Татлы, әскелтем, һутлы, Кушнаренко селекция үҙәге белгестәре һәр саҡ эҙләнеү өҫтөндә. Башҡортостан винограды һалҡындарға бирешмәй, бында 90 йылдан ашыу һынау үткән емештәр ҙә бар. Татлы, үтә лә һутлы емеште нисек кенә яратып ашамайһың, ти Хәйретдиновтар. Хәҙер бер нисә йыл улар үҙ баҡсаһында виноград үҫтерә. Әлегә баҡсаларында виноградтың 4 төрө генә, килсәктә тағы ла үҫентеләр һатып алырға ниәтләйҙәр. Иң мөһиме был емештәр ҡышҡы сатлама һыуыҡтарға бирешмәй. Ғөмүмән, Кушноренко ауылында һәр ихатала тиерлек был татлы емеш үҫә. Беҙҙең климатҡа яраҡлаштырылған үҫентеләр иһә ошо уҡ ауылда бер быуатҡа яҡын үрсетелә. Рәсәйҙәге иң төнъяҡ виноград плантацияһы ике ярым га майҙанды биләй. Бында 40-тан ашыу сорт һәм гибрид һынау үтә. Ҡайһылары сорт, ҡайһылары әле гибрид, шулай уҡ виноградты дөрөҫ үҫтереү, уларҙы тәрбиәләү– был нескәлектәр менән мәктәп уҡыусылары ла таныша. Кушнаренко селекция үҙәге тарихҡа бай. 1929 йылдарҙа Стреляевтар ғаиләһе ҡырағай культураларҙы киҫкен континенталь климатҡа яраҡлаштырыу маҡсатында ғилми тикшереү башлай. Лидия Николаевна виноградтың төнъяҡ сорттарын сығарыуға фәнни нигеҙ һала. Тәүгеләренең береһен Бөйөк Ватан һуғышында вафат булып ҡалған улына бағышланып Александр тип атай. Шулай уҡ “Башкирский”, “Юбилейный” виноград төрҙәре киң таралып китә һәм Людмила Стреляеваға төрлө тарафтарҙан һалҡындарға сыҙамлы емештәрҙе һорап хаттар яҙалар. Кушнаренко тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейында Людмила Стреляеваның 300-ҙән ашыу фото һәм документтары һаҡлана. Ҡыҙғанысҡа, Лидия Стреляева виноград сортына патент алып алып өлгөрмәй фажиғәле вафат була. Уның эшен артабан Нина Васильевна Майстренко дауам итә. «Ҡарағай», «Мадлен», «Анжевин», «Алешенькин», « Стреляева табышы», « Стреляева иҫтәлегенә», «Линьян» сорттары халыҡ араһында киң билдәле. Стреляева һәм Майстренко эшен дауам итеүсе агроном Наталья Старцева билдәләүенсә, виноград сортын сығарыу ҙур түҙемлек талап итә. Кушнаренко селекция үҙәгендә Башҡортостан климат шарттарына яраҡлаштырылған алма һәм груша сорттары өҫтөндә лә ғилми тикшеренеүҙәр алып барыла. Василий Стреляев тарафынан 1929-сы йылда сығарылған “Башкирский красавец” алмаһы беҙҙең төбәктә хәҙер киң таралған. Алма-емештәрҙең яңы сорттарын сығарыу өсөн байтаҡ ваҡыт һәм көс талап ителә. Тикшереү Һөҙөмтәләре тиҫтәләрсә йылдан ғына уңыш килтерә. Йыл һалҡын булыу сәбәпле виноград емештәре быйыл көҙгә табан ғына өлгөргән, һәр теләүсе Кушнаренко селекция үҙәгенә килеп татлы емештәрҙе татып ҡарай ала. Кушнаренко селекция үҙәгендә емеш-еләктәр тик тәбиғи шарттарҙа ғына үҫтерелә. Шуға ла беҙҙең климат шарттарына яраҡлаша алғандай сорттар барлыҡҡа килә. Баҡсасылар уларҙы селекция үҙәгенән ңҙҙәре килеп һатып алала.