Тиҙҙән Йылайыр ауылында мәктәпкәсә яңы белем биреү учреждениеһы сафҡа инәсәк

Ике ҡатлы бинаны файҙаланыуға тапшырыу менән район үҙәгендә балалар баҡсаһына сират мәсьәләһе хәл ителәсәк. Әле унда 145 сабый сиратҡа ҡуйылған, ә мәғариф учреждениеһы 160 балаға иҫәпләнгән. Балалар баҡсаһы уҙған йылдың авгусында төҙөлә башлаған. Ошо арауыҡ эсендә ике ҡатлы бинаны күтәреп тә ҡуйғандар. Әле ағартыу эштәре бара.Бында сабыйҙар өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырыласаҡ. Урындағы хакимиәттән белдереүҙәренсә, балалар баҡсаһы ҡаланыҡынан бер ҙә айырылмаясаҡ.Бүлмәләр яҡты һәм иркен итеп эшләнгән. Бынан тыш, балаларға күсеп йөрөүе еңел булһын өсөн улар яҡын урынлашҡан. Барлығы унда 8 төркөм буласаҡ.Һуңғы осорҙа район үҙәгенә ауылдарҙан күсеп килеүселәр күбәйеү сәбәпле, балалар баҡсаһына сират артҡан. Шуға күрә, район етәкселеге ҙур һәм заманса бина төҙөргә ҡарар иткән. Проект хаҡы 100 миллион һумдан ашыу.Башҡортостан етәкселеге балалар баҡсаларында сираттарҙы кәметеүгә ҙур иғтибар бүлә. Уҙған йылда төбәктә мәктәпкәсә 36 белем биреү учреждениеһы сафҡа ингән. Был эш республикала быйыл да дауам итә. 

Читайте нас в Яндекс.Новостях