Башҡортостан башлығы ихаталары

Республиканың һәр муниципалитетында Башҡортостан башлығы ихаталары барлыҡҡа киләсәк. Был турала Радий Хәбиров Өфөләге эш сәфәре барышында белдерҙе. Республиканың һәр муниципалитетында Башҡортостан башлығы ихаталары барлыҡҡа киләсәк. Был турала Радий Хәбиров Өфөләге эш сәфәре барышында белдерҙе. Ташландыҡ газондар, тәртипһеҙ торған машиналар, файҙаһыҙ майҙандар урынына хәҙер хәтфә үлән, тигеҙ һуҡмаҡтар, сағыу майҙансыҡтар. Башҡаланың Иван Яҡутов менән Ленин урамдары киҫелешендәге дүрт йортҡа бер ихатаны төҙөкләндереү быйыл июнь аҙағында башланған. Йорттарҙың йөҙлөгө матурланған, балалар өсөн уйын, мауығыусандар өсөн ике спорт майҙансығы төҙөлә, авто хужалары өсөн 100 машина ҡуйыу урыны булдырылған. Эштәрҙең дөйөм хаҡы 15 миллион һумға яҡын. Юлдарға асфальт түшәү, яҡтылыҡ бағаналары ултыртыу, видеокүҙәтеү камераларын урынлаштырып “Хәүефһеҙ ҡала” селтәренә тоташтырыу, сүп-сар һауыттары, ял эскәмйәләре ҡуйыу – барыһы ла ошо йорттарҙа йәшәгән халыҡ теләге буйынса башҡарыла. Подъездар ремонтлау планына ярашлы быйыл Совет районында ғына 70 йорттоң 201 подъезында төҙөкләндереү эштәре ойошторолған. Октябрь проспектындағы 60 йыл элек төҙөогән 24-сы йорт дөйөм ятаҡ дәрәжәһендә. Уның өс подъезын төҙөкләндерер өсөн 960 мең ярымға яҡын аҡса бүленгән. Бында йәшәгән кешеләрҙе бөхтәлектән тыш коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү тәртибе ҡәнәғәтләндермәй. Әммә ятаҡта йәшәгәндәрҙән хаҡ алыу ҡағиҙәһе федераль законда  раҫланған. Был йорттар биләмәһен төҙөкләндереү иһә Башҡортостан ихаталары программаһына киләһе йылда индерелер, тип көтөлә. Быйыл Өфөлә 145 күп ҡатлы йорт тирәләй 85 ихата тәртипкә килтереләсәк. Сипайлово биҫтәһендәге Гагарин урамындағы 50-се кәсер ике йорто эргәһендәге өс ошондай уҡ бина биләмәһен дә күркәм ихата берләштерәсәк. Бында шулай уҡ балалар уйын майҙансығы һәм ял урындары төҙөлә. Өфө хакимиәте башлығы республика етәксеһенән программаны финанслауҙы арттырыуҙы үтенде. Башҡалала әле 500 заявка ҡабул ителгән. Радий Хәбиров киләһе йылға бюджет ҡабул иткәндә был мәсьәләнең иҫәпкә алынасағын белдерҙе. Ә бына 130-сы мәктәпкә алып барған юлда йәмле сквер яһарға тәҡдим итте.  Радий Хәбиров тәҡдиме менән киләһе йылдан һәр ҡала районда “Башҡортостан башлығы ихаталары” ла барлыҡҡа киләсәк. Ошоға оҡшаш программаларҙы Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә ҡулланыу тәжрибәһе бар. Махсус атамалы биләмәне муниципалитет халҡы үҙе билдәләй. Радий Хәбиров Өфөләге эш сәфәренә йомғаҡ яһап ихаталар һәм подъездарҙы төҙөкләндереү барышын ыңғай баһаланы. Көнэлгәре ҡуйылған көнгә тамамлау төп маҡсат түгел, ә эштәрҙе эҙмә-эҙлекле һәм сифтатлы башҡарыу мөһим шарт, тине республика етәксеһе.

 

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ауыл тренеры | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл тренеры

Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһы эшләй башланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, спорттың 11 төрө буйынса 15 кеше билдәләнгән.  Шулай итеп, спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, ауыр һәм еңел атлетика, йәйәнән атыу, каратэ, спорт ориентиры, тай боксы буйынса...

10 часов 48 минут назад
Смотреть видео Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында | ГТРК «Башкортостан»

Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында

 Республикала тәүгеләрҙән булып асылған бағыр фермаһы уңышлы эшләп килә. Донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың бер төрөн – бағырҙы Салауат районындағы Ләүзә йылғаһында төҙөлгән бассейндарҙа үрсетәләр. Бағырҙы йыш ҡына “батша балығы” тип йөрөтәләр. Бөтә донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың был төрөн...

10 часов 48 минут назад
Смотреть видео Альтаир һауаға күтәрелде | ГТРК «Башкортостан»

Альтаир һауаға күтәрелде

Тәүге тапҡыр. ,,Первушино,, аэродромында яңы самолет менән таныштырыу сараһы үтте. Яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған самолетта осорға йыйынабыҙ. Ул ике кешегә иҫәпләнгән. Ерҙән 2000 метрға күтәрелә ала һәм сәғәтенә 150 км юл үтә.,,Альтаир,, тип исемләнгән самолет ғәрәп теленән тәржемә иткәндә –...

10 часов 49 минут назад
Смотреть видео Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә? | ГТРК «Башкортостан»

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

 Ата-әсәләр, әлбиттә, балаларын мәктәпкә әҙерләй башланы.Беренсе класҡа әҙерлек иң тәүҙә костюмдан башлана. Был Артемдың тәүге классик кейеме – пиджак, салбар, күлдәк, галстук – һәр береһен кейеп ҡарарға тура килә. Килешле костюмдың  еңе лә, балағы ла әҙерәк оҙонораҡ булыуы шарт, ни тиһәң...

10 часов 49 минут назад
Смотреть видео Мәктәптәрҙә санитар талаптар | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә санитар талаптар

Республиканың мәғариф министрлығы 1 сентябрь-Белем көнөнә бәйле асыҡлыҡ индерҙе.Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло ҡалһа, балалар мотлаҡ мәктәптәргә барасаҡ. Хәл үҙгәрә  икән, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың һаулығын һәм именлеген һаҡлау маҡсатында башҡа ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр...

10 часов 50 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте

5 мең 424 кеше һауығып сыҡҡан.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Башҡортостанда әле коронавирус менән симптомһыҙ һәм еңел формала ауырыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Был турала...

10 часов 51 минута назад
Смотреть видео Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота  | ГТРК «Башкортостан»

Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота

Банктан 23 миллион һум аҡса урлаусы Луиза  Хәйруллина  эше буйынса суд ултырышы башланды.  Ултырыштар залына уның ире лә килтерелде. Тап уның уйын ҡомарына бирелеп, ҡатынын аҡса урлауға этәреүе ихтимал.

10 часов 52 минуты назад
Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

12 августа 2020
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

12 августа 2020
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

12 августа 2020