Сигарет урлап тотолған

Өфө полицияһы баш ҡала  магазиндарының береһендә электрон сигарет урлаған 34 йәшлек ирҙе эҙләп тапты.  Был кеше элек хөкөм ителгән була.

Енәйәт ҡылыу мәле универсам эсендә торған видеокүҙәтеү камераһы обьективына  эләгә. Был хәл кисә булған. Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һатыусыларҙың һәм һаҡсының иғтибары  башҡаларға йүнәлтелгән ваҡытта ир кеше сигарет ҡабын эләктереп урамға ашыға. Әммә оҙаҡламай тотола. Уға Енәйәт кодексынының “Урлашыу” статьяһына ярашлы, ике йылға тиклем иркенән хөкөм итеү янай.

Подпишитесь на нас в Google Новости