Радий Хәбиров тәнҡитләгән Бөрө районы хакимиәте "алтын юлдар" өсөн урында табылған ҡомдо файҙаланырға ниәтләй
Әммә материал ҡулланыуға яраҡлымы-юҡмы икәне лаборатория тикшереүен үткәс кенә билдәле буласаҡ. Александр һәм Людмила Никитиндар үҙҙәрен белә белгәне бирле ошо ауылда көн күрә. Яҙ етеү менән бер ҡайҙа ла сыға алмайынса тотҡонда тороп ҡала торғайныҡ, ти улар. Айбабаш ауылы менән ҡаланы Берҙән-бер арба юлы тоташтыра. Көндәр йылына башлау менән юл өҙөлә. Яҙ етеү менән ошо тәңгәл ҡар һыуҙары менән ҡаплана һәм ауыл халҡы хатта район үҙәгенә лә сыға алмайынса бер ай самаһына тотҡонда тороп ҡала. Башҡарылған эштәрҙән һуң, ундай проблемалар булмаясаҡ, тип вәғәҙәләй етәкселәр. Ике аҙна ваҡыт эсендә ҡот осҡос хәлдәге юлдың беренсе ҡатын ҡырсынташ һәм ҡом ҡатнашмаһы менән ҡаплап өлгөргәндәр. Уның өҫтөнә хәҙер бар талаптарға яраҡлы итеп ваҡ таш йәйеү кәрәк, ти йәш белгес. Төҙөкләндереләсәк юлдың дөйөм оҙонлоғо 700 метр тирәһе. Белгестәр билдәләүенсә, уны төғөкләндереү өсөн республика бюджетынан 3 млн 200 мең һум аҡса кәрәк. Ремонтҡа аҡсаның күп талап ителеүен хакимиәт башлығы урынбаҫары, Шелканова ауылына ла юл һалына башлауы һәм ҡырсынташты 200 саҡырым алыҫлыҡтан килтереү менән аңлатты. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Бөрө хакимиәтен ҡиммәтле юлдар өсөн тәнҡитләгәйне. Сағыштырыу өсөн – Әбйәлил районы алынды. Ундағы бер саҡырым юлды төҙөкләндереү өсөн 500 мең һум аҡса талап ителә, был иһә Бөрө районында ремонтланған юлға ҡарағанда бер нисә тапҡырға арзаныраҡ. Төбәк етәксеһе төбәктәге тәбиғәт байлыҡтарын ҡулланырға кәрәклеген билдәләп үтте. Экология министрлығы мәғлүмәтенә ярашлы, Бөрө районының үҙ карьеры бар. Тик бындағы ҡомдоң юл өсөн яраҡлығын асыҡларға кәрәк, ти етәкселәр. Лабораторя тикшеренеүҙәре өсөн материал алыныуы билдәле. Районға юлдың дөрөҫ төҙөлөүен тикшереүсе комиссия килеүе көтөлә. Республика бюджетынан бүленәсәк аҡса подряд ойошмаһына, бар эштәр ҙә башҡарылып етешһеҙлектәр бөтөрөлгәс кенә түләнәсәк.

Боҙ иретеүселәр
Ә һеҙ хоккей ареналарында һәм һырғалаҡтарҙа боҙ япмаһының сифаты өсөн кемдәр яуаплы икәнен беләһегеҙме? Баҡтиһәң, боҙ түшәүсе тигән һөнәр эйәләре лә бар икән. Әйткәндәй, улар яңыраҡ ҡына һөнәри байрамын билдәләгән. Борис Лебедев үҙ һөнәренә 23 йылдан ашыу тоғро ҡала. Әле ул боҙ комбайнының...

Башҡортостан спортсылары һынатмай
Польшаның Гданьск ҡалаһында шорт-трек буйынса Европа чемпионаты тамамланды. Бында яҡташыбыҙ Семен Елистратов дүрт миҙал яуланы. Уның өсәүһе – алтын. Спортсыны Өфөлә беҙҙең ижади төркөм ҡаршы алды. Польшала үткән шорт-трек буйынса Европа чемпионаты Рәсәй йыйылма командаһы өсөн уңышлы...

Ауырғазыла мобиль технопарк асылды
“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә республикала “Башҡортостан кванториумы” мобиль технопаркы асылды. Үҙенсәлекле проект төбәктең 12 районында 2 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһын яңы һөнәр менән таныштыра. Заманса технологиялар менән тәүгеләрҙән булып Ауырғазы районы уҡыусылары танышты. Юғары...

Ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә
“Өфөоргсинтез” акционерҙар йәмғиәтендә янғын сығыу сәбәпле Черниковка биҫтәһендә йәшәүселәр эвакуациялана, тип ялған хәбәр таратыусылар эҙләнә. Улар, шәхестәре асыҡланған осраҡта, закон алдында яуап тотасаҡ. Роспотребназор янғындан алыҫ түгел генә урамдарҙа һауаны тикшерҙе һәм зарарлы...

Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙе ҡайтанан иҫәпләү башланды
Йылылыҡ өсөн ҙур сумма алыусылар “Өфө инженер селтәрҙәре” предприятиеһына ғариза яҙа башланы. Декабрь өсөн түләү ноябрҙекенән 42% күберәк булған осраҡта хаҡ яңынан иҫәпләнә. Ғаризаны нисек дөрөҫ яҙырға, һорауҙар килеп сыҡҡанда кемгә мөрәжәғәт итергә, аҡса йорт хужаһына ҡайһы осраҡта һәм ҡасан...

Башҡортостанда был көндәрҙә яҙ һулышы һиҙелә
Айырым төбәктәрҙә һауа температураһы ике градусҡаса күтәрелде. «Гисметео» порталы мәғлүмәттәре буйынса, был аҙнала көндөҙ һауа температураһы 3, 6 градус ҡына һалҡын буласаҡ. Февраль башында ҡар яуыуы көтөлә. Һауа температура 10 градусҡаса төшөүе ихтимал. Синоптиктар мәғлүмәттәренә...

Башҡортостанда йылылыҡ һәм эҫе һыу өсөн хаҡтар ҡайтанан иҫәпләнә
Прокуратура декабрь өсөн квитанциялағы сумма 42 проценттан да күберәккә артҡан осраҡтарҙы айырым контролгә алған. 2013 йылға тиклем Волга буйы федераль округы төбәктәрендә йылылыҡ энергияһы өсөн хаҡтар Башҡортостанда иң түбәндәрҙән була. Бының менән риза булмаған БашРТС вәкилдәре Тарифтар буйынса...

Башҡортостан Холокост ҡорбандарын иҫкә ала
Ҡыҙыл Армия көсө менән Аушвиц үлем лагеры тотҡондарын азат итеүгә 76 йыл. Башҡортостанда Холокост ҡорбандарын иҫкә алыу аҙналығы башланды. Хәтер аҙналығы Дәүләт эшмәкәрҙәре һәм төрлө конфессия вәкилдәренең йәһүд милли-мәҙәни үҙәге янындағы Холокост ҡорбандары һәм Бөйөк Ватан һуғышында...

Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы
Рәсәй студенттары көнөндә Өфөлә медицина университеты 500 урынлыҡ дөйөм ятаҡ туйланы. Уны асыу тантанаһында Республика башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары быйыл һөнәри байрамын һөнәрҙәренә хас булмаған ҡиәфәттә ҡаршылай. Тап 18-се быуат уртаһында, 1755...

Башҡортостан 24 каналында сурдотәржемә эше башланды
Республикала рәсми теркәлгән өс мең тирәһе һаңғырау кеше йәшәй. Уларҙың аралашыу теле - ым-ишара. Федераль ҡануниәткә ярашлы, илдә йәшәгән һәр кем мәғлүмәтте бер тигеҙ алырға хоҡуҡлы. Һаңғырауҙар йәмғиәте әленән әле мөһим телевизион тапшырыуҙарҙы сурдотәржемә менән оҙатыуҙы һорай. Пандемия...