Башҡортостан хужалыҡтарына тоҡомло һыйырҙар килтерелде

Был юлы Венгриянан голштин тоҡомло 157 баш тана ҡайтты. Әле улар карантинға ябылған. Тоҡомло һыйырҙар көнөнә 30 литрға яҡын һөт бирә ала. Теманы хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов дауам итә. Башҡортостанда «голштин» тоҡомло һыйырҙар иң һөтлөләрҙән һанала. Йыл дауамында бер һыйырҙан уртаса ете мең килограмдан ашыу һөт һауыла. Фермерҙар билдәләүенсә, һәр малға айырым ҡараш. Ҡырмаҫҡалы районындағы хужалыҡтарҙың береһе был  йүнәлеш менән 10 йылдан ашыу шөғөлләнә. Һөт етештереүҙән тыш, улар, шулай уҡ сит өлкәләргә һәм илдәргә йәш таналарҙы һатыу менән шөғөлләнә. Сит илдән килтерелгән малдарҙың барыһы ла Таможня Союзының  “Евразия иҡтисади союзында ветеринар-санитар сараларҙы ҡулланыу тураһындағы” ҡарары буйынса айырыуса хәүефле ауырыуҙарҙы асыҡлау йәһәтенән махсус тикшереүҙәр үтә. Үткән айҙа ғына «Россельхознадзор»ҙың Башҡортостан референт үҙәге менән зарарлы сирҙәрҙе асыҡлау йәһәтенән 6 мең 700-ҙән ашыу эре тоҡомло малдан ҡан алынып төрлө лаборатор тикшереүҙәр үткәрелгән. Белгестәр билдәләүенсә, был, тәү сиратта, хужалыҡта ваҡытында зарарлы ауырыуҙарҙы асыҡларға булышлыҡ итә. Шулай уҡ хәҙер предприятие заманса технологиялар менән эш итә. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районындағы хужалыҡтағы һәр һыйырға махсус датчик ҡуйылған. Ул малдың күпме ашағанын, күпме һөт биргәнен, ниндәй һөт биргәнен, уға ниндәй витаминдар кәрәклеген, сирләйме әллә сәләмәтме икәнен билдәләй. Быларҙың барыһы ла белгестәргә ваҡытында саралар күрергә ярҙам итә. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда һөт етештереү өлкәһе яҡшы үҫә. Август айында һөт малсылығын үҫтереү буйынса маҡсатлы дәүләт программаһы менән Евросоюз илдәренән төбәккә голштин тоҡомло 958 баш һыйыр ҡайтарылған. Һауын малдарын Күгәрсен, Саҡмағош, Дүртөйлө, Туймазы һәм Ҡырмаҫҡалы райондары хужалыҡтары алған.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Мәңгелек хәтер | ГТРК «Башкортостан»

Мәңгелек хәтер

Мисирев йәки Мисарев – фамилияның бер хәрефе дөрөҫ яҙылмаған өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ветераны хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә йөрөй. Бер туған ағалары уны оҙаҡ йылдар эҙләй, һуңынан был эште уларҙың балалары дауам итә һәм 2015 йылда һалдаттың ерләнгән ҡәберенә барып ҡайталар. Мисиревтар ғаиләһе...

12 февраля 2020
Смотреть видео Ветерандарға-миҙалдар | ГТРК «Башкортостан»

Ветерандарға-миҙалдар

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған миҙалдар тапшырҙы. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған махсус миҙал Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән булдырылды һәм беренселәрҙән булып уны республика етәксеһе ҡулынан 10 яугир алды....

12 февраля 2020
Смотреть видео ММА- көслөләр һәм етеҙҙәр спорты | ГТРК «Башкортостан»

ММА- көслөләр һәм етеҙҙәр спорты

Өфөлә  Ҡатнаш алыш буйынса үҫмерҙәр һәм ир-егеттәр араһында  республика чемпионаты һәм беренселеге үтте.  Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған чемпионатта  республиканың  17 спорт клубынан 170-кә яҡын спортсы катнашты. Айнур Ибраһимов – “Алдар” ...

11 февраля 2020
Смотреть видео Аҡыллы йорт | ГТРК «Башкортостан»

Аҡыллы йорт

Был аҡыллы йортта һауа температураһы үҙе көйләнә. Өфө районы Таптыҡ ауылында үҙенсәлекле йорт бар. Уны кемдер экологик йорт тип йөрөтә, кемдер өсөн ул йәшел өй, ә ҡайһы берәүҙәр уны аҡыллы йортҡа тиңләй. Был йортта  шпиондар йәшәй тиерһең. Янып һүнеп торған приборҙар, йәшерен ниндәйҙер...

11 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда һыуыҡтарҙы тағы ла йылы көндәр алмаштырасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда һыуыҡтарҙы тағы ла йылы көндәр алмаштырасаҡ

Бөгөндән һауа температураһы яйлап ҡына күтәрелә башлай. Көндөҙ 6, төнөн 9 градус һыуыҡ көтөлә. Ҡар яуыуы, буран сағыуы ихтимал. Аҙна аҙағына тиклем ошондай һауа торошо һаҡланасаҡ.

11 февраля 2020
Смотреть видео Нимә ул социаль контракт? | ГТРК «Башкортостан»

Нимә ул социаль контракт?

Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров донъяла короновирусҡа бәйле борсоулы хәлгә туҡталып, контролде көсәйтергә саҡырҙы. Башҡортостанда әле был сирҙе йоҡтороусылар юҡ.  Республикала “башҡорт ихаталары” программаһына үҙгәрештәр индерелә. Төбәктең торлаҡ-коммуналь...

11 февраля 2020
Смотреть видео Ҡытай студенттары ҡышты нисек үткәрә? | ГТРК «Башкортостан»

Ҡытай студенттары ҡышты нисек үткәрә?

Өфө нефть техник университетында 50-гә яҡын Ҡытай студенты уҡый. Берәүҙәре яңы йыл каникулдарына ҡайтып өлгөрһә, икенселәре оҙайлы ялды башҡалала үткәрергә мәжбүр. Тыуған яҡтарына ҡайтып киткәндәр әлегә өйҙәрендә ҡалған. Өфөлә Ҡытай студенттары уҡыуҙарын дауам итә. Хэйнан виләйәтенең Пуян ҡалаһынан...

11 февраля 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле 14 февралдән Рәсәйҙән Ҡытайға чартер авиарейстар яһалмаясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле 14 февралдән Рәсәйҙән Ҡытайға чартер авиарейстар яһалмаясаҡ

 Был турала  Рәсәй биләмәһенә яңы коронавирус инфекцияһының инеүен һәм таралыуын иҫкәртеү буйынса штаб рәйесе Татьяна Голикова белдерҙе. Вице-премьер билдәләүенсә, Рәсәй Федерацияһы менән Ҡытай араһында авиабәйләнеште тулыһынса ябыу өсөн нигеҙ юҡ. Коронавирус башланыу сәбәпле 1 февралдә...

11 февраля 2020
Смотреть видео Гриптан нисек һаҡланырға? | ГТРК «Башкортостан»

Гриптан нисек һаҡланырға?

  Рәсәйҙең ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы шәхси профилактика саралары тураһында иҫкәртә һәм күмәк халыҡ йыйылған урындарға бармаҫҡа, битлек кейергә, ҡулдарҙы һабын менән йыуырға, бүлмәне даими елләтергә тәҡдим итә.  Һуңғы аҙнала республикала...

11 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда грипп һәм ОРВИ менән ауырыусылар арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп һәм ОРВИ менән ауырыусылар арта

Республикала айырым ҡалаларҙа мәктәптәр һәм балалар баҡсалары 16 февралгә тиклем карантинға ябылды. Әгәр киҫкен респиратор вирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта икән мәктәп етәкселеге уҡыуҙы туҡтатып тороу тураһында үҙаллы ҡарар ҡабул итә ала.  

11 февраля 2020
Яндекс.Метрика