“Ауыл табибы” программаһы мөмкинлектәре

 “Ауыл табибы” программаһы буйынса Шишмә үҙәк район дауаханаһында эшләп йөрөгән 13 табип бер миллион һумлыҡ сертификат алды. Әйткәндәй быйылдан дәүләт субсидияһына тар йүнәлешле белгестәр ҙә дәғүә итә. Ике ҡатлы йортто төҙөп бөтөргә бер-нисә ай ғына ҡалды, тип ҡыуана Ринат  Рафиҡов. Киләсәккә ҙур өмөттәр бағлаған егет былтыр банкттарҙан кредит алып, хыялын тормошҡа ашырырға аҙымдар яһай. Төҙөлөш эштәрен тиҙләтергә тап “Ауыл табибы” программаһы ярҙам итте, ти ул. Шишмә үҙәк район дауаханаһына егет 5йыл элек психиатр булып эшкә ҡайта. Етәкселек йәш табиптарға ярҙам маҡсатынан республика программаһына ғариза тапшыра. 13 табипҡа берәр миллион һумлыҡ сертификат алыу бәхете тейә. “Ауыл табибы” программаһы Башҡортостанда 2012-се йылдан ғәмәлгә ашырыла башланы. Ауылдарҙағы медицина ойошмаларын юғары белемле табиптар менән тәьмин итеү һәм кадрҙар мөмкинлеген нығытыу -уның төп маҡсаты. Элек программа 35 йәшкә тиклемге табип һәм фельдшерҙарға ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота ине, унан һуң йәш сикләүе 45-йәшкә тиклем арттырылды. Шишмә үҙәк район дауаханаһында төрлө райондан килгән табиптар эшләй. Башҡорт дәүләт медицина университетында эндоскопист һөнәрен үҙләштергән Гөлназ Шуварова Благовар районынан килгән. Матди ярҙамды республика һәм район дауаханаларында эш башлаған анестизиолог,реаниматолог, офтальмолог, терапевт, педиатр һәм гинекологтар ҙа алды. Республикала был программаның эшләп килеүе һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына белгестәр йәлеп итеүгә ыңғай үҙгәрештәр индерә. Әйткәндәй, табиптар бюджеттан матди ярҙам алыр өсөн дауаханала биш йыл эшләргә бурыслы. Шишмә үҙәк район  дауаханаһы программаға инер өсөн үткән йылдарҙа ла ғариза ебәреп ҡараған. Әммә бирелгән сертификаттарҙың аҡсаһын алыу  ниндәйҙер сәбәп менән тотҡарланып торған. “Ауыл табибы” программаһының мөмкинлектәре быйылдан тағы ла киңәйтелде. Республика һәм район дауаханаларында эш башлаған табиптар ғына түгел, ә тар йүнәлешле белгестәр ҙә файҙалана ала. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә быйыл сентябрь айында 99 табип һәм ун фельдшерға аҡса бүленә. Төбәктә йәш белгестәрҙе йәлеп итеү менән бер рәттән фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөү һәм поликлиника-дауаханаларҙы төҙөкләндереү эше киң йәйелдерелгән. Бөтә үҙгәрештәр халыҡ сәләмәтлегендә ыңғай сағылыр тигән ышаныс нығына

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре 320 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Үҙәк хәрби округының берҙән-бер инженер бригадаһы һөнәри байрамын Шишмә районында махсус күнекмәләрҙә ҡаршы алды. Сценарийға ярашлы, дошман ғәскәре Дим йылғаһы аша үткән күперҙе шартлата. Инженер бригадаһына иһә бер сәғәт эсендә йылға аша понтон күпер һалып техника йөрөшөн тергеҙеү маҡсаты ҡуйыла....

21 января 2021
Смотреть видео Гитлерҙың шәхси дошманы | ГТРК «Башкортостан»

Гитлерҙың шәхси дошманы

 “Ҡара генерал” Даян Мурзиндың тыуыуына 100 йыл тулды. Бөйөк Ватан һуғыш йылдарында ул партизан, разведка отрядтары командиры була. Уға Чехия һәм Словакияның милли геройы исеме бирелә, 15 ҡаланың почетлы гражданы, майҙан-урамдар уның исемен йөрөтә.Бөйөк Ватан һуғышын Даян Мурзин 10-сы уҡсылар...

21 января 2021
Смотреть видео Урам һепереүсе миллионер | ГТРК «Башкортостан»

Урам һепереүсе миллионер

Өфөлә йәшәгән урам һепереүсе Юрий Ветлугинды реклама һәм мода агентлыҡтары үҙҙәренә эшкә саҡыра. Өсөнсө төркөм инвалид булған ир кеше мутлашыусылар ҡармағына эләгеп, 700 мең һумға кредит бурысына бата. Бәхеткә, Юраға миһырбанлы кешеләр ярҙамға килә.  Юрий Ветлугинды хәҙер кемгә генә...

21 января 2021
Смотреть видео Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса | ГТРК «Башкортостан»

Һыуыҡ фатир өсөн алты мең һумдан ашыу аҡса

 Өфөнөң Тыныслыҡ урамында урынлашҡан 16 йортта йәшәүселәр биш йыл дауамында фатирҙарға йылыны тейешле кимәлдә биреүҙе һорай. Бөтә өмөтөн юғалтҡан халыҡ Орджоникидзе районының торлаҡ файҙаланыу участкаһые хеҙмәткәрҙәренә йәнә мөрәжәғәт итә. Әммә сираттағы осрашыу ығы-зығы менән тамамланды. Күп...

21 января 2021
Смотреть видео Хаҡтар ни өсөн артҡан? | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар ни өсөн артҡан?

Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар күрше төбәктәр менән сағыштырғанда иң юғарыларҙан һанала. Шул уҡ ваҡытта Волга буйы федераль округында республика бишенсе урынды биләй. Был турала Тарифтар буйынса дәүләт комитетынан белдерҙеләр. Әле Прокуратура йылылыҡ өсөн хаҡтар артыуына бәйле үҙ...

21 января 2021
Смотреть видео Минең халҡымдың тарихы  | ГТРК «Башкортостан»

Минең халҡымдың тарихы

Республикала йәшәгән төрлө милләт кешеләренең телдәре, мәҙәниәте, ғәрәф-ғәҙәттәре, дине айырылһа ла, уларҙың яҙмышын  берләштергән тарихи ваҡиғалар бихисап. Граждандар һуғышы булһынмы ул, репрессия йылдарымы, шулай уҡ  Бөйөк Ватан һуғышы шуларҙың береһе.  Башҡортостандың мәғариф...

20 января 2021
Смотреть видео Православ христиандар оло байрамын билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Православ христиандар оло байрамын билдәләне

Йола буйынса был көндө барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа иордань – уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландырҙы. Керәшен байрамы тәртибенең береһе - сиркәүҙәрҙә ғибәҙәт ҡылыу.  Әйтелгән вәғәздәр, байрам Литурияһы  Иисус Христос...

20 января 2021
Смотреть видео Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Ауыр хәлдә ҡалғандарға ярҙам

 Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының ,,Беҙ бергә,, акцияһы дауам итә. Уның сиктәрендә ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙам күрһәтелә. Был юлы тәғәйен йәшәү урындары булмағандарға һөт һәм башҡа аҙыҡ- түлек тапшырылды. Крестовоздвиженск сиркәүе янындағы приютта Алик Мөхәммәтғәлиев ике ай йәшәй. Ауыр хәлдә...

20 января 2021
Смотреть видео Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда әле 5 меңгә яҡын табип Ковид-19-ҙан прививка яһатҡан

Ашығыс ярҙам табибы Айгөл Мөхәмәтйәнова пандемия башланғандың тәүге көндәренән үк Ковид-19 менән ауырыусыларҙы ҡабул итеү боксында эшләй. Хәҙер инде коридор бушап ҡалған. Ә быға тиклем көн һайын йүткереп һәм юғары температура менән килгән 50-60 кешене ҡабул итергә тура килгән. Шуға ла ул вакцинация...

20 января 2021
Смотреть видео Ковидҡа ҡаршы паспорт өҫтөнлөктәре | ГТРК «Башкортостан»

Ковидҡа ҡаршы паспорт өҫтөнлөктәре

Февраль айынан Башҡортостанда ковидҡа ҡаршы паспорттар тапшырыла башлай. Документ коронавирус инфекцияһын кисереп антиматдәләре асыҡланғандарға һәм Ковидҡа ҡаршы вакцина яһатҡандарға бирелә. Паспорт эйәләре ташламаларға иҫәп тота ала. Проект операторы функцияһын Башҡортостандың Һанлы үҫеш...

20 января 2021
Яндекс.Метрика