Шишмәләргә бай район

“Алтын бишек” акцияһында ҡатнашыусы ауылдың иһә үҙендә генә 6 сығанаҡ сылтырап аға. Ауылды ҡайһы берҙәр Шүлгән тип тә атай, әммә тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса ауылдың атамаһы – Шулған.  Башҡортостандың төнъяҡ өлөшөндә урынлашҡан Тәтешле районының иң ҙур ауылы – Шулған халҡы, уларҙың көнкүреше, һәләтле шәхестәре, ауылды уратып алған тәбиғәте менән беҙҙең ижади төркөм яҡындан танышты.  Хәбәрсе. Тыуған яҡ, тыуған ил – һәр кем өсөн иң яҡын төшөнсә, һәр кем өсөн үҙ тыуған яғы иң ҡәҙерлеһе һәм алтынға бәрәбәр. “Алтын бишек” акцияһының киләһе ҡатнашыусылары төнъяҡ-көнбайыш районында йәшәүсе уҙамандар – Тәтешле районының Шулған ауылы халҡы. Ауылдың барлыҡҡа килеүе 18-се быуаттар аҙағына барып тоташа. Ул ваҡытта 22 ихатала 86 аҫаба башҡорт йәшәгән, тип билдәләнә.  Хәҙер иһә Шулған Тәтешле районының иң ҙур ауылдарының береһе, бында 1 меңдән ашыу кеше татыу һәм дуҫ йәшәй. Ауылдың бер яғында Тәкмән, икенсе яғында Кәбән тауы, тирә-яғында урман, баҫыуҙарҙа иһә ҡыҙыу ураҡ эше бара, эргәлә генә Гәрәй йылғаһы аға… Урман-Гәрәй ырыуына ҡараған Шулған ауылы тарихҡа бай. Борон-борондан улар малсылыҡ, аусылыҡ, ҡортсолоҡ, ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән.  Шулған мәктәбе уҡытыусыһы Наил Нәҡип улы тыуған ауылына ғүмере буйы тоғро һәм ауылының һәр бер урынын ҡәҙерләп һөйләй. Беҙҙе лә ул иң тәүҙә Тәкмән тауына алып менде.  тап ошо ерҙән ауыл ҡул усында кеүек күренә. Шулған тирә -яҡта шишмәләре менән дан тотҡан ауыл. Шулған яҡтарында 100-гә яҡын шишмә иҫәпләнә, ә ауылдың үҙендә генә 6 сығанаҡ, һәр береһенең үҙ атамаһы, үҙ тарихы. Ауылға яңы төшкән килендәр ҙә хәҙер нисәмә быуат ошо шишмәләрҙән һыу ала. Татлы ла, шифалы ла шишмә һыуы, тип маҡтана ауыл халҡы. Тәбиғәт байлығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү йәһәтенән йыл һайын ауыл халҡы Шишмә байрамын ойоштора.  Ауылдың тағы ла бер ҡаҙанышы, ғорурлығы – ул балалар оркестры. Мәктәп балалары 6 төрлө музыка ҡоралында оҫта уйнай. Етәкселәре Рәвиз Суфьяров ошо ауыл уҙаманы, 30 йыл мәктәп балаларын тынлы музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтә.Өлгөлө балалар тынлы оркестры Һәр байрам сараларының бәҫен күтәрә, милли музыкаларҙы башҡарып ғорурлыҡ тойғоһон уята. Әле оркестрҙа 18 бала шөғөлләнә. Ҡасандыр тик егеттәрҙән генә торған түңәрәккә хәҙер иһә ҡыҙҙар ҙа ҙур теләк белдереп йөрөй. Шулған ауылы балалары йәй көнө лә мәшғүл, ауылдың мобиль китапханаһы йәш быуынды ылыҡтырыу йәһәтенән төрлө саралар ойоштороп тора.Шулған ауылында 172 бала уҡый. Әле мәктәптә яңы уҡыу йылына әҙерлек бара, мәктәптең тәҙрәләрен алмаштыралар һәм башҡа төҙөкләндереү эштәре башҡарыла. Ошо уҡ мәктәптә социаль приютта йәшәгән балалар ҙа уҡый. Тәтешле районының берҙән- бер приютына балаларҙы эргә- тирәләге  райондарҙан килтерәләр. Шулған ауылының балалар һәм үҫмерҙәр социаль-приютында йыл дауамында 20 –гә яҡын бала ваҡытлыса йәшәй. Приютҡа төрлө яҙмышлы балалар килә, ҡайһы берҙәре үҙ теләктәре менән бында урынлаша. Беҙҙең акция сиктәрендә “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы һәм РТРС хеҙмәткәрҙәре дәүләт учрежденияһына бүләк тапшырҙы. РТРС хеҙмәткәре приставка менән антеннаны ҡуйҙы һәм ҡулланыу буйынса кәңәштәрен еткерҙе.  Шулған ауылы халҡының ярҙамсыллығын тап ошо социаль приюттың миҫалында ла күрергә мөмкин. Ауыл халҡы мөмкин тиклем балаларға ярҙам итергә тырыша.  Дуҫ һәм берҙәм халыҡ һәр йома һайын иһә иман йортона йыйыла. Мәсет манараһы ла үҙенә саҡырып йыраҡтан уҡ балҡып тора. Билдәле булыуынса, Шулған ауылында дини йолалар борондан һаҡланып килгән.  Шулған ауылында яңы иман йорто 2005 йылда төҙөлгән. Мәсеттә иң ҡиммәтле ҡомартҡыларҙың береһе – 20-се быуат башында иҫке ғәрәп телендә баҫтырылған китап һаҡлана.Ниндәй генә йортҡа барып төбәлһәң дә өлөгөлө ғаилә йәшәй, тип әйтергә мөмкин. Ауылда бер нисә йыл элек эре малды бөтөрөп ҡараһалар ҙа, ғүмер буйы малсылыҡ менән көн күргән халыҡ хәҙер аҙбар-ҡураларын тултырып мал, ҡош-ҡорт аҫрай. Был уларҙың быуындан-быуынға күсеп килгән төп кәсебе. Ә “Алтын бишек” акцияһының  “алтын ҡуллы оҫта” номинацияһына Шулғандар Хажиевтар ғаиләһен тәҡдим итте. Ир – беләк, ҡатын – терәк, тигән халыҡ әйтемен ҡеүәтләп, бар эште лә бергә башҡаралар.  Ысынлап та, Йәмил Кәви улы хәләл ефетенең бар теләген дә күтәреп ала. Йорт эсен дә бергә йыһазлайҙар. Дилара Хәлитйән ҡыҙы һөнәре буйынса фармацевт, ә булмышы буйынса дизайнер, тип әйтһәк бер ҙә яңлыш булмаҫ. Матурлыҡты яратҡан ханым үҙен уратып алған мөхитте оҫта ҡулдары менән күркәмләй.  Олатайҙан ҡалған теген машинаһы ғаилә өсөн ҡиммәтле  ҡомартҡы. Хәҙер иһә Дилара Хәлитйән ҡыҙы күлдәк-костюмдарҙы  хәләл ефете бүләк иткән яңы машинала тегә. Татыу ғаилә – ил күрке, тиҙәр. “Иң өлгөлө ғаилә” номинацияһында ҡатнашыусы Карамовтар ғаиләһен дә егәрле, ярҙамсыл, шул уҡ ваҡытта тыйнаҡ ғаилә, тип ҡылыҡһырлайҙар. Ғаилә ең һыҙғанып тырышып йәшәй. Өлкән улдары Себер тарафтарында эшләй, кесе Айнур улдары мәктәптә ата-әсәһен һөйөндөрөп, тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Рита Карамова магазинда һатыусы, ғаилә башлығы иһә ауыл хужалығы ойошмаһының иң ҙур транспорты менән идара итә. Йәй көндәре айырыуса эш күп, тип билдәләй Өлфәт Карамов һәм йәһәт кенә касемсотына ултырып баҫыуға юлланды. Элек Шулған ауылында  бик ҙур, бай Крупская исемендәге колхоз эшләгән, бар ауыл халҡы ошо хужалыҡта хеҙмәт иткән. Ойоштороусылар хужалыҡты тарҡатмай һаҡлап ҡала һәм хәҙер ҙә ул халыҡ телендә колхоз, тип йөрөтөлә.  Ауылда ойошторолған һәр сарала ла хужалыҡ предприятиеһы оло ярҙам күрһәтә. Шулған ауылы йәнә көндән-көн матурлана, иҫкеләре төҙөкләндерелә, яңылары төҙөлә.  Тәтешле районының иң ҙур, боронғо ауылында йәшәүсе Шулған халҡы эшкә лә оҫта, йыр-бейеүгә лә маһир. Тыуған ауылында ҙур йорттар һалып, баҡса ултыртып, мал ҡарап, теттереп йәшәй. Иң мөһиме — тыуып үҫкән ауылдарында йәш-елкенсәк тә төпләнә, тимәк, ауылдың киләсәге өмөтлө. Тыуған яғым – алтын бишегем, тиҙәр. Шүлгән ауылы халҡы өсөн дә үҙ ауылы иң ҡәҙерлеһе, иң яҡыны һәм иң мөһиме улар берҙәмлектә – көс, тип бер-береһенә ярҙам итеп һәм таняныс булып йәшәй. Хөрмәтле дуҫтар, әгәр һеҙ ҙә үҙегеҙҙең ауылығыҙҙы иң яҡшы ауыл тип иҫәпләйһегеҙ икән, рәхим итеп беҙҙең акцияла ҡатнашығыҙ. Ә еңеүселәрҙе бүләктәр көтә.

Смотреть видео Рифат Сабитов “ТЭФИ” менән бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Рифат Сабитов “ТЭФИ” менән бүләкләнде

Төбәк телевидениеһын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының генераль директоры урынбаҫары Рифат Сабитов “ТЭФИ” менән бүләкләнде. Юғары телевизион награданы Волгоградта “ТЭФИ-төбәк” конкурсының еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһында тапшырғандар. Рифат Абдулваһап улы -...

20 ноября 2019
Смотреть видео Хостелдар эшмәкәрлегендәге яңы талаптарҙы барыһы ла үтәйме? | ГТРК «Башкортостан»

Хостелдар эшмәкәрлегендәге яңы талаптарҙы барыһы ла үтәйме?

Торлаҡ йорттарҙың беренсе ҡатында урынлашҡан бәләкәй ҡунаҡханалар урындағы йәшәүселәргә уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. “Халыҡ контроле” проекты активистары был етешһеҙлек менән етди көрәшергә ниәтләй. Торлаҡ кодексының 17-се статьяһына үҙгәрештәр индерелде. 1октябрҙән хостелдар һәм бәләкәй ҡунаҡханалар күп...

20 ноября 2019
Смотреть видео Йылдан йыл Башҡортостан халҡы төбәк бюджеты менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына | ГТРК «Башкортостан»

Йылдан йыл Башҡортостан халҡы төбәк бюджеты менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына

 Быйыл, мәҫәлән, 2020-се һәм 2021-22-се йылдарға иҫәпләнгән бюджет проекты буйынса йәмәғәт тыңлауҙарында 1 меңдән ашыу кеше ҡатнашырға теләп, теркәлгән. Шуларҙың 28-е ултырышта сығыш яһарға йөръәт итте. Улар төрлө йәмәғәт ойошмалары, халыҡ исеменән мөрәжәғәт итеп, йәмғиәтте борсоған...

20 ноября 2019
Смотреть видео Ҡатмарлы һәм һирәк диагноз ҡуйылған пациентҡа ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатмарлы һәм һирәк диагноз ҡуйылған пациентҡа ярҙам

Өфөлә робот Да Винчи ярҙамында быйыл 400-ҙән ашыу операция башҡарылған. Табиптар был юлы  ҡатмарлы һәм һирәк диагноз ҡуйылған пациентҡа ярҙам итте. Операция өҫтәлендә 40 йәшлек ир.  БДМУ клинкаһында тулы тикшеренеү үткәндән һуң уға ҡатмарлы операция башҡарырға ҡарар ителә. Робот-хирург...

19 ноября 2019
Смотреть видео Башҡортостан көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһына ҡушылғанға 1 йыл ваҡыт үтте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан көнкүреш ҡалдыҡтары реформаһына ҡушылғанға 1 йыл ваҡыт үтте

Ошо арауыҡ эсендә күпселек район-ауылдарҙа махсус майҙансыҡтар булдырылды, контейнерҙар ҡуйылды. Ә Өфөнөң ҡайһы бер райондары сүп-сарҙы айырым йыйыу буйынса пилот проектында ҡатнаша. Өфөнөң 150-се балалар баҡсаһында сабыйҙарҙы көнкүреш ҡалдыҡтарын айырым йыйырға өйрәтәләр. Бында экологик дәрестәр,...

19 ноября 2019
Смотреть видео Мәктәпкәсә белем биреү йорттарында яслиҙар тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәпкәсә белем биреү йорттарында яслиҙар тергеҙелә

Башҡалала йәш ярымлыҡ кескәйҙәр өсөн тәғәйен төркөмдө тәүгеләрҙән булып Дим районы балалар баҡсалары аса. Яңы майҙансыҡтар Республика башлығы исеменә күп һанлы үтенес-мөрәжәғәттәр. Ике йәшлек Стефания иркен өйҙә көн буйы төрлө шөғөл таба. Әсәһе менән ваҡ-төйәк эш менән була. Бала кесе йәштән...

19 ноября 2019
Смотреть видео Социаль өлкәләге милли проектарҙы ғәмәлгә ашырыу | ГТРК «Башкортостан»

Социаль өлкәләге милли проектарҙы ғәмәлгә ашырыу

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев район һәм ҡала биләмәһе үҙидаралығының ҡатын-ҡыҙ депутаттары менән осрашты. Төп маҡсат - социаль өлкәләге милли проектарҙы ғәмәлгә ашырыу, халыҡ араһында аңлатыу эштәрен алып барыу һәм ярҙам итеү. Осрашыуҙа һаулыҡ һаҡлау, мәғариф...

19 ноября 2019
Смотреть видео 2020 йылда федераль бюджеттан Башҡортостанға 43 миллиард һум аҡса бүленәсәк | ГТРК «Башкортостан»

2020 йылда федераль бюджеттан Башҡортостанға 43 миллиард һум аҡса бүленәсәк

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа Башҡортостандың 2020-2022 йылға тиклемге бюджеты буйынса асыҡ фекер алышыуҙар ойошторола. Документ беренсе тапҡыр киләһе өс йылға иҫәпләнгән. Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров төбәктең мөһим финанс документының төп параметрҙарын белдерҙе...

19 ноября 2019
Смотреть видео Радий Хәбиров Башҡорт ихаталары программаһы үтәлеше менән ҡәнәғәт түгел | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Башҡорт ихаталары программаһы үтәлеше менән ҡәнәғәт түгел

Башҡортостанда инвестициялар күләме 15 процентҡа артҡан, ә үлем осраҡтары кәмегән. Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров йылдың 9 ай күрһәткестәрен барланы. Ә “Башҡорт ихаталары” программаһы үтәлешен тәнҡиткә тотто төбәк етәксеһе. Оператив кәңәшмәне асып Радий Хәбиров 9 ай һөҙөмтәләрен...

19 ноября 2019
Смотреть видео Тыуған ереңә ҡайтып эшләр өсөн мең дә бер сәбәп | ГТРК «Башкортостан»

Тыуған ереңә ҡайтып эшләр өсөн мең дә бер сәбәп

Кесе Ватан өсөн оло эштәрОшо исем аҫтында Өфөлә Ишембай районы яҡташтары һәм студенттары менән осрашыу үтте. Сараның маҡсаты - юғары белемле йәштәрҙе районға эшкә йәлеп итеү. Тыуған ереңдән алыҫта йәшәгән саҡта яҡташтарың менән осрашып күрешеү икеләтә шатлыҡлы. “Кесе Ватан өсөн оло эштәр” тип...

19 ноября 2019
Смотреть видео Башҡортостандың социаль сәйәсәте артабан да әсәлек, ғаилә һәм балалыҡты яҡлауға ҡороласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың социаль сәйәсәте артабан да әсәлек, ғаилә һәм балалыҡты яҡлауға ҡороласаҡ

 Республика алдында торған тағы бер мәсьәлә – халыҡ һанын арттырыу. Ошо турала Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров  күп балалы ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер төркөмөнә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу тантанаһында белдерҙе. “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу тантанаһына бер ауылда йәшәп,...

18 ноября 2019
Смотреть видео Шатлыҡлы ла, тулҡынландырғыс та мәл | ГТРК «Башкортостан»

Шатлыҡлы ла, тулҡынландырғыс та мәл

Башҡортостанда 2020 йылдан декрет ялындағы әсәләр бюджет иҫәбенә квалификация үҫтерә ала. Был бала тапҡандан һуң, ҡатын-ҡыҙҙарҙы күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүҙән аралай. Сөнки психологтар билдәләүенсә, һөнәр алыштырыу депрессияны иҫкәртә. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, һәр 10-сы әсә ошо осорҙо...

18 ноября 2019
Смотреть видео Башҡортостан урмансылары автопаркы яңы техника менән тулыланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан урмансылары автопаркы яңы техника менән тулыланды

Янғын һүндереү һәм урмандарҙы тергеҙеү өсөн тәғәйен трактор һәм ҡоролмаларҙы 16 урман хужалығы ойошмаһы алды. Тағылмалы трактор комплекстары, ағас ташыу өсөн тәғәйен махсус техника республиканың төрлө райондарына оҙатылды. Урмансылар әйтеүенсә, заманса техника эште күпкә һөҙөмтәлерәк итәсәк. “...

18 ноября 2019
Смотреть видео Өфөнө автомобиль тығындарынан нисек азат итергә? | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнө автомобиль тығындарынан нисек азат итергә?

Ҡала хакимиәте был һорауҙы глобаль кимәлдә хәл итеү юлын эҙләгәнсе, Өфөлә йәшәүселәр үҙ  төҡдимдәрен еткерә. Ошондай проекттарҙың береһе менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә танышты. Ағиҙел күпере Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн бөтмәҫ тығындар менән ауаздаш. Иҫке күпер ваҡытлыса ябылған ваҡыттан бында...

18 ноября 2019
Смотреть видео Тел асҡысы – 100 әҫәрҙә | ГТРК «Башкортостан»

Тел асҡысы – 100 әҫәрҙә

Туған телгә 100 аҙымды үтергә Башҡортостан халҡына 100 әҙәби әҫәр ярҙам итәсәк. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай тәҡдиме менән Башҡортостандың яҙыусылар берлеге һәм Зәки Вәлиди исемендәге милли китапхана хеҙмәткәрҙәре көсөргәнешле эш алып барғандан һуң, китап уҡыусыларға был 100 әҫәрҙең исемлеген тәҡдим...

17 ноября 2019
Смотреть видео Балалар мәктәптә нисек туҡлана? | ГТРК «Башкортостан»

Балалар мәктәптә нисек туҡлана?

Меню төҙөү тәртибе һәм туҡланыуҙың төп талаптары өсөн кем яуаплы. Беҙҙең хәбәрселәр Өфө мәктәптәренең береһе миҫалында республикала милли проектты бойомға ашырыу сиктәрендәге “Сәләмәт туҡланыу” программаһының үтәлеше менән ҡыҙыҡһынды. Башҡалалағы 155-се лицей ашханаһы сеймалдан әҙер аҙыҡты...

17 ноября 2019
Смотреть видео Өфөлә йәш ярымлыҡ балалар өсөн төркөмдәр асыла | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәш ярымлыҡ балалар өсөн төркөмдәр асыла

Мәктәпкәсә белем биреү йорттарында яслиҙар тергеҙелә. Башҡалала йәш ярымлыҡ кескәйҙәр өсөн тәғәйен төркөмдө тәүгеләрҙән булып Дим районы балалар баҡсалары аса. Ике йәшлек Стефания иркен өйҙә көн буйы төрлө шөғөл таба. Әсәһе менән ваҡ-төйәк эш менән була. Бала кесе йәштән тиҫтерҙәре менән...

16 ноября 2019
Смотреть видео Өфөнө автомобиль тығындарынан нисек азат итергә? | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнө автомобиль тығындарынан нисек азат итергә?

Ҡала хакимиәте был һорауҙы глобаль кимәлдә хәл итеү юлын эҙләгәнсе, Өфөлә йәшәүселәр үҙ  төҡдимдәрен еткерә. Ошондай проекттарҙың береһе менән беҙҙең хәбәрселәр ҙә танышты. Ағиҙел күпере Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн бөтмәҫ тығындар менән ауаздаш. Иҫке күпер ваҡытлыса ябылған ваҡыттан бында...

16 ноября 2019
Смотреть видео Шатлыҡлы ла, тулҡынландырғыс та мәл | ГТРК «Башкортостан»

Шатлыҡлы ла, тулҡынландырғыс та мәл

Башҡортостанда 2020 йылдан декрет ялындағы әсәләр бюджет иҫәбенә квалификация үҫтерә ала. Был бала тапҡандан һуң, ҡатын-ҡыҙҙарҙы күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүҙән аралай. Сөнки психологтар билдәләүенсә, һөнәр алыштырыу депрессияны иҫкәртә. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, һәр 10-сы әсә ошо осорҙо...

16 ноября 2019
Смотреть видео Башҡортостандың социаль сәйәсәте артабан да әсәлек, ғаилә һәм балалыҡты яҡлауға ҡороласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың социаль сәйәсәте артабан да әсәлек, ғаилә һәм балалыҡты яҡлауға ҡороласаҡ

Республика алдында торған тағы бер мәсьәлә – халыҡ һанын арттырыу. Ошо турала Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров  күп балалы ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер төркөмөнә “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу тантанаһында белдерҙе. “Әсәлек даны” миҙалын тапшырыу тантанаһына бер ауылда йәшәп, хатта...

16 ноября 2019
Смотреть видео Башҡортостан урмансылары автопаркы яңы техника менән тулыланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан урмансылары автопаркы яңы техника менән тулыланды

Янғын һүндереү һәм урмандарҙы тергеҙеү өсөн тәғәйен трактор һәм ҡоролмаларҙы 16 урман хужалығы ойошмаһы алды. Тағылмалы трактор комплекстары, ағас ташыу өсөн тәғәйен махсус техника республиканың төрлө райондарына оҙатылды. Урмансылар әйтеүенсә, заманса техника эште күпкә һөҙөмтәлерәк итәсәк. “...

16 ноября 2019
Смотреть видео  Башҡортостанда үҙгәреүсән һауа торошо һаҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда үҙгәреүсән һауа торошо һаҡлана

Әммә алдағы көндәрҙә кинәт һыуыта тип иҫкәртә синоптиктар. Республика әле атмосфера тәьҫире аҫтында ҡалды, көнбайыш райондарҙа ҡар һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Көндөҙ һауа торошо 2 градус һалҡындан 3 градусҡаса йылыта. Кискә төнъяҡ райондарҙа 12 градусҡа тиклем түбәнәйә. Киләһе аҙнанан ҡыш тулыһынса үҙ...

14 ноября 2019
Смотреть видео Өфөләге күсмә зоопарктарының береһендә юлбарыҫ балалаған | ГТРК «Башкортостан»

Өфөләге күсмә зоопарктарының береһендә юлбарыҫ балалаған

Улар бер нисә көн элек кенә күҙҙәрен асҡан. Бәләкәс яныуарҙарҙы беҙҙең ижади төркөмгә күреп ҡайтыу бәхете тейҙе. Хәбәрсебеҙ Гүзәл Ишкинина сюжеты. Юлбарыҫтар бер ай элек кенә тыуған. Хәҙер Симона ҡушаматлы инә юлбарыҫ киң вольерҙа йәшәй. Ғәҙәттә, тәбиғәттә януар ике генә көсөк килтерә, бер ыңғай...

14 ноября 2019
Яндекс.Метрика