Башҡортостандың киләһе биш йылға үҫеш планы әҙерләнә

Беҙ һәр ихатаға инергә тейеш. Хөкүмәт йортонда үткән сираттағы оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Башҡортостандың киләһе биш йылға үҫеш планын әҙерләгәндә һәр кем өсөн аңлайышлы һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе мотлаҡ иҫәпкә алырға ҡушты. Башҡортостанда арыу ғына ихаталар бар. Республика етәксеһе Салауат, Өфө ҡалалары, Күгәрсен районындағы өлгөләргә ыңғай баһа бирҙе. Төҙөкләндереү дауам итә. 2024 йылға тиклем республика ҡала һәм район биләмәләрен матурла у менән артабан шөғөлләнәсәк. “Башҡортостан ихаталары программаһына ярашлы быйыл 1 ноябргә 404 биләмә төҙөкләндерелһә, киләһе йылға ошонан да кәм түгел һанға иҫәп тотола. Ғаризалар ҡабул ителә башлаған. Ихаталарҙы комплекслы төҙөкләнререүгә төбәк бюджетынан 1 миллиард 700 миллион һум аҡса бүленә. Сығымдарҙың бер процентын торлаҡ хужалары үҙ иңенә ала. Подряд ойошмалары иһә эштәр тулыһынса һәм тейешенсә үтәлгән осраҡта ғына хеҙмәт хаҡын ала. Бөгөнгә файҙаланыуға тапшырылғандарҙан 55 ихата кәмселектәр менән ҡабул ителгән, 336-һында эштәр дауам итә, Бөрө, Благовар, Ишембай, Ҡалтасы, Мәләүез райондары менән Нефтекама ҡалаһында   төҙөкләндереү башланмаған биләмәләр бар. Хәл итеүҙе көткән төп мәсьәлә – спорт һәм балалар майҙансыҡтары өсөн махсус йыһаздар һәм материалдар тотҡарлана. Ошо сәбәптән әле республикала 106 ихатала эш туҡтаған. Күп фатирлы йорттарҙа подъезд ремонтлау ҙа бара. 1374 йорттағы 4 мең подъездың 40 процентында эштәр тамам, 43-дә дауам итә, 17-һендә башланмаған. Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары һәм торлаҡ коммуналь хужалыҡ министры вазифаларын башҡарыусы Борис Беляев “Башҡортостан йылытыу миҙгеленә әҙер”, — тип белдерҙе. Был мәсьәлә лә оператив кәңәшмәнең көн тәртибендә. Әле муниципалитеттарҙа йылы тапшырыусы ойошмалар тикшерелә, ревизия асыҡлаған кәмселекттәр бөтөрөлә. Республикала дөйөм ҡулланыштағы юлдарҙы төҙөү һәм төҙөкләндереү эштәре лә алдан билдәләнгән план буйынса бара. Урындағы халыҡ өсөн йәнә бер мөһим – дауаханаларҙа табиптар дефициты — мәсьәләһе лә хәл ителә. Бының өсөн “Земский доктор”, “Земский фельдшер” проекттары бойомға ашырыла. Табиптарҙы йәлеп итеү маҡсатында Белорет, Тәтешле, Илеш, Баҡалы райондарында белгестәргә торлаҡ биреү, Кушнаренкола торлаҡ төҙөлөшө өсөн ер участкаһы бүлеү тәжрибәһе ҡулланылған. Республикала яңы Указ әҙерләнә, әле был  документ өҫтөндә  етди эш бара. Башҡортостандың киләһе биш йылға үҫеш стратегияһы Президенттың май Указдарын бойомға ашырыу йүнәлешендә буласаҡ. Радий Хәбиров Указды Башҡортостан башлығы инаугурацияһында иғлан итәсәген белдерҙе. 19-20 сентябрҙә көтөлгән йәнә бер иҫтәлекле ваҡиға — Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре. Республиканың йөҙ йыллығын байрам итеү сиктәрендә ойошторолған сара барышында Мәскәү менән Башҡортостан араһында иҡтисади-сәнәғәт һәм социаль-гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөләсәк.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә

 Алдау алымдары шул уҡ – тәҙрә ремонтлау йә газ ҡоролмаһын йүнәтеү хеҙмәттәре, ә бына суммалар реаль хаҡтан унар тапҡырға ҡиммәт. Хеҙмәт ветераны Валентина Прокофьева йортона саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡыйыу аҙымдар менән инеп ярҙамын таға башлауына ханым аптырашта ҡала. Тәҙрә тотҡаларын...

5 часов 44 минуты назад
Смотреть видео Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов артистарҙы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы менән таныштырҙы. 2006 йылда "Бөйрәкәй" романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ...

5 часов 44 минуты назад
Смотреть видео  “Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә | ГТРК «Башкортостан»

“Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә

Президент Путиндың Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттарын үҫтереү тураһындағы Указына ярашлы, Сочи белгестәре Өфөләге таланттар асыҡлау үҙәге уҡытыусылары менән һәләтле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен уртаҡлаша.  Проект технологиялары лабораторияһы тәбиғәт фәндәренең һәр ҡайһыһын һан-программа...

5 часов 44 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала

2024-се йылға тиклем Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөлә өс, Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Асҡын һәм Мәсәғүттә  вертолеттар төшөү өсөн берәр майҙансыҡ төҙөләсәк. Быйыл санитар авиация ярҙамында 75...

5 часов 44 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар  7 меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңгә яҡынлаша

Стопкоронавирус сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 6 мең 920-гә етте. Бер  тәүлектә 34 кешенең коронавирус менән ауырыуы асыҡланған. Социаль арауыҡты һаҡлау, күпләп йыйылышмау, битлек, бирсәткә кейеү - һаҡланыуҙың ҡәҙимге саралары булып ҡала....

5 часов 44 минуты назад
Смотреть видео Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала

   Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа ужым культураһының гектар ҡеүәте 30-35 центнерға етә. Был үҙенә күрә рекорд тип әйтергә мөмкин. Сөнки, Көйөргәҙе – игенселек өсөн хәүефле зона булып ҡала һәм бында йыл һайын тиерлек ҡоролоҡ. Көйөргәҙе аграрийҙары беренселәрҙән булып ужым культураларын урып...

5 часов 44 минуты назад
Смотреть видео Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй

Иң тормошсан һәм мәртәбәле һөнәр эйәләре – төҙөүселәр – һөнәри байрамын билдәләргә әҙерләнә. Ошо уңайҙан Республика йортонда тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостан элек-электән төҙөлөш тармағы киң үҫешкән төбәк булараҡ танылған. Республикала Социалистик...

5 часов 44 минуты назад
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020