Ышаныслы еңеү

Башҡортостан Башлығын һайлау һөҙөмтәләре эксперттар күҙаллаған һандарҙан артыҡ айырылмай. Алдан һорау алыуҙар ҙа Радий Хәбировтың башҡа кандидаттарҙан ҡарағанда байтаҡҡа күберәк тауыш йыя аласағын күрһәтте. Һөҙөмтә – 82.2 процент. Һайлау участкалары ябылыу менән Радий Хәбировты һайлауҙар барышын яҡтыртыу буйынса ижтимағи-сәйәси үҙәктә алҡыштар менән ҡаршылайҙар. Был ваҡытҡа әлегә Үҙәк һайлау комиссияһы тауыштар һынауҙы башламаған, әммә экзитпол – һорау алыуҙар һөҙөмтәһе Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ышансылы еңәсәген күрһәтә. Яҡынса 83 процент тауыш биреүселәр тап Хәбиров фамилияһы янына тамға ҡуйыуын белдергән. Радий Фәрит улы республика халҡы алдында һайлауҙарҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ошо уҡ кистә Радий Хәбиров Башҡортостандағы сәйәси кампания һөҙөмтәләрен “Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Дмитрий Медведевҡа хәбәр итте. Республикала үткән 818 һайлау кампанияһында власть партияһы ышаныслы еңеү яулай. Фирҡә лидеры үҙ сиратында Радий Хәбировҡа уңыштар теләне. Республика башлығын һайлауҙан тыш, ике округта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар өсөн тауыш бирҙеләр, 53 районда ауыл советтары составы яңырҙы. Быйылғы кампанияла технологик йәһәттән байтаҡ яңылыҡтар булды. Гражданлыҡ бурысын намыҫлы үтәгәндәр төрлө ташламалар ҙа алып ҡыуанды. Әйткәндәй улар менән бөгөн дә файҙаланырға мөмкин. Халыҡтың был акция мөмкинлектәре менән әүҙем файҙаланырына күп кинотеатр, магазин, төрлө хеҙмәттәр күрһәтеүсе эшҡыуарҙар ҙа әҙер булманы. Мәҫәлән планетарийға оҙон сират теҙелгәйне. Сеансҡа эләгә алмағандар өсөн ул шаршамбыға тиклем оҙайтылған. Участка һәм территориаль һайлау комиссиялары дүшәмбе иртәһенә бюллетендәрҙе эшкәртелеп бөткәйне. Реаль һандар күҙаллауҙар аныҡ булыуын ғына дәлилләне. Радий Хәбиров абсолют күпселектең ышанысын яулай алған.  Һайлау тамам, һөҙөмтәләр билдәле. 10 көндән Республика башлығы Конституция менән билдәләнгән хоҡуҡтарын үтәүгә ант бирәсәк. Республиканың яҡты киләсәге өсөн тырышасаҡмын тигән вәғәҙәләр һүҙ менән нығытылып эш менән раҫланырына ышаныс арта.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Мосолман комплексы тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолман комплексы тергеҙелә

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан бинаға алтмыш йыл. Һуңғы биш йылда бында бер ниндәй ҙә төҙөлөш эштәре башҡарылмаған. Герцен урамындағы йорт тиҙҙән икенсе төҫ алыр, тип көтөлә. Мансур хәҙрәт Тимерғәлиев дини тәрбиә менән шөғөлләнеп, республикала исламды үҫтерә. Мосолман үҙәген асыу уның...

26 мая 2020
Смотреть видео Эш сәфәре | ГТРК «Башкортостан»

Эш сәфәре

Илдәге иң ҙур һәм уникаль ҡояш электр станцияларының береһе Бөрйән районында урынлашҡан. Инвестиция күләме 1 миллиард һум. Тап бында ҡояш энергияһы электр энергияһына әйләнә. Әммә станция әле 10 процентҡа ғына эшләй. Техник мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Селтәргә тоташтырыр өсөн “Башкирэнерго”...

26 мая 2020
Смотреть видео Ирекмәндәр страховкаланасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Ирекмәндәр страховкаланасаҡ

Үҙ пациенттарына йәш табип-педиатр Айгөл Нуриева ошо рәүешле кейенеп йөрөй.  Ул Ковид 19 диагнозы куйылған балалар  менән эшләй.  Был эшкә  үҙ ирке менән тотонған. Балаларҙы дауалау менән бер  рәттән ирекмәндәр  эшмәкәрлеген  дә алып бара.  Шуға ла, ...

26 мая 2020
Смотреть видео Ҡымыҙ миҙгеле башланды | ГТРК «Башкортостан»

Ҡымыҙ миҙгеле башланды

Ғәҙәттә йәй уртаһында милли эсемлектең иң тәмле һәм файҙалы мәле. Әммә аграрийҙарға  быйыл яңы шарттарҙа эшләргә тура килә. Бер-бер артлы 50 бейә махсус кәртә аша үтә. Һауын иртә таңдан башлана һәм ҡәтғи график буйынса бара. Бейәләрҙе тәүлегенә дүрт тапҡыр һауалар. Ысын ҡымыҙ тик яңы һауылған...

25 мая 2020
Смотреть видео Республикала сәсеү мәле дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала сәсеү мәле дауам итә

Һауа торошоноң үҙгәреүсәнлегенә ҡарамаҫтан республикала сәсеү мәле дауам итә. Быйыл хужалыҡтар үҙенсәлекле культуралар һайлаған. Өфө районындағы фермаларҙың береһе беренсе тапҡыр ҙур майҙанға торма ултырта. Ниндәй сәбәптәр был аҙымға килтергән, был хаҡта киләһе яҙмала. Яланда трактор геүләй һәм...

25 мая 2020
Смотреть видео Башҡортостан юлдарында төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан юлдарында төҙөкләндереү эштәре әүҙем бара

Миҙгел башынан Өфөлә генә 13 мең тонна асфальт түшәлгән. Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса эштәр 15 июнгә тамамланырға тейеш. Юлға түшәр алдынан асфальт ҡаты һынау үтә. Әҙер өлгөләр юл-төҙөлөшө лабораторияһында тикшерелә. Иң тәүҙә һыу һеңдереү сифаты ҡарала. Был осраҡлы түгел, асфальттың...

25 мая 2020
Смотреть видео Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы | ГТРК «Башкортостан»

Сирлеләрҙе дауалауҙың яңы ысулы

Республика медицинаһы яңы үрҙәр яулай. Өфөлә, хәҙер ультра тауыш ярҙамында тремор сирен, йәғни, аяҡ-ҡулдар быуындары  ҡалтырауын дауалайҙар. Паркинсон ауырыуы менән яфаланыусыларҙы хәҙер операцияһыҙ ҙа аяҡҡа баҫтырып буласаҡ. Уникаль кадрҙарҙы иһә беҙең телекомпанияға табиптар үҙҙәре тәҡдим...

22 мая 2020
Смотреть видео “Балалар” проекты республика башлығы грантын аласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

“Балалар” проекты республика башлығы грантын аласаҡ

Башҡорт телендәге йәнһүрәттәр республика башлығының айырым грантына лайыҡ булды. “Балалар” интернет-проектын бойомға ашырыу менән Өфөлә йәшәүсе ижади ғаилә шөғөлләнә.  “Һаумыһығыҙ, минең исемем Өммөбикә”-, ти өкө. Геройҙарға исемдәрҙе автор тиҙ уйлап сығара, ә уларҙың тышҡы ҡиәфәте өҫтөндлә...

22 мая 2020
Смотреть видео Бизнесҡа ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Бизнесҡа ярҙам

Республиканың иҡтисади үҫеш министрлығы пандемия осоронда бизнесҡа ярҙам итеү өсөн документтар пакетының икенсе өлөшөн әҙерләй. Башҡортостан ҡаҙнаһы был тармаҡҡа йәнә 15  миллиард һум бүлергә тейеш. Әлегә ойошмалар һәм ширҡәттәргә мөлкәт һалымын түләмәү мөмкинлеге бар.  Уйын...

22 мая 2020
Смотреть видео Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Мосолмандар Ураҙа ғәйетенә әҙерләнә

Башҡортостанда 24 майҙа мосолмандарҙың изге Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан Ураҙа байрамы билдәләнә. Был көндә мәсеттәрҙә һәр ваҡыт диндарҙар ҡатнашлығында йәмәғәт намаҙҙары уҡылды. 18 майҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә быйыл Ураҙа байрамы онлайн режимында...

21 мая 2020
Яндекс.Метрика