Хөкүмәт составында артыҡ үҙгәреш булмаясаҡ

Был турала Радий Хәбиров оператив кәңәшмә барышында белдерҙе. Вице-премьерҙар исемлегенә Андрей Назаров өҫтәлеүе хаҡында ла хәбәр итте төбәк етәксеһе. Оператив кәңәшмәне башлап республика етәксеһе йәкшәмбе көн үткән һайлауҙарҙың көнэлгәре һөҙөмтәләрен билдәләне һәм халыҡ бағлаған ышанысты аҡлау тәү бурыс, тип белдерҙе. Республика башлығы вазифаһын рәсми үтәй башлау көнө – инаугурация — 19 сентябрҙә көтөлә.  Ошо уҡ көндө төбәктең 2024 йылға тиклем үҫеш йүнәлештәре раҫланасаҡ. Был етди документты Хөкүмәт аппараты әҙерләй. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” планының мөһим йүнәлешен бойомға ашырыу ауыл хужалығы тауарҙарын сит илгә һатыуҙы ла күҙ уңында тота. “Башҡортостанда аграр сәнәғәт продукцияһын сит илгә һатыу” төбәк проектына ярашлы 2024 йылға экспорт күләмен 230 миллион долларға еткереү ҡарала.  Конкуренцияға ҡаршы торорлоҡ сәнәғәт продукцияһы экспорты күләмен иһә ошо уҡ арауыҡта 3 миллирад 300 миллион долларҙан арттырыу көтөлә. Стамбулда Башҡортостандың Төркиәләге вәкиллеген асыу мәсьәләһе киләһе ике-өс айҙа хәл ителәсәк. Республика етәксеһе башҡа илдәр менән хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен киңәйтер өсөн тура авиабәйләнештәрҙе үҫтереү зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Республикала быйыл яҙ старт алған “Йәшел Башҡортостан” акцияһы дауам итә. Премьер-министр урынбаҫары һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаларын башҡарыусы Борис Беляев ағас-ҡыуаҡтар ултыртыуға арналған берҙәм көндө төбәк кимәлендә 5 октябрҙә ойошторорға тәҡдим итте. Муниципалитеттар был өмәләрҙе үткәреү көнөн үҙаллы билдәләй, Өфө халҡы “Йәшел Башҡортостан” акцияһына 20 сентябрҙә тотона. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ла көҙгө мөһим бурыс булараҡ гриптан вакцинациялау акцияһын иғлан итте. Ул 4 сентябрҙән 15 ноябргә тиклем бара. Был осорҙа предприятие-ойошмаларҙа киҙеүгә ҡаршы прививкалар яһала. Медицина хеҙмәтләндереүен камиллаштырыу, дауаханаларҙы табиптар менән тәьмин итеү барышы Сәләмәтлек сәғәтенең кесаҙна кәңәшмәһендә тикшереләсәк. Әлегә иһә тәү сиратта Башҡортостандың үҫеш программаһын төҙөү һәм раҫлау бурысы тора. Радий Хәбиров был документтың йәш һәм хеҙмәт төрөнә ҡарамаҫтан һәр кем өсөн аңлайышлы телдә яҙылыуын талап итте.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Йәш ғалимдарға гранттар | ГТРК «Башкортостан»

Йәш ғалимдарға гранттар

Башҡортостанда 23 йәш ғалим фәнни тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса республика грантына лайыҡ булды. Радий Хәбировтың Указына ярашлы хәҙер аспиранттар һәм фән кандидаттарына дәүләт ярҙамы кимәле бер миллион һум. Фән юлын һайлаған йәштәрҙең ижади әүҙемлеген үҫтереү һәм уларға дәүләт ярҙамын күрһәтеү...

13 февраля 2020
Смотреть видео Республика Башлығының Әлшәйгә эш сәфәре | ГТРК «Башкортостан»

Республика Башлығының Әлшәйгә эш сәфәре

Әлшәй районында быйыл 2 яңы фельдшер-акушер пункты төҙөләсәк, киләсәктә район үҙәгендәге балалар спорт мәктәбенең үҙ боҙ һарайы буласаҡ. Был турала Радий Хәбировтың районға эш сәфәре барышында билдәле булды. Республика Башлығы Рәсәйҙәге тәүге заманса ауыл хужалығы лабораторияһы менән дә танышты....

13 февраля 2020
Смотреть видео Ейәнсура районында йыртҡыс аулаусылар боронғо һунар ысулын ҡуллана | ГТРК «Башкортостан»

Ейәнсура районында йыртҡыс аулаусылар боронғо һунар ысулын ҡуллана

Иҙелбәк ауылында йәшәгән эшҡыуар бүрене олоп саҡыра. Атыр өсөн түгел, ә фото һәм видеоға төшөрөргә. Алик Тоҡомбәтов бала сағынан йәнлектәр тураһында китаптар уҡый. Журналдар алдырып, тәбиғәтте өйрәнә. Атаһы һәм ҡартатаһы иһә һунарсылыҡ серҙәренә төшөндөрә. Ҡуян ҡыуалағанда ул бүрегә юлыға. Ата-...

12 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда  халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү стратегик мәсьәлә булып ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү стратегик мәсьәлә булып ҡала

Башҡортостан халҡын сифатлы эсер һыу менән тәьмин итеү стратегик мәсьәлә булып ҡала. Төбәктә әле һыу алыу өсөн 2 меңдән ашыу урын бар. Был һан ҙур булһа ла, һөҙөмтәләр түбән. Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу кеше ҡулланған һыу тейешле сифаттарға яуап бирмәй. Хәл Өфө районына ҡараған ауылдарҙа,...

12 февраля 2020
Смотреть видео Бюджет ярҙамға килә | ГТРК «Башкортостан»

Бюджет ярҙамға килә

Өс йәшкә тиклемге бала бағып ваҡытлыса эшләмәгән әсәләр һөнәри белемен камиллаштырыу йәиһә һөнәр алмаштырыу мөмкинлеген бюджет иҫәбенә бойомға ашыра ала.  Республика хөкүмәте юридик шәхестәргә ошо маҡсатта субсидиялар биреү тәртибен раҫланы. Бүленгән аҡсаны шәхси эшҡыуарҙар декрет ялындағы...

12 февраля 2020
Смотреть видео Кем ғәйепле? | ГТРК «Башкортостан»

Кем ғәйепле?

Өфөлә хроник бөйөр сире менән яфаланыусылар һаулыҡ өсөн мөһим булған дарыуҙар юҡлығына зарлана. Йыл башынан алып республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы дарыу алыу ысулын үҙгәрткән. Шул сәбәпле, кәрәкле препараттар һуңлап килә, ти пациенттар. Мотлаҡ ҡабул итә торған дарыуҙы үҙҙәре һатып алырға мәжбүр...

12 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар юҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар юҡ

Был хаҡта коронавирус сире буйынса республика оператив штабының сираттағы ултырышында белдерелде.  Төбәктә әле дезинфекция тәртибе йәмәғәт транспортында иғлан ителгән. Аэропорт, тимер юл вокзалдарында ойошторолған иҫкәртеү сараларынан тыш, пассажир ташыған автобустар тәүлегенә ике тапҡыр...

12 февраля 2020
Смотреть видео Мәңгелек хәтер | ГТРК «Башкортостан»

Мәңгелек хәтер

Мисирев йәки Мисарев – фамилияның бер хәрефе дөрөҫ яҙылмаған өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ветераны хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә йөрөй. Бер туған ағалары уны оҙаҡ йылдар эҙләй, һуңынан был эште уларҙың балалары дауам итә һәм 2015 йылда һалдаттың ерләнгән ҡәберенә барып ҡайталар. Мисиревтар ғаиләһе...

12 февраля 2020
Смотреть видео Ветерандарға-миҙалдар | ГТРК «Башкортостан»

Ветерандарға-миҙалдар

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған миҙалдар тапшырҙы. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған махсус миҙал Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән булдырылды һәм беренселәрҙән булып уны республика етәксеһе ҡулынан 10 яугир алды....

12 февраля 2020
Смотреть видео ММА- көслөләр һәм етеҙҙәр спорты | ГТРК «Башкортостан»

ММА- көслөләр һәм етеҙҙәр спорты

Өфөлә  Ҡатнаш алыш буйынса үҫмерҙәр һәм ир-егеттәр араһында  республика чемпионаты һәм беренселеге үтте.  Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған чемпионатта  республиканың  17 спорт клубынан 170-кә яҡын спортсы катнашты. Айнур Ибраһимов – “Алдар” ...

11 февраля 2020
Яндекс.Метрика