Трамвай һәм троллейбустарҙа йөрөү хаҡы арта

  • Трамвай һәм троллейбустарҙа йөрөү хаҡы арта | ГТРК «Башкортостан»

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер электрон карта буйынса юл хаҡы 15, ҡулаҡса менән 18 һум торасаҡ. Льгота буйынса социаль пластик карта менән билет хаҡы 10 һум, уҡыусылар өсөн 6 һум тәшкил итә. Айлыҡ абонементтар буйынса, юл хаҡы уртаса 12 һумға төшә. Баш ҡала хакимиәтендә билдәләүҙәренсә,  Өфөлә электр транспортына юл хаҡы күрше төбәктәргә ҡарағанда осһоҙораҡ.

Подпишитесь на нас в Пульс