Шайморатов генералға дан йырлай халыҡ

112-се башҡорт атлылар дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыу айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үткәргән флешмобҡа беҙҙең телерадиокомпания хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. Сараға етенсе сентябрҙә йомғаҡ яһаласаҡ. Музыка ҡоралдары урынына биҙерә, көнкүреш кәрәк-яраҡтары һәм әлбиттә, көр, рухлы тауыш. Кескәйҙәрҙең дә был йыр һүҙҙәрен яттан белеүе айырыуса ҡыуандыра. Ҡадир Даян һүҙҙәренә, Заһир Исмәғилев яҙған “Шайморатов-генерал” йырын белмәгән кеше юҡтыр. Ил, ер, халҡы өсөн ҡан түккән батырыбыҙ исемен иҫкә алыу һәм киләсәк быуынға тапшырыу өсөн быйыл интернет селтәрҙәрендә ҙур флешмоб иғлан ителде. Уны халҡыбыҙҙың бөйөк улына дан йырлап меңдән ашыу кеше күтәреп алды.  Республиканан ғына түгел, ә сит илдәрҙән дә был йырҙы башҡарыусылар бихисап ине. Кескәйҙәр, мәктәп уҡыусылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, билдәле артистар, республика ауыл һәм ҡала халҡы “Шайморатов-генерал” йырын башҡарғанын видеоға төшөрөп Шайморатов һәм ҡоролтай хэштэгы менән интернет киңлектәренә һалды. Ер шарын уратып алған йырҙы әле лә башҡарыусылар һаны күбәйгәндән-күбәйә. Флешмобҡа Башҡортостан дәүләт теле һәм радио компанияһы хеҙмәткәрҙәре лә әүҙем ҡушылды. Социаль селтәрҙәрҙә күп кешенең һөйөүен яулап өлгөргән флешмоб етенсе сентябрьгә тиклем дауам итә. Был көндө Өфө амфитеатрында көндөҙгә сәғәт өстә “Шайморатов-генерал” йырын күмәкләп башҡарыу күҙаллана. Сараға өс меңгә яҡын кеше килеүе көтөлә. Килгән халыҡ менән ҙур йондоҙ һыны эшләү маҡсатын да ҡуйған ойоштороусылар.

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Республикала “Иң айыҡ ауыл” исеме аталды | ГТРК «Башкортостан»

Республикала “Иң айыҡ ауыл” исеме аталды

Быйылғы конкурста башҡортостандың 49 районынан биләмәләр ҡатнашҡайны. Финал өлөшөнә иһә 15  ауыл уҙҙы. Сараның йомғаҡлау өлөшөн киң күләмле итеп уҙғармауҙың сәбәбе – короновирус таралыу. Шуға ҡарамаҫтан, Хөкүмәт йортонда финалға сыҡҡан ауылдарҙы билдәләү тантаналы шарттарҙа үтте. Ярыштың...

19 марта 2020
Смотреть видео Башҡортостан башлығы Өфөнөң 4-се инфекция дауаханаһының корпустарын ҡараны | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан башлығы Өфөнөң 4-се инфекция дауаханаһының корпустарын ҡараны

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 4-се инфекция дауаханаһының корпустарын ҡараны һәм короновирусҡа шикле кешеләрҙе ҡабул итәсәк боксттарҙың әҙерлеген тикшерҙе.  Реанимация бүлеге бинаһы 1914 йылда уҡ төҙөлгән һәм пациенттарҙы ҡабул итергә урындар етмәй. Радий Хәбиров билдәләүенсә,...

19 марта 2020
Смотреть видео Республикала күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы  саралар сикләнә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы саралар сикләнә

Шулай итеп, Республикала күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы  250-н ашыу сара сикләнә. Күптәр сит ил сәфәрҙәрен кисектереп торһа ла артыҡ булмаҫ. Был коронавирустан һаҡланыу кәрәк. Бындай видеояҙмалар хәҙер интернет тулы. Берәүҙәр ҡара бойҙай һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары етерлек тиһә, икенселәре иһә,...

19 марта 2020
Смотреть видео Республикала тулы әҙерлек режимы индерелде | ГТРК «Башкортостан»

Республикала тулы әҙерлек режимы индерелде

Республика башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһының таралыу ихтималлығын иҫкәртеү маҡсатында тулы әҙерлек режимын индерҙе. Уның сиктәрендә  штабтың тәүлек әйләнәһенә эшләүе ойошторола,  тирә-яҡ мөхит торошона контроль көсәйтелә, республикаға килеүселәр ентекләп тикшерелә, ғәҙәттән...

19 марта 2020
Смотреть видео 22 апрель-тауыш биреү көнө | ГТРК «Башкортостан»

22 апрель-тауыш биреү көнө

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр буйынса тауыш биреү  көнөн 22 апрелгә билдәләне. Был дата шаршамбыға тура килгәнлектән, тауыш биреү көнө ял тип иҫәпләнә.  Мөһим документты  Дәүләт Думаһына ил президенты Владимир Путин 20 ғинуарҙа индерҙе...

19 марта 2020
Смотреть видео Өфөнөң Урмансылар паркындағы вольерҙа айыуҙар уянған | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Урмансылар паркындағы вольерҙа айыуҙар уянған

Ҡыш йылы булыу сәбәпле улар йоҡоһоҙлоҡтан яфаланһа ла, үҙҙәрен яҡшы тоя. Тайыштабандарҙың һаны ла артҡан. Балалары ғинуар айында уҡ донъяға килһә лә, өңдәренән әлегә сыҡмаған. Настя ҡушаматлы айыу, бигерәк тә, татлы ризыҡтар ярата, ти вольер хеҙмәткәрҙәре. Оҫта итеп ашарға ла өйрәнеп алған,...

18 марта 2020
Смотреть видео Өфөлә Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы съезы үткәрелә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы съезы үткәрелә

Республика башлығы Радий Хәбиров ошо туралағы указға ҡул ҡуйҙы.  Съезд Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһының төбәк йәмәғәт ойошмаһы тәҡдиме буйынса Башҡортостан Республикаһында дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн уҙғарыла. Халыҡтар ассамблеяһы...

18 марта 2020
Смотреть видео Еңеү эшелоны Өфө аша үтәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Еңеү эшелоны Өфө аша үтәсәк

Акцияны үткәреүҙә ярҙам күрһәтеүҙе һорап Үҙәк хәрби округы командованиеһы республика башлығына мөрәжәғәт итте.Ул 24 апрелдә Иркутск ҡалаһында башлана һәм 8 майҙа Екатеринбург ҡалаһында тамамлана. Өфөгә эшелон 1 май иртәнге 11-се 10 минутҡа килеп етергә, 5 сәғәт 52 минут торғандан һуң, көндөҙгө...

18 марта 2020
Смотреть видео Заманса комплекс | ГТРК «Башкортостан»

Заманса комплекс

Ҡалтасы районында асылған малсылыҡ комплексы Башҡортостандың төнъяҡ-көнбайышында иң ҙурҙарҙан һанала. Бында һәр бер һыйырҙан 30 литр һөт һауырға планлаштыралар. Ошондай күрһәткестәргә йыл аҙағына сығырға иҫәп тоталар. Комплекста әле 40-ған кеше эшләй, тулы ҡеүәткә индерелһә, хеҙмәт урындары 100-гә...

18 марта 2020
Смотреть видео Өфөлә “АгроКомплекс” күргәҙмәһе асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “АгроКомплекс” күргәҙмәһе асылды

Коронавирус хәүефе сәбәпле сит ил компаниялары Өфөләге  Агросәнәғәт форумына килмәне. Мәртәбәле йыйын һәм күргәҙмәлә уларҙың Рәсәй төбәктәрендәге вәкилдәре ҡатнаша. Донъяла йоғошло сир таралыуын иҫкәртеү шарттарында “АгроКомплекс” күргәҙмәһе лә асылды.  Халыҡ-ара форум барышын беҙҙең...

18 марта 2020
Яндекс.Метрика