Генераль килешеү буйынса һатылған автомобилдәргә бәйле мутлашыуҙар күбәйә

Күп осраҡта машинаны һатып алыусы уны үҙ иҫәбенә күсермәй, һөҙөмтәлә фото һәм видеокамералар аша теркәлгән штрафтар элекке хужаһына килә. Ишембай ҡалаһында йәшәүсе Оксана Иванова ла күптән һатылған автомобиле өсөн 44 мең һумлыҡ штраф квитанцияларын алған. Үҙе юғары кваллификациялы юрист булып та мәсьәләнең осона сыға алмағас ул Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһына мөрәжәғәт итә. Оксана тимер аты менән аварияға эләккәндән һуң уны килешеү буйынса һатып ебәрә. Хәйер документ маҙаһы менән Өфөгә барырға тура килмәне тип ҡыуанып та ҡуя, әммә бер ни тиклем ваҡыттан уға штрафтар менән хаттар килә башлай. Һатып алыусыларға шылтыратыу һөҙөмтә бирмәй, автомобиль күптән генераль килешеү буйынса икенсе кешеләргә һатылған. Иҫәптән төшөрөү өсөн уға башта йыйылған бөтә сумманы түләргә тура килә, процедура үткәнсе штрафтар тағы артып 44 мең һумға барып етә. Бөтә проблема 3 йыл элек ғәмәлгә ингән транспортты теркәүҙең ябайлаштырылған системаһында һәм халыҡтың яуапһыҙ ҡарашыда тиҙәр юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһында. Килешеү буйынса һатып алынған автомобиль дөйөм базаға инмәй. Яңы хужа транспортты иҫәпкә ҡуймаһа бөтә штраф һәм һалымдар автомобиль кемдең исемендә, шуға килә. Оксананың һатылған автомобиле әле кемдең ҡулында икәне һаман дә билдәһеҙ, уны хатта полиция ла таба алмай, ә бына штрафтар килеүен дауам итә.  автомобиль һатыу-һатып алыуҙың ябайлаштырылған системаһы илдә 3 йыл тирәһе эшләп килә, был ваҡыт эсендә закондың камилһәҙләғә менән файҙаланыусылар бермә артҡан. Күңелһеҙ хәлгә ҡалмаҫ өсөн белгестәр транспортты теркәү процедураһын элеккесә башҡарырға кәңәш итә.

Читайте нас в Яндекс.Новостях