Башҡортостан спортсылары – иң яҡшылары

Өфөлә үткән милли уйындар һәм олимпиада программаһына инмәгән спорт төрҙәре буйынса Бөтә Рәсәй фестивалендә республика командаһы иң юғары һөҙөмтәләр күрһәтеп, беренсе урынды яуланы. Башҡорт спортсылары иҫәбендә 32 алтын, 23 көмөш һәм 12 бронза миҙал. Икенсе урында Свердлов өлкәһе һәм өсөнсөлә Мәскәү ҡалаһы. Фестивалдә йәмғеһе 17 дисциплина буйынса 500-ҙән ашыу спортсы үҙ-ара көс һынашты. Ярыштар барышын хәбәрсебеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева ла күҙәтте. Көйәрмәндәр тауышынан был ялан яңғырап тора. Ә спортсылар сәмләнеп, бөтә көстәрен туплап, еңеүгә ынтыла. Удмурт республикаһы менән Ырымбур өлкәһенең ҡыҙҙар командалары лапта уйнайҙар. Был уйында иң ҡатмарлыһы ошо биталар менән идара итеү. Уларҙың ауырлығы килограмм ярымға тиклем етә. Ҡыҙҙарҙыҡы, әлбиттә, еңелерәк. Шулай ҙа, ошо тупты мөмкин тиклем йыраҡҡа ырғытыр өсөн күп көс талап ителә. Еңел атлетикалағы кеүек шәп йүгерергә һәм шахматтағы кеүек хәрәкәттәрҙе алдан һиҙеү кәрәк, ти лапта уйыны менән ун йылдан ашыу шөғөлләнгән ҡыҙҙар. Өфөлә милли уйындар һәм олимпиада программаһына инмәгән спорт төрҙәре буйынса Бөтә Рәсәй фестиваленә еңеү яуларға  килгән улар. Фестиваль 2014 йылдан алып милли мәҙәниәтте һәм милли спорт төрҙәрен тергеҙеү, һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү маҡсатынан ойошторола. Өфө фестивалде тәүге тапҡыр ҡабул итте. Ярыштар бер юлы дүрт майҙанда барҙы. Спортсыны һауаға ырғытып, кире тотоп алыу өсөн көслө ҡулдар кәрәкһә, һикереүсе ҡыҙға иһә — батыр йөрәк. Сөнки төркөмдәштәренең ҡулдарына ғына баҫып торғанда, ҡурҡыу тойғоһон еңеүҙән тыш, йылмайып, хәрәкәттәр ҙә эшләргә кәрәк. Гимнастика һәм акробатика элементтарын үҙ эсенә алған был спорт төрө – чир-спорт тип атала. Ул черлидингка оҡшаған, әммә бында күберәк хореографияға баҫым яһала. Башҡортостанда был йүнәлеш яңы ғына үҫешә башлаған. Шулай ҙа, һәр ҡалала тиерлек командалар бар. Мәҫәлән, Учалы ҡыҙҙарының “Гамбл-драйв” тигән төркөмө ике йыл элек кенә ойошторолһа ла, күп ҡаҙаныштарға ирешеп өлгәшкән. Силәбе, Тверь, Пермь, Мәскәү һәм тағы ла 23 төбәктән спортсылар үҙ-ара көс һынашырға Өфөлә йыйылды. Баһалама ағзалары ла төрлө ҡалаларҙан килгән. Ил президенты Владимир Путиндың тәҡдиме менән ойошторола башлаған был спорт байрамы быйыл бишенсе тапҡыр ғына үткәрелһә лә, ҡатнашыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта. Өҫтәүенә, милли спорт уйындары физик яктан сыныҡтырыуҙан тыш, кешелә патриотик хис тәрбиәләй һәм рухи үҫешкә лә ыңғай йоғонто яһай.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәнә оло йәштәгеләргә ҡарата мутлашыуҙар теркәлә

 Алдау алымдары шул уҡ – тәҙрә ремонтлау йә газ ҡоролмаһын йүнәтеү хеҙмәттәре, ә бына суммалар реаль хаҡтан унар тапҡырға ҡиммәт. Хеҙмәт ветераны Валентина Прокофьева йортона саҡырылмаған ҡунаҡтың ҡыйыу аҙымдар менән инеп ярҙамын таға башлауына ханым аптырашта ҡала. Тәҙрә тотҡаларын...

7 августа 2020
Смотреть видео Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Артистар “Бөйрәкәй” романы менән танышты

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының баш режиссеры Айрат Абушахманов артистарҙы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы менән таныштырҙы. 2006 йылда "Бөйрәкәй" романы өсөн Таңсулпан Ғариповаға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Романда башҡорт халҡының йөҙ йыллыҡ...

7 августа 2020
Смотреть видео  “Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә | ГТРК «Башкортостан»

“Сириус” “Аврора” балҡышына булышлыҡ итә

Президент Путиндың Рәсәй Федерацияһының милли маҡсаттарын үҫтереү тураһындағы Указына ярашлы, Сочи белгестәре Өфөләге таланттар асыҡлау үҙәге уҡытыусылары менән һәләтле балалар тәрбиәләү тәжрибәһен уртаҡлаша.  Проект технологиялары лабораторияһы тәбиғәт фәндәренең һәр ҡайһыһын һан-программа...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала

2024-се йылға тиклем Башҡортостанда санитар авиация өсөн ун майҙансыҡ төҙөү ҡарала. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Өфөлә өс, Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Асҡын һәм Мәсәғүттә  вертолеттар төшөү өсөн берәр майҙансыҡ төҙөләсәк. Быйыл санитар авиация ярҙамында 75...

7 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар  7 меңгә яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 меңгә яҡынлаша

Стопкоронавирус сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 6 мең 920-гә етте. Бер  тәүлектә 34 кешенең коронавирус менән ауырыуы асыҡланған. Социаль арауыҡты һаҡлау, күпләп йыйылышмау, битлек, бирсәткә кейеү - һаҡланыуҙың ҡәҙимге саралары булып ҡала....

7 августа 2020
Смотреть видео Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Көйөргәҙе аграрийҙары бығаса булмаған уңыш ала

   Ҡайһы бер хужалыҡтарҙа ужым культураһының гектар ҡеүәте 30-35 центнерға етә. Был үҙенә күрә рекорд тип әйтергә мөмкин. Сөнки, Көйөргәҙе – игенселек өсөн хәүефле зона булып ҡала һәм бында йыл һайын тиерлек ҡоролоҡ. Көйөргәҙе аграрийҙары беренселәрҙән булып ужым культураларын урып...

7 августа 2020
Смотреть видео Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөүселәр һөнәри байрамын билдәләй

Иң тормошсан һәм мәртәбәле һөнәр эйәләре – төҙөүселәр – һөнәри байрамын билдәләргә әҙерләнә. Ошо уңайҙан Республика йортонда тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте. Башҡортостан элек-электән төҙөлөш тармағы киң үҫешкән төбәк булараҡ танылған. Республикала Социалистик...

7 августа 2020
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

Өфөлә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһын ҡуйыу урынын һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү башланды. Мемориалды урынлаштырыу өсөн ике урын тәҡдим ителә. Уның беренсеһе Беренсе Май урамында Еңеү паркындағы Еңеү аллеяһы, икенсеһе – Ленин һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендә, парк алдындағы майҙансыҡ...

6 августа 2020
Смотреть видео Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Автомобиль ҡуйыу урындары түләүле булыуы ихтимал

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары беренсе уҡыуҙа түләүле парковкалар тураһында законпроект ҡабул итте. Шулай итеп, халыҡ вәкилдәре баш ҡалабыҙҙың үҙәк урамдарын машиналарҙан бушатыу, дәүләт һәм муниципаль ерҙәрҙә туҡталҡа өсөн түләү индереүҙе планлаштыра. Башҡаланың тарихи үҙәгендә ...

6 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем эҫе буласаҡ

Һауа температураһы урыны менән 35 градусҡа етер, тип көтөлә. Урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары ҡырға сыҡҡанда айырыуса уяу булырға саҡыра. Һуңғы тәүлектә 17 гектарҙа янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бөрйән һәм Белорет райондарында ут һүндерелгән. Хәүефле миҙгел башланғандан алып...

6 августа 2020