкортостан»

Гриптан нисек һаҡланырға?

  Рәсәйҙең ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы шәхси профилактика саралары тураһында иҫкәртә һәм күмәк халыҡ йыйылған урындарға бармаҫҡа, битлек кейергә, ҡулдарҙы һабын менән йыуырға, бүлмәне даими елләтергә тәҡдим итә.  Һуңғы аҙнала республикала...

11 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда грипп һәм ОРВИ менән ауырыусылар арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп һәм ОРВИ менән ауырыусылар арта

Республикала айырым ҡалаларҙа мәктәптәр һәм балалар баҡсалары 16 февралгә тиклем карантинға ябылды. Әгәр киҫкен респиратор вирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта икән мәктәп етәкселеге уҡыуҙы туҡтатып тороу тураһында үҙаллы ҡарар ҡабул итә ала.  

11 февраля 2020
Смотреть видео Шул уҡ ваҡытта Өфөлә уҡыған Ҡытай студенттарының күбеһе каникулдарға ҡайта алмаған | ГТРК «Башкортостан»

Шул уҡ ваҡытта Өфөлә уҡыған Ҡытай студенттарының күбеһе каникулдарға ҡайта алмаған

Шул уҡ ваҡытта Өфөлә уҡыған Ҡытай студенттарының күбеһе каникулдарға ҡайта алмаған. Улар тыуған яғындағы хәл тураһында яҡшы хәбәрҙәр һәм яҡындары өсөн борсола. 5 ҡатлы бина, 1-се ҡатында дауахана, ҡалған дүртендә бөтә Рәсәйҙән, шулай уҡ сит илдән килеп уҡыған студенттар йәшәй. Мөдир ятағы Ҡытай...

10 февраля 2020
Смотреть видео Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа – 86 йәш | ГТРК «Башкортостан»

Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа – 86 йәш

Бөгөн Башҡортостан республикаһының тәүге президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов үҙенең 86 йәшен билдәләй. Мортаза Ғөбәйҙулла улы 1934 йылдың 7 февралендә Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында тыуған. 1993 йылдан алып 2010 йылға тиклем Башҡортостан республикаһын етәкләй. Мортаза Ғөбәйҙулла улы...

7 февраля 2020
Смотреть видео Юлдарҙың сифатын тикшереүсе күсмә лаборатория | ГТРК «Башкортостан»

Юлдарҙың сифатын тикшереүсе күсмә лаборатория

Өфөлә күсмә телевизион станцияһы яңы һулыш ала.  1980-се йылғы Олимпиаданы трансляциялауҙа ҡатнашҡан һәм Башҡортостан телевидениһының алтын фондын тәшкил иткән кадрҙар төшөргән станция республика юлдарының сифатын тикшерергә сыға. Был кадрҙар хәҙер телевидениеның алтын фонды. Ул ғына ла түгел...

7 февраля 2020
Яндекс.Метрика