Республика баҫыуҙарында татлы тамыр ҡаҙыу башланды
Шәкәр сөгөлдөрөн үҫтереүсе 22 райондың унауһы уңыш йыйыу эштәренә тотондо. Бөгөнгә баҫыуҙарҙың 5 проценты алынған, уртаса гектар ҡеүәте 250 центнер. Ҡоро аяҙ көндә бер комбайн тәүлегенә 60 гектар татлы тамыр ҡаҙып ала. Был баҫыуҙа иһә 6 комбайн эшләй. Мәләүез фәнни-етештереү берекмәһе дүрт меңдән ашыу гектарҙа үҫтерелгән шәкәр сөгөлдөрөн һалҡындар еткәнсе ҡаҙып, юғалтыуһыҙ йыйып алып, шәкәр заводына оҙатырға иҫәп тота. Бөгөнгә ошо баҫыуҙа ғына гектарынан 350-370 центнер татлы тамыр ҡаҙыла.Фәнни-етештереү берекмәһе Федоровка, Мәләүез, Көйөргәҙе райондары биләмәләрендә шәкәр сөгөлдөрөн тәжрибә ысулы менән сәскән, уңыш күләмен бында үҫемлектәрҙең йышлығынан сығып иҫәпләйҙәр. Эште уңайлы ойоштороу маҡсатында комбайндар тәү сиратта шәкәр заводынан алыҫ урынлашҡан баҫыуҙарға төшә. Мәләүез сеймал ҡабул итеү нөктәһенә сөгөлдөр ташыу радиусы уртаса 91 километр. Әлеге ваҡытта 300 транспорт берәмеге менән килешеү төҙөлгән, ти завод етәкселеге. Ямғырҙарҙы аяҙ көндәр алмаштырған мәлде аграрийҙар сөгөлдөрҙөң шәкәр туплаған осоро булараҡ баһалай. Быйылғы һауа торошоноң тотороҡһоҙлоғон иҫәпкә алып, хужалыҡтарға уңыш йыйыуҙы оҙаҡлатмаҫҡа кәңәш итәбеҙ, ти республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары Илдар Насиров. Уның белдереүенсә, Республиканың шәкәр заводтары сеймал ҡабул итергә әҙер.Шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыу буйынса бөгөн Благовар, Бүздәк, Баҡалы райондары алдынғылар иҫәбендә. Гектар ҡеүәте иһә Саҡмағошта иң юғарыһы, бында уңыш күләме 400 центнерға етә.

Башҡорт википедияһына 15 йыл
Ошо уңайҙан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының грек залына иң әүҙем телсе ирекмәндәр йыйылды. Бөгөнгәсә башҡорт викиирекмәндәре тарафынан интернет селтәренә 55 мең мәҡәлә әҙерләнгән. Викиирекмәндәр осрашыуы мәшһүр «Урал көйө менән асылды. Башҡорт википедияһы хәрәкәтенең иң әүҙем...

Боронғо дәүер юлдары
«Боронғо Өфө» республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында “Боронғо дәүер юлдары” тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Үҙенсәлекле экспозицияла таш быуаттан алып ун туғыҙынсы быуатҡа тиклемге осорҙа Башҡортостанда табылған төрлө артефакттар менән танышырға мөмкин. Күргәҙмәнең нигеҙендә 2017 йылда Өфө-2...

Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар табылған
Башҡорт эҙәрмәндәре Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы уникаль документтар тапҡан. Ул йылдарҙа меңәрләгән кеше комсомол һәм партия саҡырыуы буйынса хәрби хеҙмәткә алынған. Әммә улар тураһында мәғлүмәт бер ерҙә лә теркәлмәгән. Хәҙер инде был һалдаттарҙың исемен асыҡлау һәм мәңгеләштереү мөмкинлеге бар....

Башҡортостанда теләгән һәр кеше коронавирусҡа ҡаршы прививка яһата ала
Бының өсөн беркетелгән поликлиниканың регистратураһына мөрәжәғәт итеү ҙә етә. 65 йәшен тултырыусы Вера Александровна ковидҡа ҡаршы прививка яһатырға ,,доктор. Рб,, сайты аша яҙылған. Бындай ысул иң уңайлыһы, ти ханым. Сират та юҡ, шунда уҡ табипҡа эләгәһең. Прививка яһатыр өсөн айырым әҙерлек...

Күп балалы ғаиләләр түләүле парковканы бушлай файҙалана ала
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары был ҡағиҙәне рәсми нығытырға тәҡдим итте. Төбәк парламентының сираттағы ултырышында дүрт тиҫтәнән ашыу закон проекты ҡаралды. Электр ҡеүәтендәге автомобилдәргә ихтыяжды хәстәрләү маҡсатында транспорттың был төрөндә йөрөгәндәр өсөн дә түләүле парковкаларҙы...

Салауат вариҫтары еңелеү белмәй
Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә Ватан һаҡсылары көнө уңайынан “Салауат вариҫтары еңелеү белмәй” спектакле күрһәтелде. Ул совет хәрби етәксеһе, 112-се Башҡорт кавалерия девизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тормош юлына арналған. Генерал Шайморатов иҫтәлеген мәңгеләштереү...

Муса Мортазиндың тыуыуына 130 йыл
Ошо уңайҙан Башҡортостандың милли архивында легендар комбриг, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр иҫтәлегенә күргәҙмә асылды. Экспозиция республиканың Йәмәғәт берләшмәләренең үҙәк дәүләт архивында һаҡланған Муса Мортазиндың шәхси фондындағы документтарынан әҙерләнгән. Экспозицияла 1927 йылда донъя күргән “...

Башлыҡ маҡсаттар билдәләй
Өфө ҡала советы депутаттары башланып торған йылға яңы маҡсаттар билдәләне. Ҡала халҡы йәшәйешен яҡшыртыу, төҙөлөш һәм юл ремонтлау эштәрен әүҙемләштереү-уларҙың араһында иң төптәре бына шулар. Ни өсөн йәштәр Өфөнән ситкә китә? Был һорау сәйәсмәндәҙе генә түгел, ҡала советы депутаттарын да...

Бер юлы дүрт урында эшләргә мәжбүр
Өфөлә йәшәүсе ханым закон буйынса тейешле торлаҡты бер-нисә йыл рәттән ала алмай интегә. Инвалид бала тәрбиәләгән ҡатын Өфө хәкимиәтендә яҡлау тапмағас, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә мәжбүр. Роза Сәйетғәлиева күҙ йәшен йәшерә алмай. Ҡатын 11 йәшлек сирле...

Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты
Экстрим яратыусыларҙы 30 градуслыҡ сатлама һыуыҡтар ҙа, буран да ҡурҡытмай. Өфөлә юлһыҙ ерҙәрҙе иңләргә яратыусылар осрашты. Автоһәүәҫкәрҙәр сығышын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте. Был юлы ветеран УАЗ-ға ҡар аҫтындағы тыныс йоҡоһонан сығыу форсаты тәтемәй. Заманында бөтә республиканы арҡырыһын...