Шайморатов генералға дан йырлай халыҡ

112-се башҡорт атлылар дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәргән флешмобҡа беҙҙең телерадиокомпания хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. Сараға етенсе сентябрҙә йомғаҡ яһаласаҡ. Музыка ҡоралдары урынына биҙерә, көнкүреш кәрәк-яраҡтары һәм әлбиттә, көр, рухлы тауыш. Кескәйҙәрҙең дә был йыр һүҙҙәрен яттан белеүе айырыуса ҡыуандыра. Ҡадир Даян һүҙҙәренә, Заһир Исмәғилев яҙған “Шайморатов-генерал” йырын белмәгән кеше юҡтыр. Ил, ер, халҡы өсөн ҡан түккән батырыбыҙ исемен иҫкә алыу һәм киләсәк быуынға тапшырыу өсөн быйыл интернет селтәрҙәрендә ҙур флешмоб иғлан ителде. Уны халҡыбыҙҙың бөйөк улына дан йырлап меңдән ашыу кеше күтәреп алды.  Республиканан ғына түгел, ә сит илдәрҙән дә был йырҙы башҡарыусылар бихисап ине. Кескәйҙәр, мәктәп уҡыусылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, билдәле артистар, республика ауыл һәм ҡала халҡы “Шайморатов-генерал” йырын башҡарғанын видеоға төшөрөп Шайморатов һәм ҡоролтай хэштэгы менән интернет киңлектәренә һалды. Ер шарын уратып алған йырҙы әле лә башҡарыусылар һаны күбәйгәндән-күбәйә. Флешмобҡа Башҡортостан дәүләт теле һәм радио компанияһы хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡушылды. Социаль селтәрҙәрҙә күп кешенең һөйөүен яулап өлгөргән флешмоб етенсе сентябрьгә тиклем дауам итә. Был көндө Өфө амфитеатрында көндөҙгә сәғәт өстә “Шайморатов-генерал” йырын күмәкләп башҡарыу күҙаллана. Сараға өс меңгә яҡын кеше килеүе көтөлә. Килгән халыҡ менән ҙур йондоҙ һыны эшләү маҡсатын да ҡуйған ойоштороусылар.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Хәрби булырға теләүселәр өсөн имтихандар | ГТРК «Башкортостан»

Хәрби булырға теләүселәр өсөн имтихандар

Быйыл хәрби уҡыу йорттарының күсмә  ҡабул итеү комиссиялары абитуриенттарҙы  урындағы хәрби комиссариаттарҙа ҡабул итәсәк. Был мәжбүри  сара илдәге эпидемиологик хәл-ваҡиғалар менән бәйле. Быға тиклем уҡыусылар теләгән белем усағына үҙҙәре барып имтихан тапшыра ине. Өфө ҡыҙы Индира...

24 июля 2020
Смотреть видео Амур өлкәһе суд приставтары ҡасан эшләргә өйрәнер? | ГТРК «Башкортостан»

Амур өлкәһе суд приставтары ҡасан эшләргә өйрәнер?

Уларҙан сит кеше бурыстарын ҡайтарттыралар. Башҡортостанда йәшәүсе граждандарға үҙҙәренең исемдәре һәм фамилияларына оҡшаш кешеләрҙең бурыстарын һәм штрафтарын түләргә тура килә. Ошондай хәлгә Өфөнән Денис Степанов тарыған. Был хәл 2019 йылдың ғинуарында башлана. Өфөлә йәшәүсе Денис Степановтың...

24 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда туҡталыштарҙа һәм парктарҙа тәмәке тартыу закон менән тыйылды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда туҡталыштарҙа һәм парктарҙа тәмәке тартыу закон менән тыйылды

Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер бының өсөн 500 һумлыҡ штраф ҡаралған. Законды ҡайтанан боҙоусылар мең һум түләйәсәк. Федераль ҡануниәт төбәктәргә тәмәке тартыу рөхсәт ителмәгән өҫтәмә урындарҙы билдәләргә мөмкинлек бирә. Дәүләт Йыйылышы-...

24 июля 2020
Смотреть видео Битлек режимы мотлаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Битлек режимы мотлаҡ

Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар 6 мең ярымға яҡынлаша. Бер тәүлектә республикала сирлеләр һаны 40-ҡа артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында. 4 мең 763 кеше һауыҡҡан. Тәүлек эсендә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан вафат булғандар теркәлмәгән. Пандемия...

24 июля 2020
Талаптар ҡәтғиләшә | ГТРК «Башкортостан»

Талаптар ҡәтғиләшә

COVID-19 менән бәйле хәлдең үҙгәрешен фаразлап Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы сир йоҡтороу кимәле көҙгә яҡын һүлпәнәйер, тип белдерә. Министр урынбаҫары Ирина Кононова билдәләүенсә, әле пандемияның иң юғары күләме күҙәтелә, сир асыҡланған пациенттар һәм пневмония менән ауырығандар һаны бер...

23 июля 2020
Башҡортостанға ямғыр килде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанға ямғыр килде

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса төбәк идаралығы Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар яуыуы, йәшен йәшнәүе, көндәрҙең һалҡынайыуы сәбәпле һаҡ булырға саҡыра. 23 июлдә оҙайлы көслө ямғырҙар үтте. Ел төнъяҡ-көнсығыштан, талғын, һауа температураһы 19-24 градус. Ғәҙәттән тыш хәлдәр...

23 июля 2020
Иң сағыу “ҡойроҡло йондоҙ” яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Иң сағыу “ҡойроҡло йондоҙ” яҡынлаша

Ергә һуңғы ете йылда иң сағыу тип танылған ике ҡойроҡло йондоҙ, комета, яҡынлаша. 23 июль төнөндә Ньювайз Ергә иң яҡын нөктәлә теркәлә. “Новости” Рәсәй мәғлүмәт агентлығы, Мәскәү планетарийынан алынған белешмәгә нигеҙләнеп, ғалимдар яңы асҡан комета Ергә 110,52 миллион километрға яҡынлаша, тип...

23 июля 2020
Смотреть видео Өфө буйлап экскурсия | ГТРК «Башкортостан»

Өфө буйлап экскурсия

Туристар өсөн Өфөлә тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылар, һәйкәл, иҫтәлекле урындар исемлеге әҙерләнә. Әле яҡынса өс йөҙ обьект билдәле. Шулай уҡ ҡала урамдарында юл күрһәткестәре ҡуйыла башланы.  “Мираж” теплоходы бер көн эсендә яҡынса биш-алты рейс эшләй. Әле лә ул сираттағы сәйәхәтселәренә ашыға....

23 июля 2020
Смотреть видео Парк эсендәге ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Парк эсендәге ҡала

Өфөлә «Парк эсендәге ҡала» тип исемләнгән  мәғариф семинар үтте. Сараны Башҡортостан ҡалаларының үҫеш институты һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы республика ҡалаларында һәм ауылдарында ял өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында ойошторҙо. Бөтә райондарҙан килгән хакимиәт вәкилдәре...

23 июля 2020
Смотреть видео Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығындағы янғын һүндерелгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығындағы янғын һүндерелгән

Был турала Хөкүмәт Йортонда үткән брифингта урман хужалығы министрлығы Марат Шәрәфетдинов хәбәр итте. Янғындың халыҡҡа хәүефе юҡ. Был хәл даими контролгә алынған. Урал аръяғына ут сығыу осраҡтарын күҙәтеү өсөн авиапатруль ебәрелә. Йыһандан да термонөктәләр буйынса күҙәтеү алып барыла. Башҡортостан...

23 июля 2020
Яндекс.Метрика