Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Һыуға батып үлгән сабыйҙың фотоһы донъяла мигранттарға ҡарата фекерҙе үҙгәртергә тейеш. Һәр хәлдә диңгеҙ яры буйында ятҡан баланың яҡындары һәм туғандары шуға ышана. Сүриә ғаиләһе яҙмышы донъяла ҙур резонанс тыуҙырҙы. Европаның бик күп ҡалаларында өс йәшлек сабыйҙы иҫкә алып акциялар үтә.

Бөйөк Британияның Европа берлегенән сығыуы ихтимал. Дейли Мейл ҡушыуы буйынса Сюрватион агентлығы үткәргән социологик тикшереү йомғаҡтарынан күренеүенсә, респонденттарҙың 51 проценты илдең Европа берлегенән сығыуы өсөн тауыш биргән. Ҡасаҡтарға бәйле хәл британдарҙың кәйефендә сағылыш тапҡан.

Испанияла ралли ваҡытында 6 кеше һәләк булған. Машиналарҙың береһе боролошҡа ингәндә тамашасылар өҫтөнә килеп менгән. Һәләк булыусылар араһында ауырлы ҡатын да бар. Йәрәхәтләнеүселәр араһында 4 бала бар.

Осоштар менән идара итеү үҙәге Прогресс М-28 йөк ташыусы корабль двигателдәре ярҙамында Халыҡ-ара космос станцияһы орбитаһын 950 метрға күтәрҙе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән аҙнала станцияға халыҡ-ара экипаж килде. 

Подпишитесь на наш Telegram-канал