Көслө дауыл ҡупты Өфөлә

Тулыраҡ: Көслө дауыл ҡупты Өфөлә

Бөгөн сыҡҡан көслө дауыл байтаҡ зыян яһап өлгөрҙө. Баш ҡалала, мәҫәлән, илленән ашыу граждан ярҙам һорап Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына шылтыратты. Улар автомобилдәргә ҡолап төшкән ағастар, йығылған ҡоймалар, йыртылған баннерҙар, өҙөлгән электр сымдары һәм башҡалар тураһында хәбәр итте. Өфө ҡалаһынының гражданлыҡ һаҡланыу Идаралығынан белдереүҙәренсә, кешеләр зыян күрмәгән. Әммә һаҡланғанды Хоҙай һаҡлай тиҙәр, шуға ла көслө ел ҡолатыуы ихтимал ағастар, ҡоролмалар, ҡыйыҡтар, өҙөлөүе мөмкин электр һыҙаттарын урап үтергә, ябай һаҡсыллыҡ саралары күрергә кәрәк.