Уҡтан атыу буйынса 3Д турнир

Башҡорттарҙың борондан килгән шөғөлө — уҡ менән һунарсылыҡ итеү тергеҙелә. Әммә йәнлектәр урынына уларҙың өс үлсәмле күсермә моделдәре ҡулланыла. Благовещенда уҡтан атыу буйынса 3Д турнир үтте. Бер атыуҙан сәпкә тейҙергән мәргән ҡыҙ кескәй сағынан уҡ ҡулына уҡ-һаҙаҡ тоторға яратҡан. Олатаһы эшләп биргән уйынсыҡ ҡорал менән мауығып китеп, был шөғөлгә ғашиҡ булыуын һиҙмәй ҙә ҡалған ул. Ынйы был һәләтен Өфөләге уҡтан атыу түңәрәгендә шөғөлләнә. Оҫталығын һынап ҡарау йәһәтенән, Ынйы һәм тағы ла илленән ашыу уғатарҙар турнирға йыйылды. Был бәйге башҡаларынан айырмалы рәүештә 3Д форматта үтә. Тәнде яҙҙырып, мускулдарҙы ҡыҙҙырып алғандан һуң, ҡатнашыусылар бәйгенең ҡағиҙәләре менән танышты. Турнир эстафета формаһында эшләнгән. Түңәрәк буйлап йөрөп, төрлө һынауҙар үтергә кәрәк. Сәп урынына -  төрлө йәнлектәрҙең өс үлсәмле күсермәһе ҡулланыла. Шуға ла бәйге 3Д турнир, тип атала. Сәптең йыраҡлығы уның ҙурлығына ҡарап билдәләнгән. Мәҫәлән, ҡаҙ бәләкәй кәүҙәле булғанға, уҡ атыусы уға яҡын ғына баҫа, ә иң ҙуры – айыу 35 метр алыҫлыҡта. Хайуандарҙың тәнендә түңәрәктәр төшөрөлгән. Ул кил зона тип атала. Иң бәләкәй түңәрәк хайуандың йөрәк өлөшөнә тура килә, уҡ унда эләкһә ҡатнашыусыға иң юғары балл ҡуйыла. Һәр кем бер сәпкә ике тапҡыр ата. Аҙаҡ һөҙөмтәләр ҡушыла.  Был уғатарҙар төркөмөндә Эльмира Сибәғәтуллинаның уғы ғына сәпкә тейҙе. Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, ярты йыл элек кенә уҡ атырға өйрәнгән ҡыҙ өсөн был бик яҡшы күрһәткес. Турнирҙа ҡатнашыусы Ансарға ун ике йәш кенә булһа ла, уҡтан атыуҙы уйын һымаҡ түгел, әетди шөғөл итеп ҡабул итмәй.  Әйткәндәй, турнир Благовещен ерендә һәм Благовещен ҡалаһының хакимәт башлығы кубогына үткәрелде. Сара районда тәүге тапҡыр ойошторолһа ла, уны йолаға әйләндереп, йыл һайын уҙғарырға планлаштыралар. Уҡ-һаҙаҡ  борон һунарға йөрөү, яу ҡоралы булһа, хәҙер уҡтан атыу спорттың бер төрө тип ҡабул ителә. Шулай ҙа, йәш быуында үҙ милләтеңдең тарихына, милли йолаларына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу йәһәтенән етди әмәл. 

 

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан 24 телеканалы дуҫтарын йыя | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 телеканалы дуҫтарын йыя

25 ғинуар “Динамо” спорт комплексында студенттар көнө уңайынан ҙур сара ойошторола. Ҡунаҡтарҙы билдәле артистар сығышы, ҡиммәтле бүләктәр, дәртле йырҙар көтә. Әле сараға әҙерлек эштәре нисек бара?  Егерме мең квадрат метр майҙанды биләгән “Динамо” спорт комплексынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй...

24 января 2020
Смотреть видео Яугирҙарҙың исемдәре эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел | ГТРК «Башкортостан»

Яугирҙарҙың исемдәре эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел

75 йыл үткәндән һуң Венгрияны азат итеүҙә һәләк булған старшина Исрафил Ибраһимовтың ерләнгән урыны асыҡланған. Уның менән бергә  хәбәрһеҙ юғалған тағы 19 яугирҙың исемдәре табылған. Ибраһимовтар ғаиләһе  күптән  ырыу шәжәрәһен төҙөү менән ҡыҙыҡһына. Нәҫел ағасы әҙер, быуындар ебе...

24 января 2020
Смотреть видео Һыу ҙа, канализация ла юҡ | ГТРК «Башкортостан»

Һыу ҙа, канализация ла юҡ

Башҡала үҙәгендә урынлашҡан иҫке йорт 1983-сө йылдарҙа уҡ авария хәлендә тип танылған. Әммә әлегә тиклем Миәс урамы, 42-се йортта йәшәүселәргә яңы торлаҡ бирелмәгән. Йортта бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт башҡарылмаған. Зәбирә Хөснийәрованың атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Бүлмә уға ваҡытлыса...

24 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан спиртлы эсемлектәр сауҙаһын үҙгәртә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан спиртлы эсемлектәр сауҙаһын үҙгәртә

 Тәүге яңылыҡтарҙың береһе – байрам осоронда араҡы-шарап һатыуҙы сикләү. Суррогатҡа ҡаршы көрәштең һөҙөмтәһе юҡ түгел. Республикалаяңы йыл каникулдары осоронда спиртлы эсемлектәрҙе сикләү тураһындағы ҡанун бығаса көтөлмәгән һөҙөмтәләр биргән. Эш араҡы-шарап менән сауҙа итеүҙең 27 ...

24 января 2020
Смотреть видео Йәш балаларҙың үлем осрағы һанын кәметеү күрһәткесе буйынса Башҡортостанда ыңғай һөҙөмтәләр кәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Йәш балаларҙың үлем осрағы һанын кәметеү күрһәткесе буйынса Башҡортостанда ыңғай һөҙөмтәләр кәрәк

Был хаҡта Радий Хәбиров сәләмәтлек сәғәтенең сираттағы ултырышында белдерҙе. 2019 йылдың 11 айында республикала тыуған мең баланың һәр бишенсеһе һәләк булған. Сәләмәтлек сәғәтенең Республика клиника перинаталь үҙәгендә ойошторолған күсмә ултырышында яңы тыуған балаларҙың үлем осрағын кәметеү,...

24 января 2020
Смотреть видео Өфөлә Төркиәнең почетлы консуллығын асырға планлаштыралар | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Төркиәнең почетлы консуллығын асырға планлаштыралар

 Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Төркиәнең Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле Мехмет Самсар менән осрашыуҙа белдерҙе. Республикалар тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, әммә ике яҡ та был бәйләнеште тағы ла нығытырға кәрәк, тигән фекерҙә. Әлеге мәлдә Башҡортостан менән Төркиә...

24 января 2020
Смотреть видео Төҙөп бөтөргә ярамай емерергә... | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөп бөтөргә ярамай емерергә...

“Автомобилист” баҡса йорто ҡасабаһында йәшәүселәргә йортһоҙ тороп ҡалыу ҡурҡынысы янай. Асыҡланыуынса, милекселәрҙең ер бүлемдәре ауыл хужалығы ихтыяжы өсөн тәғәйенләнгән. Урындағы халыҡ өй һатып алғанда бөтә документтар ҙа теүәл ине, тип билдәләй.  Купцовтар ғаиләһе йәшәгән йорттоң икенсе...

23 января 2020
Смотреть видео Ауыл медицинаһы | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл медицинаһы

Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре ил Президенты ҡушыуы буйынса ауыл медицинаһы торошона етди иғтибар итәсәк. Республика был йәһәттән эҙмә-эҙлекле эш бара, быйыл 90 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк. Ауыл кешеләре хәҙер ашығыс медицина ярҙамы машинаһын үҙҙәре саҡыра, ә фельдшер-акушер пункттары...

23 января 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Милли проекттарҙы бойомға ашырыу барышы Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активының республика башҡарма власы вәкилдәре менән осрашыуында тикшерелде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Милли проекттарҙы бойомға ашырыу барышы Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активының республика башҡарма власы вәкилдәре менән осрашыуында тикшерелде

 Беренсе вице-премьер Илшат Тажитдинов белдереүенсә, 2019 йылда проекттарға йүнәлтелгән сығымдарҙың 91,6 проценты үҙләштерелгән. Башҡортостанда 50 мәжбүри, 8 инициативалы проект бойомға ашырыла. Маҡсатҡа ярашлы күрһәткестәргә өлгәшеү даими күҙәтеү аҫтында. Был эштә Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының...

23 января 2020
Смотреть видео Көйөргәҙелә ике айҙан яңы бассейн файҙаланыуға ташырыласаҡ, мәҙәниәт йорто биләмәһе йәйгә яңы төҫ алырға тейеш, ә Бөгөлсәндә мәктәпкә капиталь ремонт хәл ителде | ГТРК «Башкортостан»

Көйөргәҙелә ике айҙан яңы бассейн файҙаланыуға ташырыласаҡ, мәҙәниәт йорто биләмәһе йәйгә яңы төҫ алырға тейеш, ә Бөгөлсәндә мәктәпкә капиталь ремонт хәл ителде

 Радий Хәбиров эш сәфәре менән Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһында булды. Тулыраҡ беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән яҙмала. 175 урынға иҫәпләнгән Бөгөлсән ауылы мәктәбе 1968 йылда төҙөлгән. 50 йыл эсендә белем усағы бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт күрмәгән. Даими ремонтты коллектив йыл да үҙ...

23 января 2020
Яндекс.Метрика