Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Молдованың башҡалаһында меңләгән кеше урамға сығып илдән олигархтарҙы ҡыуыуҙы һәм урланған миллиардтарҙы кире ҡайтарыуҙы талап итте. Улар шулай уҡ президент Ноколай Тимофтиҙы вазифаһын бушатырға ?әм ваҡытынан алда парламент һайлауҙары үткәрергә саҡырҙы.

Тажикстан хакимиәттәре элекке оборона министрының урынбаҫары һәм уның ярандары тарафынан ойошторолған хәрби фетнә баҫылыуы тураһында хәбәр итте. Ике яҡтан да 20-ләп кеше һәләк булған, 40 кеше ҡулға алынған.

Төркиәнең именлек көстәренә илде террорсыларҙан таҙартырға ҡушылған. Хаккәри виләйәтендә 16 хәрби үлтерелгәс был турала премьер-министр Әхмәт Дауыт оғлы белдергән. Әле Диәрбаҡыр ҡалаһында көсөргәнешлек һаҡлана. Курдистандың эшсе партияһын яҡлап митингҡа сығыусылар водометтар ярҙамында ҡыуылған.

Читайте нас в Яндекс.Новостях