Һөт иле фестиваленә йомғаҡ яһалды

  • Һөт иле фестиваленә йомғаҡ яһалды | ГТРК «Башкортостан»

Ойоштороу комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, байрамда 10 тонна һөт, 3 мең тоннанан ашыу ҡымыҙ эселгән, 2 тонна туңдырма ашалған. Фестивадлә 40 мең кеше ҡатнашҡан.Башҡалала үткән күмәк саралар араһында Һөт иле иң яратҡаны. Ойоштороусылар быйыл да ҡала халҡын һәм ҡунаҡтарҙы бай йөкмәткеле байрам менән һөйөндөрҙө. Һөт байрамы донъяла был ризыҡҡа арналған иң ҙур сара. Тауар төрө һәм күләме буйынса уға тиңдәр юҡ. Ҡулланыусыларға ул һөт аҙыҡтары араһынан иң таҙа һәм сифатлыһын һайлап алырға булышлыҡ итһә, етештереүселәргә үҙ тауарын киң һатыуға сығарыу мөмкинлеген аса.

Читайте нас в Яндекс.Новостях